Татар Әхтиялы (Әхтиял; татар. Татар Әхтиялы, рус. Татарский Ахтиял) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Менделеевск районы ауылы.

Татар Әхтиялы
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Тураевское сельское поселение[d]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Кама
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 131 метр
Почта индексы 423647
Урындағы телефон коды 85549
Карта

География

үҙгәртергә

Ауыл Менделеевск ҡалаһынан төньяҡ-көнсығышҡа табан 23 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].

Ауылға байлар ырыуы башҡорттары нигеҙ һала. 1680 йылдан билдәле. Ауыл Байлар улусына ҡарай, һуңыраҡ был улус Вятка губернаһы Алабуға өйәҙенә ҡарай. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Кураково улусы составына керә.

Ауыл кешеләре 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында әүҙем ҡатнаша[1].

1879 йылда ауылда һыу тирмәне, 1887 йылда мәктәп теркәлгән[1].

1921 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Алабуға кантоны, 1928 йылдан Саллы кантоны составына керә. 1930 йылдан Бөндөж районы, 1931 йылдан — Алабуға районы, 1935 йылдан — Бөндөж районы, 1963 йылдан — Алабуға районы, 1985 йылдан Менделеевск районы составында була[1].

XX быуат башында башҡорттарҙан тыш ауылда дәүләт крәҫтиәндәре теркәлгән.

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: [1])
183618591870188719051911192019261938194919581970197919892002
146177190244333370402279498412369315248162129

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Татарская энциклопедия.

Ҡалып:Менделеевск районы тораҡ пункттары