Теге ул ине! (хикәйә)

Теге ул ине!  — хикәйә. Антон Павлович Чехов яҙған. 1886 йылда яҙылған, тәүге тапҡыр 1886 йылдың 27 декабрендә «Осколки» журналының 52-се һанында А. Чехонте ҡултамғаһы менән баҫыла.

Теге ул ине!
Нигеҙләү датаһы 1886
Атамаһы То была она!
Сәнғәт формаһы хикәйә
Автор Чехов Антон Павлович
Әҫәрҙең теле урыҫ теле
Нәшер ителеү ваҡыты 27 декабрь 1886 (8 ғинуар 1887)
Баҫылған Осколки[d]
Авторлыҡ хоҡуғы статусы 🅮[d] һәм 🅮[d]

Баҫмалар

үҙгәртергә

А. П. Чеховтың «То была она!» хикәйәһе тәүге тапҡыр 1886 йылдың 27 декабрендә «Осколки» журналының 52-се һанында А. Чехонте ҡултамғаһы менән баҫыла, 1887 йылда А. Ф. Маркс нәшер иткән А. П. Чехов әҫәрҙәре йыйылмаһындағы «Невинные речи» йыйынтығына индерелә.

Чехов тере саҡта хикәйә болгар, немец, норвег, поляк һәм чех телдәренә тәржемә ителә.

Тәнҡитсе А. Басаргин хикәйәне Чехов тарафынан төрлө фантастик темаларға, моғайын, төрлө осраҡлы сәбәптәр арҡаһында яҙылған «бөтөнләй гонаһыҙ хикәйәләр» араһына индерә»[1].

Пенсия йәшендәге полковник Вывертов дан яратыусы өс йәш ханымға үҙ томошо тураһында һөйләй. Бер саҡ шулай ул 1843 йылда үҙ полкы менән бергә Польшаның Ченстохов ҡалаһында була. Ул саҡтарҙа ҡыш бик ҡаты һыуыҡ булғанлыҡтан, һаҡта торған һалдаттар йыш ҡына танауҙарын туңдыра, ә буран юлдарҙы ҡаплап китә торған була. Полковник,ул ваҡытта әле подпоручик, өйләнгән булыуына ҡарамаҫтан, бик шуҡ егет була, сөнки ул поляк шляхтасыларына ҡаршы һуғыша һәм төрлө мөхәббәт тарихтарына инеп ҡалыусы була.

Адъютант сифатында ул ил буйлап бик күп йөрөй. Бер саҡ шулай Раштыуалағы һыуыҡ, алама көндәрҙең береһендә уны Шевелки ауылына ебәрәләр. Юлды буран күмеп китә, һәм ат йөрөтөүсе күсер уны ҡайҙа башы һуҡһа шунда алып китә. Улар поляк-граф Боядловскийҙың имениеһына килеп инә. Уларҙы буран туҡтағансы ҡунырға индерәләр, һыйлайҙар, кәрт уйнарға ултырталар, ә һуңынан «графтың ҙур йортона» йоҡларға һалалар.

Йорт менән идара итеүсе Вывертовты өйҙә өрәктәр булыуы бар тип иҫкәртә. Йоҡоға китер алдынан подпоручик аяҡ тауышы ишетә һәм кемдеңдер ишекте асыуын аңлай. Бына уның яурындарына ниндәйҙер ҡатын-ҡыҙ ҡулының тейеүен һиҙә. Ҡатын кеше: «Мин һине яратам... Һин миңә тормошомдан да ҡәҙерлерәк» - ти. Улар төндө бергә үткәрә. Киләһе төндә лә был хәл ҡабатлана, сөнки тыштағы буран туҡталыу урынына, киреһенсә, көсәйә генә. Тағы бер көндән һуң, ниһайәт, Вывертов юлға сыға.

Полковникты тыңлаусы ханымдар унан теге ҡатындың кем булғанлығын һорай. Вывертов уларға, был минең ҡатыным ине, сөнки ул минең менән бергә Шевелкиға килгәйне тип яуаплай. Ханымдар бик ныҡ күңелһеҙләнеп китә һәм хатта киске аштан да баш тарта. Улар Вывертов үҙҙәренән көлдө тип уйлай.

Ләкин полковник юғалып, аптырап ҡалмай: «Үпкәләмәгеҙ инде, ханымдар, мин бары тик шаяртып ҡына әйттем, ул ҡатын минең бисә түгел, ә управляющийҙың ҡатыны ине ...» - ти. Был хәбәрҙе ишеткән ханымдарҙың йөҙҙәре яҡтырып китә, күңел төшөнкөлөктәре юғала һәм хатта уларҙың аппетиттары ла асыла.

  • Чехов А. П. То была она

{0}[13]{/0}} (1936) // Чехов А. П. Полное собрание сочинений и писем: В 30 т. Сочинения: В 18 т. / АН СССР. Ин-т мировой лит. им. А. М. Горького. — М.: Наука, 1974—1982.

  • Voir Dictionnaire Tchekhov, Page 48, Françoise Darnal-Lesné, Édition L'Harmattan, 2010, ISBN 978 2 296 11343 5.
  • C’était elle

!, traduit par Madeleine Durand et Édouard Parayre, révision de Lily Dennis, Bibliothèque de la Pléiade, éditions Gallimard, 1967, ISBN 978 2 07 0105 49 6.

  • Gerhard Dick (Hrsg.), Wolf Düwel (Hrsg.): Anton Tschechow: Gesammelte Werke in Einzelbänden: Sie war’s

{0}[13]{/0}} (1936) S. 607–612 in: Gerhard Dick (Hrsg.): Anton Tschechow: Vom Regen in die Traufe. Kurzgeschichten. Aus dem Russischen übersetzt von Ada Knipper und Gerhard Dick. Mit einem Vorwort von Wolf Düwel. 630 Seiten. Rütten & Loening, Berlin 1964 (1. Aufl.)

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. «Московские ведомости», 1900, № 36, 5 февраля