Тимерхан (әкиәт)
Тимерхан — батырҙар тураһында башҡорт халыҡ әкиәте.
Тимерхан | |
Жанр | |
---|---|
Автор |
башҡорт халыҡ батырҙары |
Төп нөхсә теле |
башҡорт |
Тәүге тапғып нәшер ителгән |
Башкирское народное творчество (БНТ). Уфа: Башкирское книжное издательство, 1987—1995. т. III — Богатырские сказки |
Тарихы
үҙгәртергә«Тимерхан» башҡорт халыҡ әкиәтенең әҙәби сюжеты «Шаһнамә» (Х быуат) фарсы эпик поэмаһына барып тоташа.
Был әкиәтте 1964 йылда Башҡортостандағы Дәүләкән районының Буранғол ауылында фольклорсы М. М. Сәғитов[1] Ҡотлогилдина Гөльямалдан яҙып ала.
«Тимерхан» әкиәтендә халыҡтың имләү, дауалау ғилеме лә сағылыш таба. Тимербулат исеме балаға ныҡлыҡ, сәләмәтлек теләй. Әкиәттә Уткүҙ тигән сихырсының майынан яһалған дауа шифалы була. Тимерхан ошо май менән ата-әсәһенең күреү һәләтен кире ҡайтара.
Сюжет
үҙгәртергәБорон-борон заманда Мәхмүт хандың Әхмәтхан исемле вәзире була. Ҡатыны ул тапһын тип теләп, вәзир Аллаға ялбара һәм 40 дөйәне ҡорбанға сала. Уның улы тыуа, малайға Тимерхан тип исем ҡушалар. Тимерхан бик көслө булып үҫә, һуғышып тиҫтерҙәрен имгәтә башлай. Шуға ата-әсәләр вәзирҙән улын ҡыуып ебәреүен һорайҙар. Хан да унан шуны талап итә. Тимерхан атаһының атын алып юлға сыға. Юлда ул был атты тағы ла көслөрәгенә алыштырып ала.
Юлында Тимерхан ғәскәрҙе еңгән егетте осрата һәм уның менән көс һынаша. Көрәштә Тимерхан еңеп сыға. Улар дуҫ булып хушлаша.
Артабан Тимерхан тау башында сатыр күреп ҡала. Унда ул өс һылыу ҡыҙҙы осрата. Егет уларҙан үҙенең матурмы-юҡмы икәнлеген һорай. Ҡыҙҙар уға: — Искәндәр батшаның улы Йәләлетдин һинән матурыраҡ, ә бына Әсфәндийәр батшаның ҡыҙы беҙҙән дә һылыуыраҡ, — тип яуаплай. Тимерхан Йәләлетдин батырҙы эҙләп китә. Эҙләп тапҡандан һуң уны көрәштә суҡмар менән һуғып үлтерә.
Артабан Искәндәр батша батшалығына юллана. Ҡала ситендәге күл ярында ул ағасҡа бәйләп ҡуйылған һылыу ҡыҙҙы күрә. Был күлдә ете башлы аждаһа йәшәгән була. Көн һайын ҡала халҡы уның өсөн бер ҡыҙҙы һәм һарыҡ бәйләй икән. Быны ишеткән егет күлдән аждаһаның сыҡҡанын көтә башлай. Аждаһа сығыу менән уның ете башын да өҙә сабып тураҡлап ташлай.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Башҡорт халыҡ ижады. Батырҙар тураһында әкиәттәр. 3-сө т. / сост. Н. Зарипов. Өфө, 1988.
- Орлов А. С. Переводные повести феодальной Руси и Московского государства XII—XVII веков. Л., 1934, с. 77-85.
- Хусаинова Г. Р. Отражение традиционных целителей знаний башкир в народных сказках//Вестник Силәбе дәүләт университеты. Филология. Искусствоведение. 2010. № 11 (192). В. 42. С 143—146.