Татар Ҡандыҙы (Ҡондоҙ; татар. Татар Кандызы, рус. Татарский Кандыз) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Баулы районы ауылы.

Татар Ҡандыҙы
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәге Татарско-Кандызское сельское поселение[d][1]
Административ-территориаль берәмек Татарско-Кандызское сельское поселение[d][1]
Халыҡ һаны 816 кеше (2017)[2]
Почта индексы 423944
Карта

Бер үк исемле ике ауыл барлыҡҡа килгәс, 1859 йылдан мосолман ауылы булараҡ урыҫ хакимиәте тарафынан Татар Ҡандыҙы тип атала башлай.

География

үҙгәртергә

Ауыл Ҡондоҙ йылғаһы буйында, Баулы ҡалаһынан көньяҡҡа табан 35 км алыҫлыҡта урынлашҡан[3].

Ауылға байлар ырыуы башҡорттары нигеҙ һала. 1765 йылдан билдәле. Ауыл Байлар улусына ҡарай, һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы Бөгөлмә өйәҙенә ҡарай. 1850 йылда Бөгөлмә өйәҙе Һамар губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Сәлих улусы составына керә.

XX быуат башында ауылда 3 һыу тирмәне, земство почта станцияһы, 2 мәсет, мәктәп, урыҫ мәктәбе теркәлгән[3].

1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Бөгөлмә кантоны составына керә. 1930 йылдан Баулы районы, 1963 йылдан — Бөгөлмә районы, 1965 йылдан — йәнә Баулы районы составында була[3].

XX быуат башында башҡорттарҙан тыш ауылда типтәрҙәр йәшәй.

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: [3])
18591889189719101920192619381949195819701979198920022008
10661220151021202230233317811742146220781644131710231030

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә