Тантаналы йолалар Һарайы (Новочеркасск)

Тантаналы йолалар һарайы (1964 йылға тиклем — Бәхет йорто) — Новочеркасск ҡалаһында (Ростов өлкәһе) Московская урамы, 47 адресы буйынса урынлашҡан ике ҡатлы айырым йорт.

Йорт
Тантаналы йолалар Һарайы
Ил Рәсәй
Ҡала Новочеркасск
Архитектура стиле барокко, Ренессанс, классицизм

Һүрәтләмә

үҙгәртергә

Был XIX быуаттың өсөнсө сирегендә төҙөлгән сауҙагәр Кирюниндың шәхси утар йорто була. Бинаның ал яғы күп һандағы һылап яһалған биҙәктәр менән биҙәлгән. Барокко, Ренессанс, классицизм һәм мавритан архитектураһы стилдәре элементтары бинаның художестволы йөҙөн билдәләй. Үҙәк инеү урынынан һул яҡта өҫтөндә ике арыҫлан ҡуйылған ҡапҡа аркаһы урынлашҡан. Элек был бинала фәхешхана булған тигән версия йәшәй. Был версияны Семенихин Геннадий Александрович үҙенең «Новочеркасск» романында раҫлай. Күренеүенсә, тап ошо сәбәп менәндер инде, ҡапҡаның ике яғында ике тәгәрмәс ватҡыс урынлашҡан — былар фаллос сәнғәте элементтары. Элек фәхешханаға килеүсе офицер әфәнделәр уларға аттарын бәйләгәндәр[1]. Бина яҡшы һаҡланған. 1990 йылда бинаның ал яғы өлөшләтә яңыртыла. Документтарҙа 1964 йылдан алып «Бәхет йорто» исемен күрһәтеүҙән туҡтаһалар ҙа, ул атаманы бинаға ҡарата ҡулланыуҙы реконструкцияға тиклем дауам итәләр. Хәҙерге ваҡытта бинала ҡаланың ЗАГС-ы (гражданлыҡ хәле акттарын теркәү бүлеге) эшләй[2].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә