Танглвуд (Чилликоти)

Танглвуд (ингл.  Tanglewood) —Чилликоти ҡалаһының көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан тарихи йорт, Огайо штаты, АҠШ.

Танглвуд
Рәсем
Дәүләт  Америка Ҡушма Штаттары
Административ-территориаль берәмек Огайо
Архитектура стиле неогреческий стиль[d][1], неоренессанс[d] һәм подражание итальянскому[d]
Обитатель William Edwin Safford[d][2]
Мираҫ статусы место из Национального реестра исторических мест США[d][1][2]
Карта

1850 йылда төҙөлгән йорт үҙендә грек яңырыуы һәм итальян стилдәрен берләштергән. Шулай уҡ йорт торлаҡ дизайнында һирәк ҡулланылған «фонарҙарҙың» яҡшы һаҡланған миҫалдарының булып тора[3].

Католик руханийы Джон МаКлин йортто төҙөүҙе ойоштора, әммә ул уны тамамламаҫ элек урындағы юрист Ричард Дугласҡа һата. Дуглас та был йортҡа оҙаҡ хужа булмай, ул йорт төҙөлөп бөтөү менән вафат була. Йорттоң иң билдәле хужаһы булып Уильям Эдвин Саффорд тора, ул бында үҙенең бала сағын үткәрә. Балиғ булғас ул Тымыҡ океандың көньяҡ өлөшөндәге утрауҙарҙа төп натуралист булараҡ яҡшы репутацияға өлгәшә, һәм һуңыраҡ 1898 йылда Ҡушма Штаттар утрауҙы яулап алғандан һуң, Гуаманың беренсе вице-губернаторы булып тәғәйенләнә[3].

Таш фундаментта кирбестән төҙөлгән йорттоң ҡыйығы черепица менән ябыла һәм кирбестән һәм тимерҙән төрлө архитектура элементтарына эйә була[4]. Танглвуд — грек яңырыуы стилендәге күп һанлы элементтар менән ҡатмарлы күп ҡатлы йорт. Уның деталдәре араһында — капителдәр менән күп һанлы колонналар, тәҙрәләре өҫтөндә бормалы фриз һәм итальян стиленең ҡайһы бер элементтары, ул XIX быуат уртаһында ғына популяр булып китә[3].

1979 йылда Танглвуд үҙенең яҡшы һаҡланып ҡалған архитектураһы арҡаһында тарихи урындарҙың Милли реестрына индерелә. Был Огайо штатында Реестр исемлегендәге һаҡ аҫтына алынған ике йорттоң береһе, икенсеһе Сент-Парис ауылындағы халыҡта «Күҙәтеү йорто» булараҡ билдәле ҡоролма[5].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Национальный реестр исторических мест США — 1966.
  2. 2,0 2,1 (unspecified title)
  3. 3,0 3,1 3,2 Owen, K. Lorrie, ed. Places Dictionary of Ohio Historic. Vol. 2. St. Clair Shores: Somerset, 1999, 1226.
  4. Tanglewood 2019 йыл 3 апрель архивланған.
  5. National Register Information System 2015 йыл 26 июнь архивланған.