Соколов Николай Матвеевич (архитектор)

Николай Матвеевич Соколов (18591906 йылдар) — архитектор, Дондағы Ростов ҡалаһының элекке баш архитекторы (1887 йыл).

Николай Матвеевич Соколов
Төп мәғлүмәт
Ил

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы

Тыуған көнө

1859({{padleft:1859|4|0}})

Тыуған урыны

Рәсәй империяһы

Вафат көнө

1906({{padleft:1906|4|0}})

Вафат урыны

Дондағы Ростов,
Рәсәй империяһы

Хеҙмәттәре һәм ҡаҙаныштары
Белем алған

Петербург граждан инженерҙәр институты 

Работал в городах

Дондағы Ростов

Архитектура стиле

кирбес стиле

Мөһим төҙөлөштәре

Ростов дәүләт төҙөлөш университетының төп корпусы (элекке Коммерция училищеһы)

-
 Соколов Николай Матвеевич (архитектор) Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә
 
Дондағы Ростовта хеҙмәт һөйөү йорто
 
Н. И. Токарев исемендәге Халыҡ училищеһы
 
Коммерция училищеһы йорто
 
Бер туған Мартындарҙың йорто

Николай Матвеевич Соколов 1859 йылда дворян ғаиләһендә тыуған. Санкт-Петербургта уҡыған. Санкт-Петербург дәүләт архитектура-төҙөлөш университетында Петербургта һәм Германияла граждан инженерҙар институтын тамамлаған. Өйләнгән. Дондағы Ростовҡа ҡала хужалары тарафынан баш архитектор итеп тәғәйенләнгән. 1886 йылда Николай Матвеевич ҡалаға килгәс, «Бай сығанаҡ» тип аталған үҙәк районды үҙе үҙләштергән яңы готика архитектура традицияларында проектлаштырыу менән булышҡан. Хәҙерге көндәргә тиклем һаҡланып ҡалмаған Лютеран сиркәүе (Седов һәм Соколов урамдары мөйөшөндәге), бер тыуған Мартындар йорто (Оло Баҡса урамы һәм Крепостной тыҡырығында), Коммерция училищеһы йорто (хәҙерге Ростов Инженер-төҙөлөш университеты) (Социалистик урамы һәм Богатяновский тыҡырығы киҫелешендә) — ғәҙәттәге немец архитектураһы традицияларында төҙөлгән.

Ростовта ул үҙенең мәхәббәте — Натальяны осрата[1]. Натальяның беренсе никахы уңышһыҙ булып сыҡҡан: уның ире трагик хәлдәрҙә һәләк булған. Николай Матвеевич был ваҡытта үҙенең беренсе ҡатыны менән айырылышыу процесында булған. Ул ваҡытта айырылышыу өсөн рөхсәтте бары тик Изге Синод ҡына биргән. Николай Матвеевич Натальяны бик ныҡ яратҡан, һәм улар, сиркәүҙә никахтарын раҫламайынса ғына, бергә йәшәй башлағандар. 12 йыл буйы улар шулай йәшәгәндәр, уларҙың өс балалары булған. Николай Матвеевич үҙенең яратҡан ҡатынына Пушкин урамында өс этажлы йорт һатып алған (ул йорт әле лә бар). Наталья уны 1910 йылда, Николай Матвеевич үлгәндән һуң, һатып ебәргән, Сенная урамында (хәҙер М. Горький урамы) бәләкәйерәк йорт һатып алған. 1920-се йылдарҙа был йорт дәйөм халыҡ милкенә әйләнгәндән һуң, архитекторҙың ҡатынына йорттоң икенсе ҡатында бер нисә бүлмәне ҡалдырғандар.

Архитекторҙың ижади идеяларына уның бала һәм үҫмер сағында Прибалтикала йәшәүе, архитектура сәнғәте менән булышыуы Ригала башланыуы ҙур йоғонто яһаған. Н. М. Соколовтың XIX быуат аҙағы — XX быуат башындағы ижады Дондағы Ростов ҡалаһы үҙәк өлөшөнөң тарихи йөҙөн барлыҡҡа килтереүгә ныҡ булышлыҡ иткән.

