Таһир Кусимов исемендәге гимназия

Башҡортостан Республикаһы Әбйәлил районы Асҡар ауылында урынлашҡан уҡыу йорто дөйөм белем биреү мәктәбе

Таһир Кусимов исемендәге гимназия (рус. МБОУ «Гимназия им. Т. Кусимова» с. Аскарово муниципального района Абзелиловский район) — Башҡортостан Республикаһы Әбйәлил районы Асҡар ауылында урынлашҡан уҡыу йорто дөйөм белем биреү мәктәбе.

Таһир Кусимов исемендәге гимназия
Нигеҙләү датаһы 1998
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы, Әбйәлил районы һәм Асҡар
Рәсми сайт abroo06.ucoz.net/index/o…
Карта

Тарихы үҙгәртергә

Таһир Күсимов исемендәге гимназия 1994 йылда 2-се Асҡар урта мәктәбе була. Нигеҙ һалыу йылында мәктәптә 32 класс була. 1998 йылдан уҡыу йорто мәктәп-гимназия режимында эшләй башлай. 2001 йылдың 16 ноябрендә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Указына ярашлы мәктәп легендар яҡташы, Советтар Союзы Геройы, генерал-майор Таһир Тайып улы Кусимов исеме менән атала. 2002 йылдың 14 февралендә, Т. Т. Кусимов тыуған көнөндә, мәктәп гимназия статусын ала. Мәктәптә Т. Т. Күсимов музейы булдырылған[1].

Таһир Кусимов исемендәге гимназияның гимны, эмблемаһы бар[2].

Етәкселәре үҙгәртергә

  • Н. З. Әхтәмова
  • Әхмәтов Рәмил Нурислам улы — Башҡортостан Республиканың мәғариф алдынғыһы

Уҡытыусылары үҙгәртергә

Мәктәптең уңыштары үҙгәртергә

Конкурстар еңеүсеһе
  • Бөтә Рәсәй:

— «Рәсәйҙең иң яҡшы мәктәптәре»
— «Мәғариф» өҫтөнлөклө милли проекты сиктәрендә инновацион белем биреү программалары (икеһе лә — 2006);

  • республика:

— «Иң яҡшы балалар туҡланыуы ойошмаһы» (2004)

  • район:

— «Йыл мәктәбе» (2000)
— «Компетентлы мәктәп» (2001, 2003, 2010-13)
— «Матур мәктәп»
— «Хеҙмәт мәктәбе» (икеһе лә — 2002)
— «Әүҙем мәктәп» (2003, 2012, 2013)
— «Хәүефһеҙ бала саҡ юлы» (2013, 2014)[4]

Уҡыусыларҙың уңыштары үҙгәртергә

Һылтанма буйынса уҡығыҙ Достижение учеников

Матбуғатта үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә