Тау начальнигы йорто
Тау начальнигы йорто (элек шулай уҡ Олонец губернаһының эшсе, крәҫтиән һәм һалдат депутаттары советының йорто) — Петрозаводск ҡалаһында һәм Рәсәйҙә тәүге тау-завод учреждениеларының береһе, 1770-се йылдарҙа классицизм стилендә төҙөлгән.
Тау начальнигы йорто | |
Нигеҙләү датаһы | 1775 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Петрозаводск |
Входит в состав списка памятников культурного наследия | список объектов культурного наследия: Петрозаводск[d] |
Мираҫ статусы | Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d][1][2] |
Указания, как добраться | улица Фридриха Энгельса, 5 |
Тау начальнигы йорто Викимилектә |
Тарих
үҙгәртергәБина Петрозаводск ҡалаһының элекке Инглиз урамында (хәҙер Фридрих Энгельс урамы) xviii быуаттың икенсе яртыһында төҙөлгән. Уны Александровский заводы директоры һәм Олонец тау округы идарасыһы Чарльз Гаскойн өсөн 1774—1776 йылдарҙа заводтың элекке ағас контораһы бинаһы урынында, иҫке нигеҙен ҡулланып, төҙөгәндәр[3].
Ҡала усадьбаһы ансамбле төп йорттан, баҡса һәм флигелдәрҙән торған. Һул яҡтағы флигель эш буйынса килгән чиновниктарҙы ҡабул итеү өсөн төҙөлгән, ә уң яҡтағы флигель канцелярия һәм хеҙмәтселәр өсөн бина итеп төҙөлгән. Йорттоң төп биҙәүе булып усадьба янындағы парк тора, парк голланд манераһында булдырылған һәм йорт архитектураһының яҡындағы урманға бик йәтеш кенә күсеүенең органик өлөшө булып тора[3].
Нәҡ ошо йортта 1819 йылда император Александр I Олонец губернаһына Александровский заводының эше менән танышырға килгәндә туҡталған.
Быуат үткәндән һуң — 1917 йылдың көҙөндә — Александровский завод эшселәре өйҙө реквизировать итәләр һәм унда клуб асалар. 1918 йылдың ғинуарында Олонец губерна крәҫтиән, эшсе һәм һалдат депутаттары советы бында Совет власын урынлаштырыу тураһында иғлан итә һәм шул уҡ йылдың авгусында бында тәүге губерна партия конференцияһы уҙғарыла, 1919 йылдың мартында ҡала комсомолецтарының дөйөм йыйылышы үтә һәм Петрозавод ҡалаһында Рәсәй коммунистик йәштәр союзы ойошмаһы барлыҡҡа килә[4]. XX быуаттың егерменсе йылдарында, РКП(б) өлкә комитеты һәм Коммунистик клубтан тыш, бинала шулай уҡ ҡала партия мәктәбе урынлашҡан[5].
Бөйөк Ватан һуғышынан һуң бина Ҡала торлаҡ идаралығы ҡулына күсә һәм торлаҡ етешмәгән шарттарҙа бина фатирҙар йәшәү өсөн яраҡлаштырыла. 50-се йылдарҙа төп йортта балалар музыка мәктәбе урынлаштырылған була, ә флигелдәрҙә һаман да кешеләр йәшәй. 1970 йылдар уртаһында кешеләр бинанан күсереп бөтөрөлә, ә 1986 йылда 500 самаһы уҡыусыһы булып иҫәпләнгән музыка мәктәбе яңы бинаға күсә. 1976 йылда бинала техник тикшереү үткәрелә һәм бинаның авария хәлендә булыуын асыҡлана, шуға күрә 1970—1980 йылдарҙа бинала өлөшләтә реставрация үткәрелә[5].
Хәҙерге ваҡытта тау начальнигы йортонда төрлө ойошмалар һәм учреждениеларҙың офистары урынлашҡан. Шулай, йорттоң флигелдәрендә Карелия Республикаһы Милли музейының экспозициялары һәм һаҡлау фонды урынлашҡан, үҙәк өлөшөндә — Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса республика үҙәге, эркерлы залы Карелияның ир-ат хоры үҙәгенең репетициялары өсөн файҙаланыла[5].
2019 йылда тау начальнигы йортона капиталь реставрация үткәреү тураһында ҡарар ҡабул ителә[6]. БындаЧарльз Гаскойнға араналған музей ойоштороу планлаштырылған[7].