XIX быуат аҙағы — XX быуат башында Соколов Николай Матвеевич, «кирбес стиле» оҫтаһы булараҡ, архитектура ҡомартҡылары исемлеген тәшкил иткән йорттарҙы проектлаған. Бында Николаевский ҡала дауаханаһының төп корпусы (1902), аҡылы зәғифләнгәндәрҙе дауалау йорто, Р. П. Максимовтың хеҙмәт һөйөү йорто[2], Иҫке Баҙар майҙанындағы ябыҡ баҙар, Новопокровский сиркәүе, Коммерция училищеһы (1905), Иверск ҡатын-кыҙҙар монастырының Иверская Божья Матерь сиркәүе, Михаил Архангел сиркәүе, Изге апостолдарға тиң кенәз Владимирҙың Дондағы Ростовтағы сиркәүе, Н. И. Токарев исемендәге Халыҡ училищеһы инә. Ҙур Садовый урамындағы 51-се йорт шулай уҡ Соколов проекты буйынса төҙөлгән[3] (1886). Был урамда доминант булып торған йорттар — америка консульствоһының ике ҡатлы айырым йорто (Ҙур Садовый урамы, 125-се йорт), хәҙерге ваҡытта был Рәссамдар йорто, сауҙагәр Максимовтың контораһы йорто (1880).

Н. М. Соколов архитектура эштәренең ҡомартҡыһы — бер тыуған Мартындар йорто, икенсе төрлө әйткәндә Ҡыҙыл йорт, 1893 йылда Британия поданныйы Иван Романович Мартын өсөн төҙөлгән йорт. Был ике ҡатлы йорт немец неоготикаһы стилендә төҙөлгән. Йорт ҡыҙыл кирбестән төҙөлгән һәм Дондағы Ростов ҡалаһы өсөн XIX быуат аҙағы — XX быуат башында һирәк осрай торған неоготиканың өлгөһө булып тора. Ул ҙур масштаблы өс киртләсле архитектура формаһы менән ҡаланың үҙәк районындағы урамдарын үҙенә ҡаратып тора. Йорт готик формалы көмбәҙле шпиль менән осланып тора. Шпилгә флюгер ҡуйылған, йорттоң ҡыйығы өсмөйөшлө текә ҡыйыҡ менән ябылған. Йортҡа ингән ишектең өҫтөндәге япма балкон сиктәренә тотолған тимерҙән сүкеп эшләнгән баҫҡыс яндауырҙары һәм өй ҡыйығы деталдәре менән биҙәкләнгән.

18971900 йылдарҙа Соколов архитектура профессоры, эклектика оҫтаһы А. Н. Померанцев проекттары буйынса йорттар төҙөү менән булышҡан, Ҡала Думаһының төҙөлөш комиссияһы менән етәкселек иткән.

Сенат Указы менән 1892 йылдың 13 апрелендә граждандар инженеры титуляр кәңәшсе архитектор Соколов Николайға коллежский асессор дәрәжәһе бирелгән. Архитектор Соколов инфаркттан вафат булған. Үлеме алдынан Синод уның беренсе никахын рәсми рәүештә юҡҡа сығарған. Соколов ҡаланың Крестовоздвиженский зыяратында ерләнгән.

Әҙәбиәте

үҙгәртергә
  • Есаулов Г. В., Черницына В. А. Архитектурная летопись Ростова-на-Дону. Ростов-на-Дону, «Малыш», 2002. — С. 304.
  • Ильин А. М. История города Ростова-на-Дону. — Ростов-на-Дону: «Мини тайп», 2006. — С. 95.
  • Любжанидзе В. Н., Лаптев Г. Ф. Путешествие по старому Ростову. — Ростов-на-Дону: Донагрейн, 1997. — С. 186.
  • Донской временник. 2009. — 2008, — С. 54.
  • Есаулов Г. В. Архитектор Ростова Николай Соколов //Строймаркет — Ростов. −1998. № 2, — С. 35-36.
  • Научный журнал КубГАУ, № 120(06), 2016 год. Людмирская А. В. Статья: Архитектура Эстляндской губергиии — источник вдохновения и основа творческого метода Н. М. Соколова (неоготика Прибалтийского края и её отражение в архитектурном облике Южной столицы) (Академия строительства и архитектуры ДГТУ, факультет градостроительства и архитектуры, Ростов-на-Дону, Россия).
  • Волошинова Л. «Николай Соколов». //Вечерний Ростов, 1991, № 74.
  • Газета «Вечерний Ростов», 29 марта 2002 года. Александр Оленев. Интервью с внучкой архитектора Соколова — Натальей Федоровной Мартыновой.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә