Тер-Абрамяндың килемле йорто
Иҫтәлекле урын | |
Тер-Абрамяндың килемле йорто
| |
Ил | Рәсәй |
Станица | Дондағы Ростов ҡалаһы, Оло Баҡса урамы, 51. |
Бина тибы | торлаҡ йорт |
Архитектура стиле | барокко |
Төҙөүсе | Н. М. Соколов |
Нигеҙләүсе | И. А. Тер-Абрамиан |
Төҙөлгән ваҡыты | 1886 йыл |
Билдәле йәшәүселәр | И. А. Тер-Абрамиандың типографияһы |
Тер-Абрамяндың килемле йорто Викимилектә |
Тер-Абрамяндың килемле йорто — Дондағы Ростовтың Ҙур Баҡса урамындағы боронғо йорт. Бина — 2009 йылдың 1 ғинуарынан Ростов өлкәһе хакимиәтендә иҫәптә торған төбәк әһәмиәтендәге тарихи һәм мәҙәни ҡомартҡы. Адресы: Дондағы Ростов ҡалаһы, Ҙур Баҡса урамы, 51.
Тарихы
үҙгәртергәXIX быуаттың һуңғы сирегендә Ростов эшҡыуары Тер-Абрамяндың ҡалала бер нисә йорто, китап магазины була, бер үк ваҡытта ул нәшриәт эше менән шөғөлләнә. 1880 йылдар уртаһына тиклем уның типографияһы һәм редакцияһы ҡуртымға алған биналарҙа урынлаша. Нәшриәт эшмәкәрлеген үҫтереү өсөн уға типография һәм редакция өсөн биналары булған шәхси йорт кәрәк була.
Был ваҡытҡа Ҙур Баҡса Дондағы Ростов ҡалаһында төп урам була. 1886 йылда унда, Семашко һәм Газетная тыҡырыҡтары араһында нәшриәтсе Иван Абрамович Тер-Абрамяндың яңы өс ҡатлы кирбес йорто төҙөлә. Ул Оло Баҡса урамында икенсе күп ҡатлы йорт була. Ике көмбәҙле был бина Мәскәү архитекторы, Санкт-Петербург сәнғәт академияһын тамамлаусы А. Н. Померанцевтың проекты буйынса төҙөлгән биш ҡатлы бина эргәһендә (хәҙер уның беренсе ҡатын «Ростовэнерго» биләй) урынлаша.
Тер-Абрамян аҡсаһына төҙөлгән йорттоң фасады бик матур. Уның уртаһында ишек, ишек өҫтөндә — икенсе һәм өсөнсө ҡаттарҙа декорацияланған ярым колонналар эшләнгән. Өҫкө ҡат бөгөлгән фронтон менән тамамлана. Уға төҙөлөү ваҡыты яҙылған «1886». Бина фасады кирбес декор ҡулланып биҙәлгән. Йорттоң «нәфис стиле» төрлө архитектура деталдәре менән күрһәтелгән. Бөгөлгән селтәрле ҡоймалы һәм конус формаһында тамамланған көмбәҙле өс балкон йорттоң матурлығын тулыландыра.
Килемле йорт Санкт-Петербургтың гражданлыҡ инженерҙары институтын тамалаусы Николай Матвеевич Соколов проекты буйынса төҙөлә. Ул 1886 йылда ҡала идаралығында техник булып эшләй, ә 1887 йылдан иде, ҡаланың баш архитекторы була. Төҙөлгән йортта архитекторҙың матур фасад менән бинаның сағыу силуэт тамамланышын бергә туплаған ижади манераһы тормошҡа аша.
Төҙөлөш эштәре тамамланғандан һуң йорт ҡуртымға бирелә. Беренсе ҡатында магазиндар һәм «Исакович фотографиялары» фотоательеһы урынлаша. 1910 йылдарҙа бында Г. А. Шифриндың һәм фотограф Б. П. Мищенконың фотоательеһы була. Оҙаҡ йылдар йортта И. Панченконың яҙыу-һыҙыу ҡағыҙҙары магазины эшләй. Икенсе һәм өсөнсө ҡаттарҙа Е. И. Ремизованың тегенселәр мәктәбе һәм башҡа конторалар урынлаша. 1918 бинала «Киске ваҡыт» гәзите редакцияһы урынлаша.
Был бинала Тер-Абрамяндың типографияһы ла эшләй. Ул беренсе ҡатта урынлаша, инеү айырым ишектән була. Типографияла китаптар, календарҙар, гәзиттәр һ. б. баҫыла. Йорт төҙөлгәндән алып унда «Дон бал ҡорттары» гәзите редакцияһы ла урынлаша.
Иван Абрамович Тер-Абрахман 1899 йылда вафат була. Йорт һәм типография уның улына — Арам Ивановичҡа ҡала. Ул атаһының эшен дауам итә һәм алға ебәрә. 1910 йылда типографияла 6 электр баҫыу машиналарында һәм 15 станокта 50 самаһы кеше эшләй. Баҫма машиналар электрические. А. И. Тер-Абрахман 1919 йылда вафат булғандан һуң типография ябыла.
1920 йылдарҙа йорт дәүләткә тапшырыла. Унда коммуналь фатирҙарҙа тороусылар йәшәй башлай. Беренсе ҡатта, элеккесә, магазиндар эшләй.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында йорттоң көмбәҙҙәре зыян күрә. Һуғыштан һуң бина тергеҙелә, ләкин ул көмбәҙһеҙ була, фасады аҡлана. Хәҙерге ваҡытта йортта кешеләр йәшәй, беренсе ҡатында Эль Марше кейем магазины урынлашҡан.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Барановский Г. В. Юбилейный справочник института гражданский инженеров.— Спб., 1893.
- Приазовский край. — 1900. — 1 июня.
- Весь Ростов и Нахичевань н/Д. — Ростов-на-Дону, 1913.
- Приазовский край. — 1899. — 11 июня. — С. 5
- Вечернее время. — 1918. — Информация о размещении редакции по данному адресу публиковалась в каждом номере газеты.
- Алтунджи П. Крупнейшие торгово—промышленные и технические фирмы г. Ростова—на—Дону. Вып. 1. — Ростов-на-Дону, 1910. — С. 106.
- Вся область Войска донского на 1899 г. — Ростов н/Д, 1899. — С. 594.