Архитектура
үҙгәртергәТау начальнигы йортоноң архитектураһы, беҙҙең көнгә тиклем бер үҙгәрешһеҙ килеп еткән тиерлек, классицизм стиленә ҡарай, шулай уҡ йорт архитектураһында шотландия ҡала усадьба йорттары стиле лә ҡулланылған[5].
Усадьбаның төп бинаһы ике ҡатлы, ағас, бейек таш һикәлтәләрҙә тора, ҡыйығы вальмовый сатрашлы, архитектура композицияһы симметриялы. Бина фасадында ялпаҡ ризолит айырылып тора, ул ярым түңәрәк тәҙрәле өсмөйөшлө фронтон менән тамамлана. Мөйөштәре пилястрҙар менән билдәләнгән, йорт ҡаттарға декоратив билбау менән бүленгән, стеналары кәрниз менән тамамланған. Декоратив ағас деталдәре, семәрле тәҙрә ҡапҡастары аҡ төҫкә буялған һәм ҡыҙғылт-һоро таҡта менән көпләнгән стеналарҙа аныҡ күренеп тора[5].
Ике ҡатлы таш флигелдәр төп йорттоң ҡабырғаларында тора һәм урамдың ҡыҙыл линияһынан эстәрәк урынлашҡан, улар янына ағастар ултыртылған. Флигелдәрҙең алғы фасадтары бейек булмаған өсмөйөшлө фронтонлы итеп төҙөлгән. xix быуаттың икенсе яртыһында уң яҡта торған флигелгә ҙур булмаған ике ҡатлы «хеҙмәтсе» төкәтмә һуғылған, был төкәтмә урамдың ҡыҙыл линияһына сығып тора һәм йорттоң композиция тигеҙләнешен бер аҙ боҙа. Төп йорттоң ихата яғындағы фасадтары ябай декорлы, флигелдәр, участка территорияһына инеп, ярым ҡаплаулы баҡса менән тамамланалар[5].
Баштан уҡ бина анфилада кеүек итеп планлаштырылған була, унда зал һәм ҡунаҡ бүлмәһе торған. ХХ быуатта бинала бүлкәттәр эшләгәндәр һәм бинаға инеү урынын үҙгәртеп ҡорғандар, был бинаның симметрияһын боҙоп тора
-
Төп йорт. Урам яғынан күренеше
-
Төп йорт. Баҡса яғынан күренеше
-
Һул флигель
-
Уң флигель
Һаҡлау
үҙгәртергә1971 йылда Карел АССР-ы Министрҙар советы ҡарары нигеҙендә Петрозаводск ҡалаһының Фридрих Энгельс урамындағы 5-се йорт төбәк әһәмиәтендәге тарихи ҡомартҡылар исемлегенә индерелә һәм дәүләт тарафынан һаҡлана[8].
Иҫкәрмә
үҙгәртергә- ↑ Об утверждении сводного списка памятников истории и культуры Карельской АССР, подлежащих государственной охране и мерах по их сохранению (урыҫ) — 1971.
- ↑ Постановление Совета Министров РСФСР № 624 от 04.12.1974
- ↑ 3,0 3,1 Елена Ициксон. Дом горного начальника − свидетель истории . ПетрГУ. Дата обращения: 11 декабрь 2020.
- ↑ Дом горного начальника . Национальный музей Республики Карелия. Дата обращения: 11 декабрь 2020. 2021 йыл 22 ғинуар архивланған.
- ↑ 5,0 5,1 5,2 5,3 5,4 5,5 Дом горного начальника (ул. Ф. Энгельса, 5) . Республиканский центр по государственной охране объектов культурного наследия. Дата обращения: 11 декабрь 2020.
- ↑ Построенное в XVIII веке здание отреставрируют в Петрозаводске . Известия. Дата обращения: 11 декабрь 2020.
- ↑ 100-летие Карелии: рассказываем о главных культурных событиях года . Республика. Дата обращения: 11 декабрь 2020.
- ↑ Постановление Совета Министров Карельской АССР № 199 от 21.04.1971 «Об утверждении сводного списка памятников истории и культуры Карельской АССР, подлежащих государственной охране и мерах по их сохранению» . Дата обращения: 11 декабрь 2020.