Таңсулпан
Викидатала элемент тултырылмаған |
Таңсулпан — төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт ҡатын-ҡыҙ исеме.
Этимология
үҙгәртергәТаңсулпан — башҡорт телендә таң йондоҙо, сулпан (Венера планетаһы) тигәнде аңлата[1].
Билдәле кешеләр
үҙгәртергәБабичева Таңсулпан Даһи ҡыҙы (15 май 1953 йыл) — башҡорт театр һәм кино актёры, юғары мәктәп уҡытыусыһы, профессор (2005). Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1981), Рәсәй Федерацияһының (2000) һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1994).
Ғарипова Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы (22 сентябрь 1947 йыл) — прозаик, драматург. Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы (2018) һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2006). Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1994)
Таңсулпан Диҡҡәт ҡыҙы Бураҡаева (7 ғинуар 1982 йыл) — кинорежиссёр, сценарийҙар авторы, рәссам, йәмәғәт эшмәкәре. Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһының Кинематографистар Союзы ағзаһы (2017). Белеме — Өфө сәнғәт училищеһының рәсем бүлеге; Өфө дәүләт сәнғәт академияһының һынлы сәнғәт факультеты; Санкт-Петербург дәүләт кино һәм телевидениеһы институтының экран сәнғәте факультеты («кино һәм телевидениеһы режиссураһы»). 2006—2015 йылдарҙа — «Башҡортостан» киностудияһында кинорежиссёр. Бөгөнгө көндә үҙаллы киноэшмәкәр.
Әҙәбиәттә
үҙгәртергә«Таңсулпан (драма)» — Ҡадир Даяндың ошо исемдәге драмаһында төп героиня.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре 2021 йыл 5 октябрь архивланған.. — Өфө, 2006.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |