Темерник күпере
Темерник күпере — Дондағы Ростовта Дон йылғаһы аша күпер. 2007—2010 йылдарҙа инженер А. М. Ефремушкин проекты буйынса («ГИПРОДОРНИИ» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Төньяҡ-Кавказ филиалы) төҙөлә. Үҙенең исемен 2011 йылдың 17 мартында[1] шул уҡ исемле Темерник йылғаһы менән бәйле ала, күперҙең эстакадаһы Дон йылғаһының уң яҡ ярында Темерник буйлап һуҙылған. Ошо мәлгә тиклем күпер үҙенең проектта күрһәтелгән исемен йөрөткән «Сиверс проспекты ауыҙындағы күпер».
Темерник күпере | |
Темерник күпере төҙөлөш ваҡытында (2010 йылдың йәйе) | |
Географик координаталар: 47°12′36″ с. ш. 39°42′10″ в. д.HGЯO | |
Рәсми исеме |
Темерник күпере |
---|---|
Файҙаланыу өлкәһе |
автомобиль, йәйәүле |
Киҫешә | |
Урынлашыу урыны | |
Конструкция | |
Над пересекаемой преградой |
459,8 м |
Дөйөм оҙонлоғо |
2255 м (мост һәм ике яр буйы эстакадаһы) |
Күперҙең оҙонлоғо |
28 м |
конструкцияның бейеклеге |
21 м |
Һыу өҫтөндәге өлөшө бейеклеге |
17 м |
хәрәкәт Һыҙаты |
6 |
Эксплуатация | |
Төҙөлөш башланыу датаһы |
2007 йылдың 28 декабре (беренсе свай) |
Асылыу ваҡыты |
2010 йылдың 16 декабре - тест режимында бөтә халыҡ өсөн, 2010 йылдың 25 декабрендә - рәсми |
Темерник күпере (проект буйынса үткәреү һәләте тәүлегенә 60 мең тирәһе автомобиль) Ворошилов күперенә альтернативалы (тәүлегенә 46 мең тирәһе автомобиль) Дондағы Ростовтан Краснодар һәм Ставрополь йүнәлеш буйынса М4 «Дон» трассаһына сығыуҙы тәьмин итә, шулай уҡ юлдаш ҡалалар Батайск һәм Аҙау өсөн транспорт яғынан әһәмиәтле. Әммә транспорт сиселеше системалары юҡлығы арҡаһында күперҙең транспорт көсөргәнеше түбән.
Күпер, Ворошилов күпере авария хәлендә булыу сәбәпле, тиҙләтелгән темп менән төҙөлә. Ворошилов күпере 2008 йылдың 23 июнендә сикләнгән режимдә хәрәкәт өсөн генә асылған була.
«Темерницкий диаметры» комплексы составында Темерник күпере төҙөүҙөң икенсе этабында Гвардия майҙанынан Мечников урамына юл үткәргес төҙөү планлаштырыла.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Мосты Ростова-на-Дону
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Мост на Сиверса открыт!(недоступная ссылка) (+ схемы движения)(недоступная ссылка)