Тартус (араб.: طرطوس) — Сүриәлә ҙурлығы буйынса икенсе урындағы порт ҡалаһы. Беренсе урындағы порт ҡалаһы Латакия.

Ҡала
Тартус
ғәр. طرطوس
Ил

Сүриә

Мөхәфәзә

Тартус

Координаталар

34°53′ с. ш. 35°53′ в. д.HGЯO

Халҡы

93 054 кеше (2008)

Телефон коды43
Һанлы танытмалар
Рәсми сайт

tartous.gov.sy

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Тартус (Ер)
Тартус
Тартус
Тартустағы сиркәү.

Латинса яңғырашы (Antaradus), тәре йөрөтөүселәр һәм ҡаланы Антартус (Antartus) йәки Тортоса (Tortosa) тип атағандар.

Географияһы

үҙгәртергә

Тартус Дәмәшке(Дамаск) ҡалаһынан төньяҡ-көнбайышта 220 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Латакиянан (Мөхәфәзә үҙәге) көньяҡҡа ике сәғәтлек юл. Ливан сигенәсә 25 саҡрым. Портта совет, хәҙерге ваҡытта Рәсәй Федерацияһы хәрби-диңгеҙ базаһы урынлашҡан.

Тартус климаты уртаса, урта диңгеҙ климаты. Йәйге уртаса һауа температураһы 30-35 °C, ҡышҡыһын 5-10 °C-ҡаса түбәнәйергә мөмкин.Ҡайһы саҡ хатта, нүлгәсә. Йыллыҡ яуым-төшөм — 1000 мм.

Финикийҙар заманынан алып Тартуста бер аҙ емереклектәр һаҡланып ҡалған. Ул замандарҙа Сүриәнең Урта диңгеҙҙәге берҙән-бер утрауы Арвадҡа күсенеү бик әһәмиәтле һәм мөһим эш булып торған.

 

Ҡала Бөйөк Константин I хөрмәтенда торған, сөнки Дева Марияға табынған. Беренсе ғибәҙәтхана Тартуста III быуатта төҙөлгән тип иҫәпләнелә. Ул ике йөҙ йылдан һуң ер тетерәү һөҙөмтәһенә емерелә. Сиркәү Тартуста тәре йөрөтөүселәр ваҡиғаһына бәйле төҙөлә. Был сиркәүҙә боронғо миһраб та һаҡлана. Уны күрер өсөн бар Ер шарынан бик күптәр хаж ҡыла. Мосолмандао ҡаланы баҫып алғас, сиркәү мәсет ролен дә үтәй. Ғосманлы дәүерендә ул француздарҙың хәрби казармаһы булған. Хәҙерге ваҡытта музей.

Бер саҡ Тартус тамплиерҙар күҙәтеүе аҫтында була. Был саҡ улар һаҡланыусы ҡоралдарҙы яңырта, шулай уҡ Авард утрауында ла. Саладин 1188 йыл тамплиерҙарҙан ҡаланы тартып ала, тамплиерҙар үҙҙәре ҡалала йәшеренә. Әммә ҡала тамплиерҙар күҙәтеүе аҫтында 1291 йылғаса ҡала. Улар Арвадҡа ҡасҡас та 10 йылғаса тороп ҡала.

Тартустың тарихи үҙәге яңы биналарҙан тора. Әммә улар боронғо крепость(тәре йөрөтөүселәрҙән ҡалған) диуарҙар өҫтөнән эшләнгән. Йырын иҫке ҡаланы яңыһынан айырып тора.

Рәсәй хәрби базаһы

үҙгәртергә

Тартуста Рәсәйҙең СССР-ың элекке биләмәләренән тыш, сит илдәрҙәге берҙән бер хәрби базаһы урынлашҡан. Ул рәсәйҙең хәрби-диңгеҙ көстәрен тәьмин итеүсе пункт[1], Унда Рәсәйҙең Урта диңгеҙҙәге хәрби караптары туҡтап тәьминәт ителеп китә. Хәрби база 1971 йылдан алып эшләп килә. База Урта диңгеҙҙәге хәрби караптарҙы йүнәтеү, яғыулыҡ һәм башҡа материалдар менән тәьмин итеү өсөн булдырылған. Ул һыуҙа йөҙөп йөрөүсе ике ПМ-61М причалынан, плавмаоҫтахананан(алты ай һайын алмаштырылып тора), һаҡлағыстарҙан, казарманан һәм төрлө хужалыҡ обьектарынан тора. Обьектты 50 Рәсәй хәрби морягы хеҙмәтләндерә.[2].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Густерин П. В. Города Арабского Востока. — М.: Восток—Запад, 2007. — 352 с. — (Энциклопедический справочник). — 2000 экз. — ISBN 978-5-478-00729-4