Тбилиси һыуһаҡлағысы

Тбилисиҙың төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан һыуһаҡлағыс

Тбилиси һыуһаҡлағысы (груз. თბილისის წყალსაცავი) — Тбилисиҙың төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан һыуһаҡлағыс. 1952 йылда өс әсе тоҙло күлде Иори йылғаһы һыуҙары менән тоташтырып булдырылған. Оҙонлоғо — 9 км, ә киңлеге — 3 км. Максималь тәрәнлеге — 45 м, уртаса тәрәнлеге 26,6 метрға етә. Һыуһаҡлағыс яҙын һыуҙы туплай, ә йәйен һәм көҙөн был һыу интенсив рәүештә файҙаланыла, Шуға ла миҙгеленә ҡарап һыу тәрәнлеге 7-10 метр тирәһе тәшкил итә.

Тбилиси һыуһаҡлағысы
Рәсем
Дәүләт  Грузия
Административ-территориаль берәмек Тбилиси
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 650 метр
Оҙонлоҡ 8,75 km
Киңлек 1,85 km
Вертикаль тәрәнлеге 45 метр
Майҙан 11,6 км²
Күләме 0,308 км³
Карта
 Тбилиси һыуһаҡлағысы Викимилектә

Тбилиси һыуһаҡлағысы олиготроф типҡа ҡарай, әммә һуңғы осорҙа йылдың йылы ваҡытында  эвтрофикация күренеше күҙәтелә.

Һыуһаҡлағыс Самгор һуғарыу системаһына инә. Уның ярҙары рекреацион маҡсаттарҙа киң ҡулланыла. Һыуһаҡлағыстың төньяҡ -көнбайыш өлөшөнә яҡын Тэвз районы урынлашҡан, йәнәшәлә генә — Тбилисиҙың милли паркы.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Тбилисское водохранилище(недоступная ссылка) — муниципальный портал Тбилиси
  • Лист карты K-38-78 Тбилиси. Масштаб: 1 : 100 000. Состояние местности на 1982 год. Издание 1983 г.