Ташкинов (Башҡортостан)

(Ташкин (Башҡортостан) битенән йүнәлтелде)

Ташкинов — Башҡортостан Республикаһы Нефтекама ҡалаһы ҡала округы ауылы, элекке Ташкинов ауыл советы үҙәге.

Ташкинов
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Нефтекама ҡалаһы ҡала округы[1]
Халыҡ һаны 2467 кеше (2010)[2],
1292 кеше (1906),
1147 кеше (1920),
816 кеше (1939),
595 кеше (1959),
743 кеше (1969)[3],
1358 кеше (1989),
2003 кеше (2002)
Карта

Географияһы

үҙгәртергә

Ауыл Березовка йылғаһында (Каманың һул ҡушымтаһы), Нефтекама тимер юл станцияһынан көньяҡҡа 6 км, Николо-Березовканан көньяҡ-көнсығышҡа 11 км, Ижевскиҙан 108 км, Өфөнән 182 км һәм Пермдән көньяҡҡа 246 км алыҫлыҡта урынлашҡан.

Беренсе тапҡыр Ҡазан өйәҙенең 1647—1656 йылдарҙағы Писцовая китабында Ҡаҙан өйәҙенең Ар юлы Сарапул волосы Ташкинов ауылы булараҡ телгә алына. Был китаптағы яҙыуға ярашлы: «Деревня, что был починок Ташкинов, за рекою Камою: пашни и перелогу пятнатцать длинников, тритцать два поперечника, итого четыреста восмьдесят десятин; в другом поле то ж, а третьево поля нет. И обоего пашни и перелогу девятьсот шестьдесят десятин в три поля. А в одно поле триста дватцать десятин, а в дву по тому ж». XVIII быуаттың яҙма сығанаҡтарында ауыл Илдиән исеме аҫтында телгә алына (Илдийән; Березовка йылғаһының башҡортса исеме буйынса). Дворцовый Сарапул ауылы Переписной китабында Ҡазан коменданты Никита Алферьевич Кудрявцев (1710) яҙыуына ярашлы Ташкин ауылында 4 йорт булған, халҡы 21 кеше (11 ир-егет, 10 ҡатын-ҡыҙ) тәшкил иткән. Бында Старцев, Якимов, Кузнецов, Сомов, Ростов һәм Замараев фамилиялы крәҫтиәндәр йәшәгән.

1760 йылда Ҡазан юлы Өфө өйәҙенең Ырымбур губернаһына ингән. 1865 йылда Ырымбур губернаһы территорияһының бер өлөшөнән Өфө губернаһы төҙөлгән һәм Ташкин ауылы Бөрө өйәҙе составында Өфө губернаһының административ-территориаль буйһоноуына күсә. Был ваҡытта Ташкинов ауылында 132 йорт, халҡы 915 кеше иҫәпләнә. Ауылдың кешеләре игенс елек, солоҡсолоҡ, балта эше, көршәк әүәләү, септә һуғыу һәм тоҡ тегеү менән шөғөлләнгәндәр. 1805 йылда ауылда ғибәҙәтхана (часовня) төҙөлгән. 1906 йылда Ташкинда сиркәү-приход мәктәбе, 1 ел һәм 2 һыу тирмәне, һабын һәм 4 ҡап туғыу оҫтаханаһы, икмәк һаҡлау магазины һәм бакалея лавкаһы булған.

1922—1930 йылдарҙа ауыл Башҡорт АССР-ының Бөрө кантоны Калегин волосына ҡарай. 1930 йылда Башҡорт АССР-ында кантонлыҡ бөтөрөлөү сәбәпле ауыл Краснокама районы составына инә. 1932 йылда Краснокама районы Ҡалтасы районына ҡушылдырыла һәм ауыл ошо райондың административ — территориаль бүленешенә күсә. 1935 йылда район ҡабаттан Краснокама һәм Ҡалтасы райондарына бүленә, Ташкинов ауылы тағы ла Краснокама районы составына эләгә. 1965 йылда райондарҙы эреләтеү сәбәпле ауыл икенсе мәртәбә Ҡалтасы районы составына инә. РСФСР-ҙың Юғары Советы Президиумы 1972 йылдың 31 марттағы указына ярашлы Краснокама районы яңынан тергеҙелә һәм Ташкинов ауыл советы Ташкинов ауылы менән берлектә Краснокама районына инә. 2006 йылда ауыл яңы булдырылған ҡала округы Нефтекама ҡалаһы составына инде[4] (рус.) (Тикшерелеү көнө: 24 декабрь 2020).

2012 йылда ауылда урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет ғәмәлдә булдылар.

Халыҡ иҫәбе
19061920193919591969[5]198920022010[6]
12921147816595743135820032467

Топографик карталар

үҙгәртергә
  • Лист карты O-40-133. Масштаб: 1 : 100 000. Состояние местности на 1982 год. Издание 1983 г.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә