Тверь дәүләт циркы


Тверь дәүләт циркы — Рәсәй Федерацияһының Тверь ҡалаһындағы күңел асыу үҙәге. Ҡаланың цирк бинаһы хәҙерге Тверь майҙанында урынлашҡан.

Тверь дәүләт циркы
Нигеҙләү датаһы 1924
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Тверь
Рәсми сайт circus-tver.ru
Карта
 Тверь дәүләт циркы Викимилектә

Тверь дәүләт циркы шул исемдәге ҡаланың Совет урамындағы күп ҡатлы ағас бинаһында 1924 йылдың 14 ноябрендә һаҡланып ҡалған № 6 мәктәбе ҡаршыһында урынлашҡан. 1925 йылда Тверь циркының иҫке бинаһы яна һәм цирк тамашаһы ҡала баҡсаһындағы йәйге театрҙа, Тверь дәүләт театры бинаһында, күсмә цирк-шапитола күрһәтелә, ә 1932 йылдан алып — яңы цирк-шапито бинаһында күрһәтелә. 1941 йылда немец оккупацияһы ваҡытында цирк бинаһы юҡҡа сыға, 1944 йылда (башҡа мәғлүмәттәр буйынса — 1946 йылда.) цирк бинаһы тергеҙелә, ләкин 1949 йылда ул янып китә, артабан 1950 йыл яңынан тергеҙелә[1]. 1971 йылда архитектор А. Л. Сегал тарафынан Тверь майҙанында цирктың яңы бинаһы асыла. Цирк бинаһында тамашасылар өсөн 15 рәттә 1657 ултырғыс ҡуйылған. Тверь дәүләт циркы көмбәҙенең бейеклеге 18 метр тәшкил итә[2]. Хәҙерге ваҡытта цирк ошо бинала урынлашҡан һәм эшләй.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. «Тверь» 2010 йыл 12 сентябрь архивланған.
  2. Энциклопедик белешмә тверь өлкәһе(недоступная ссылка)

Һылтанмалар

үҙгәртергә