Киладзе Темур Какоевич

(Темур Киладзе битенән йүнәлтелде)

Киладзе Темур Какоевич (17 июнь 1949 йыл) — ғалим-химик‑технолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Химия фәндәре докторы (1985).

Киладзе Темур Какоевич
Тыуған көнө

17 июнь 1949({{padleft:1949|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (75 йәш)

Тыуған урыны

Грузия

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Ғилми дәрәжәһе

химия фәндәре докторы

Биографияһы

үҙгәртергә

Темур Какоевич Киладзе 1949 йылдың 17 июнендә тыуған. Сығышы менән хәҙерге Грузияның Озургети (1934—1989 йылдарҙа Махарадзе) ҡалаһынан. Юғары уҡыу йортон — Өфө нефть техник институтының нефть һәм газ эшкәртеүҙә химик технология факультетын 1975 йылда тамамлаған.

Хеҙмәт юлы

үҙгәртергә

1975—1981 Өфө нефть институтында хеҙмәт итә.

1987—1997 — Өфө дәүләт сервис институтында тармаҡ лабораторияһы мөдире, химия кафедраһы мөдире.

2002—2003 — «Башлеспром» урман сәнәғәте холдинг компанияһы» ААЙ-е генераль директоры

Ғилми хеҙмәттәре 1,3‑дигетероциклоалкандар гетеролитик реакциялары химияһы өлкәһендә, ацеталдәрҙе, ортоэфирҙарҙы һәм уларҙың гетероаналогтарын синтезлау проблемаларына, кремнийорганик берләшмәләр менән үҙ‑ара йоғонтоһон тикшереүгә арналған. Киладзе ҡатнашлығында оксетандар, азетидиндар һ.б. гетероциклик берләшмәләр алыу ысулдары эшләнә, улар ӨНИ эргәһендәге «Уфареактив» аҙ күләмле химия продукттары һәм реактивтар эксперименталь‑тәжрибә заводында ҡулланыла.

100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 15 уйлап табыу авторы. Асыштарына патент алған.

Техник фәндәр кандидаты һәм докторы дәрәжәһенә яҙған диссертациялары:

1979 — «Получение неэтилированного бензина АИ-93 в процессе РИГИЗ»

1985 — «Синтез и гидросилицирование ацеталей, ортоэфиров и их гетероаналогов»

Дәүләт һәм тармаҡ наградалары

үҙгәртергә
  • Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһе дипломдары һәм миҙалдары

Сығанаҡтар

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә