Тарас Шевченконың мемориаль музейы (Ырымбур)

Тарас Шевченконың мемориаль музейы-гауптвахта — украин шағиры һәм яҙыусыһы хөрмәтенә Ырымбур ҡалаһында 1989 йылда асылған музей.

Тарас Шевченконың мемориаль музейы
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ырымбур
Карта

Мемориаль музей-гауптвахта 1989 йылда, Тарас Шевченко тыуыуының 175-йыллыҡ юбилейын байрам иткән ваҡытта асыла. Музей урынлашҡан бина 1843 йылда бер инженер подразделениеһы канцелярияһы ихтыяждары өсөн төҙөлгән. Кирилл-Мефодий туғанлығы булараҡ тарихҡа ингән йәшерен ойошмала ҡатнашҡан өсөн ҡулға алынған күренекле украин шағиры һәм рәссамы, 1851 йылдың апрелендә тап ошо бинала һаҡ аҫтында тотола[1].

Музейҙа XIX быуат гауптвахтаһына хас булған шарттар тыуҙырылған — ҙур булмаған камера, ҡарауыл бүлмәһе, тәҙрәләрҙә Шевченконың һүрәттәренең береһендә һүрәтләнгән ауыр сүкеп яһалған рәшәткәләр[1].

Килеүселәр иғтибарына төп залда ҡуйылған экспонаттар Тарас Шевченко тормошоноң этаптарын тулы сағылдыра, атап әйткәндә: Шевченконың Орск ҡалаһында йәшәүе тураһында, Арал экспедицияһында, Ырымбурҙа булғаны, шулай уҡ хәҙерге Ҡаҙағстан биләмәһендә Манғышлаҡ ярымутрауында ете йыл йәшәүе тураһында документтар бар. Тарас Шевченко гауптвахтаға һаҡ аҫтына тыйыуҙы боҙоу сәбәпле эләгә — император Николай I һөргөнгә ебәрелгән шағирға яҙырға һәм хатта һүрәт төшөрөргә тыйған була, әммә ғилми экспедицияла ҡатнашыуы менән рухланып, Шевченко был тыйыу менән иҫәпләшмәй һәм Ырымбурҙың бер нисә кешеһенең портретын эшләй[1].

Музей экспонаттары араһында шулай уҡ шағир Е. В. Ковтундың бүләсәре туҡыған һәм сиккән таҫтамалдар, Шевченконың япон теленә тәржемә ителгән әҫәрҙәре, Днепропетровсктан ебәрелгән иҫке портрет, билдәле украин оҫтаһы Б. П. Паняд эшләгән стенаға ҡуя торған фаянс тәрилкә һәм башҡа күп нәмәләр бар. Музейҙы ойоштороуҙа Украинаның дәүләт премияһы лауреаты һәм атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре А. В. Гайдамака, өлкән ғилми хеҙмәткәр, ә хәҙер Тарас Шевченко Милли музейының ғилми эше буйынса директор урынбаҫары В. М. Яцюк, Ырымбурҙағы музей хеҙмәткәрҙәре Р. П. Чубарева, Т. М. Артюшенко, рәссамдар А. А. Власенко, В. Н. Еременко һәм башҡалар ҡатнашалар[2][3].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 Мемориальный музей-гауптвахта Тараса Шевченко. www.rutraveller.ru. Дата обращения: 1 апрель 2017. 2017 йыл 2 апрель архивланған.
  2. Меморіальний музей-гауптвахта Т.Г.Шевченка. taras-shevchenko.in.ua. Дата обращения: 1 апрель 2017. 2017 йыл 5 май архивланған.
  3. Мемориальный музей-гауптвахта Тараса Шевченко. museum-portal.com. Дата обращения: 1 апрель 2017. 2019 йыл 26 март архивланған.