Татыулыҡ майҙаны
Татыулыҡ майҙаны (франц. Concorde de la Place) — Парижда үҙәк майҙан, классицизм осорондағы ҡала төҙөлөшө ҡомартҡыһы. Ҙурлығы буйынса Францияла икенсе урында тора (Бордо ҡалаһындағы Кинконс майҙанынан һуң). Король Людовик XV исемен йөрөткән, монархияны ҡолатҡандан һуң Революция Майҙаны тип аталған, хәҙерге атамаһын 1795 йылда революция терроры тамамланыу менән ҡатламдарҙың ярашыуы билдәһе булараҡ алған. 1937 йылда майҙан ансамбле Францияның тарихи ҡомартҡылар исемлегенә индерелә.
Татыулыҡ майҙаны | |
Нигеҙләү датаһы | 1772 |
---|---|
Рәсми атамаһы | place Louis XV[1], place de la Révolution[1], place de la Concorde[1][2], place Louis XV[2], place Louis XIV[2] һәм place de la Concorde[2] |
Кем хөрмәтенә аталған | Конкордия[d] |
Дәүләт | Франция[3][4] |
Административ-территориаль берәмек | Елисейские Поля[d][4] һәм Quartier de la Madeleine[d] |
Урын | VIII округ Парижа[d] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 33 метр |
Хужаһы | Париж муниципалитеты[d][3] |
Сиктәш | Елисейские Поля[d], avenue Gabriel[d], cours la Reine[d], наб. Тюильри[d], rue Boissy-d'Anglas[d], улица Риволи[d], rue Royale[d], ул. Сен-Флорантен[d], трасса Жоржа Помпиду[d] һәм Мост Согласия[d] |
Булдырыусы | Фредерик Джон Кислер[d][5] |
Архитектор | Анж Жак Габриель[d] |
Мираҫ статусы | исторический памятник классифицированный[d][3] |
Оҙонлоҡ | 360 метр[1] |
Киңлек | 210 метр[1] |
Рәсми сайт |
en.parisinfo.com/transpo… pop.culture.gouv.fr/noti… |
Татыулыҡ майҙаны Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергәЛюдовик XV исемендәге майҙан Елисей ҡырҙары (көнбайыштан) һәм Тюильри һарайы баҡсаһы (көнсығыштан) араһында 1755 йылда король заказы буйынса беренсе архитектор Габриэль тарафынан ҡорола. Тәүҙә йырын менән уратып алынған һигеҙмөйөштән ғибәрәт булған, уның мөйөштәрендә Францияның төп ҡалаларын символлаштырған һигеҙ аллегорик һын торған. Майҙан уртаһында Бушардон һәм Пигаль башҡарыуында Людовик XV таш ат һыны ҡуйылған.
Төньяҡ яҡтан Диңгеҙ министрлығының күркәм биналары һәм де Крийон ҡунаҡханаһы төҙөлә. 1787—90 йылдарҙа Сена аша Татыулыҡ күпере һалына, ул ҡапма-ҡаршы яҡтағы ярҙа Милли йыйылыш (элекке Бурбон һарайы) бинаһына терәлә.
Француз революцияһы
үҙгәртергәБөйөк француз инҡилабы ваҡытында Революция Майҙаны тип атала, король статуяһын гильотина алмаштыра. Бында йыйылған халыҡ янында король Людовик XVI һәм королева Мария-Антуанеттаның, һуңыраҡ — Дантон һәм Робеспьерҙың башын киҫәләр. Революция терроры тамамланғандан һуң 1795 йылда майҙан хәҙерге исемен ала.
Обелиск
үҙгәртергә1831 йылда Мысыр хакимы Мәхмәт Әли Франция хөкүмәтенә фирғәүен Рамзес II луксор обелискыһын бүләк итә. Уны 1833 йылдың 21 декабрендә Парижға алып киләләр һәм король Луи-Филипп ҡарары буйынса Татыулыҡ майҙаны үҙәгендә 1836 йылдың 25 октябрендә ҡуялар[6]. Постаментта Мысырҙан Францияға 250 тонна ауырлыҡтағы һәм 23 метр оҙонлоҡтағы ҡоролманың алып килеү процесын һүрәтләүсе диаграммалар яҙылған. Бындай обелисктар («Клеопатра энәләре») шулай уҡ Лондонда һәм Нью-Йоркта ҡуйылған. Обелисктың алтынға ялатылған көмбәҙе 1998 йылда барлыҡҡа килә[6].
Билдәле кешеләре
үҙгәртергәТатыулыҡ майҙаны мөйөшөндә һәм Сен-Флорентен урамында үҙенең айырым йортонда Талейран йәшәгән.
Сәнғәттә
үҙгәртергәЭдгар Деганың «Татыулыҡ Майҙаны» картинаһы Берлин ҡолатылғандан һуң. СССР-ға сығарыла һәм хәҙер Эрмитажда һаҡлана.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 http://www.v2asp.paris.fr/commun/v2asp/v2/nomenclature_voies/Voieactu/2262.nom.htm
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 (unspecified title) (фр.)
- ↑ 3,0 3,1 3,2 base Mérimée (фр.) — ministère de la Culture, 1978.
- ↑ 4,0 4,1 archINFORM (нем.) — 1994.
- ↑ https://www.moma.org/collection/works/402 (ингл.)
- ↑ 6,0 6,1 F. environs et Dauzat Bournon et ses A. Paris. Librairie Larousse — 82 С.