Тарас Шевченко һәйкәле (Чернигов)

Черниговтағы Тарас Шевченко һәйкәле (укр. Пам’ятник Тарасу Шевченку в Чернігові) — Чернигов ҡалаһында украин милли шағиры Тарас Шевченкоға ҡуйылған һәйкәл.

Тарас Шевченко һәйкәле
укр. Пам’ятник Тарасу Шевченку
Нигеҙләү датаһы 1992
Рәсем
Дәүләт  Украина
Административ-территориаль берәмек Чернигов ҡалаһы
Урын Черниговский детинец[d]
Булдырыусы Чепелик, Владимир Андреевич[d]
В память о Шевченко Тарас Григорьевич
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән бронза һәм гранит[d]
Коллекцияләре Чернигов древний[d]
Мираҫ статусы памятник монументального искусства Украины местного значения[d]
Бейеклеге/буйы 3 метр һәм 1 метр
Карта
 Тарас Шевченко һәйкәле (Чернигов) Викимилектә

Чернигов ҡалаһының тарихи үҙәгендә — Киев Русе ваҡытында ҡәлғә торған, хәҙер М. М. Коцюбинский исемендәге Үҙәк Мәҙәниәт һәм ял паркы урынлашҡан ҡалҡыулыҡта тора, шуға күрә «Боронғо Чернигов» Архитектура-тарихи ҡурсаулығы (укр. «Чернігів стародавній») өлөшө булып һанала.

Һәйкәлдең авторы — Украинаның халыҡ рәссамы, Украинаның Тарас Шевченко исемендәге милли премияһы лауреаты Чепелик Владимир Андреевич[1].

 
«Царьград» ҡунаҡханаһы урыныда иҫтәлекле билдә, 1846 йылда унда Шевченко туҡталған.

Чернигов ҡалаһы менән Тарас Шевченконы шағирҙың ҡалаға бер нисә тапҡыр килеүе бәйләй. Беренсе тапҡыр ул 1843 йылдың майында тәүге тапҡыр Петербургтан Украинаға барышлай һуғыла. Һуңғараҡ, 1846—1847 йылдарҙа Археографик комиссия ҡушыуы буйынса килә. Шевченко бик күп ҡала һәм ауылдарға бара, Галаганов, Тарновских, Лизогубовтарҙы бер нисә тапҡыр ҡунаҡта була, үҙенең ҡайһы бер художество әҫәрҙәрен тыуҙыра. Уның ошо осорҙағы күпселек эштәре хәҙер Чернигов тарихи музейында һаҡлана.

Шевченкоға Черниговта беренсе һәйкәл советтарса бер типта була — оло йәштәге шағирҙың 2,5 метр бейеклектәге бетон статуяһы штукатурланған постаментҡа 1950 йылда, ҡалаға Седнея яғынан ингән урында тора. 1960 йылдарҙа Черниговтың төньяҡ өлөшөндәге киң күләмле һәм һәйкәлдең уңышһыҙ урынлашыуына төҙөлөшкә бәйле, 1964 йылда Тарас Шевченконың тыуыуына 150 йыл тулыу айҡанлы һәйкәлде Үҙәк мәҙәниәт һәм ял паркына күсереп, уны йөҙө менән Десна йылғаһына ҡаратып бороп ҡуялар.

1992 йылдың 21 сентябрендә ҡаланың 1300 йыллығы уңайынан шул уҡ урында Кобзарға бөтөнләй икенсе һәйкәл ҡуйыла. Уны асыу тантанаһында Украинаның беренсе президенты Леонид Кравчук ҡатнаша[2]. Бығаса торған һәйкәл элекке элемтә полкы һтерриторияһына күсерелә.

Хәҙер һәйкәл Тарас Шевченкоға арналған тантаналарҙы үткәреүҙең традицион урыны булып тора.

Һәйкәлдең һүрәтләнеше

үҙгәртергә

Шевченконың Черниговтағы һәйкәле шағирҙың йәш сағын һынландырыусы Украинаның уникаль ҡомартҡыларының береһе булып тора. Һәйкәл бронзанан ҡойолған, уның бейеклеге — 3 метр. Бында шағирҙың Прилукиға килгән 33 йәшлек сағы һүрәтләнә. Шевченко оҙон сюртук кейеп, эскәмйә ситендә ултыра, һул ҡулы менән рәсемдәр төшөрөлгән папка тоҡан, уның һул яғында плащы эленеп тора. Скульптура композицияһы һоро төҫтәге дүрт мөйөшлө гранит постаментҡа ҡуйылған, уның ал яғы Шевченконың автографы ҡуйылған ҡара плита менән тулыландырылған.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә