Талпан ауырыуы
Варроатоз (Талпан ауырыуы) — Варроа Якобсони талпаны барлыҡҡа килтергән бал ҡортоноң ауырыуы.
Талпан ауырыуы (варроатоз) беҙҙең республика умарталыҡтарында 1974 йылда тарала башланы. Был ауырыуҙы Варроа Якобсони талпаны барлыҡҡа килтерә. Инә талпан һорғолт, ә ата талпан һарғылт аҡ төҫтә була. Уларҙың ҙурлығы 1 — 2 миллиметр самаһы, шуның өсөн уларҙы рамдағы күҙәнәктәрҙә һәм эшсе ҡорттарҙың өҫтөндә ябай күҙ менән дә күреп була.
Талпандың 8 аяғы бар. Һәр аяғында һурып йәбешеп баҫыу өсөн ҡулайлама бар. Шуның өсөн бал ҡортоноң өҫтөнә һурып баҫҡан талпан бер ваҡытта ла ҡолап төшмәй, хатта осоп барған эшсе ҡорт өҫтөндә лә үҙен яҡшы тоя. Талпан эшсе ҡорт һәм әре ҡорт үрсемдәрендә ябыҡ күҙәнәктә үрсей. Бал ҡортоноң тәнендә саҡта талпан уның ҡаны менән туҡлана, ә күҙәнәктә үрсегәндә ҡарышлауыҡтың йәки ҡурсаҡтың ҡаны менән туҡлана. Талпанды ашатҡан эшсе ҡорттоң ҡанында аҡһым күләме кәмеү сәбәпле, был ҡорт хәлһеҙләнә, һәм уның ғүмере ҡыҫҡара. Эшсе ҡорт ҡарышлауығы тәрбиәләнгән кәрәҙ күҙәнәген көпләргә бер көн ҡалғас, талпан ҡарышлауыҡтың аҫтына инеп урынлаша. Ә әре ҡорт ҡарышлауығы тәрбиәләнгән кәрәҙ күҙәнәген көнләргә өс көн ҡалғас, уға инә талпан инеп урынлаша. Шулай итеп, әре ҡорт тәрбиәләнгән бер күҙәнәккә бер нисә талпандың инеүе ихтимал. Үрсем көпләнеп, 2 — 3 көн үткәс, инә талпан эшсе ҡорт ҡарышлауығы өҫтөнә 5, ә әре ҡорт ҡарышлауығы өҫтөнә 6 йомортҡа һала. Һәр йомортҡаны һалыуға 1 — 1,5 көн үтә. Был йомортҡаларҙан 6 — 7 көндән ата талпан, 8 — 9 көндән инә талпандар үрсей. Инә талпандар аталанғас та, аталары үлә, ә инәләре йәй көнө уртаса 3, о ҡышҡы осорҙа 6 — 8 ай йәшәйҙәр. Инә талпан йәйге осорҙа, үрсем тәрбиәләнгән күҙәнәккә инеп, өс тапҡыр йомортҡа һала. Шулай итеп, бер инә талпан үҙе кеүек 5 — 8 йәш талпан ҡалдырып үлә. Ҡышҡы осорҙа, умартала үрсем булмағанда, талпан бал ҡортоноң эс ҡатлауына тәрәнгә инеп урынлаша һәм үҙен бик яҡшы һаҡлай. Күстәрҙә талпандың һаны көҙгә табан ҡырҡа арта. Йәй көнө талпан әре ҡорт ҡарышлауығы үрсегән күҙәнәккә, эшсе ҡорт үрсегән күҙәнәктәргә ҡарағанда, 14 тапҡырға күберәк инә. Әре ҡортоноң бер ҡурсағында 20, ә эшсе ҡорт ҡурсағында 12-гә яҡын төрлө ҙурлыҡтағы талпан осратырға мөмкин. Талпан күберәк йәш эшсе һәм әре ҡорттарҙа, бер аҙ осҡан өлкән ҡорттарҙа осрай.
Талпан буш умартала ас көйө 7 көндән артығыраҡ, 10 — 30 градус һыуыҡта 3 көндән артыҡ йәшәй.
Сәскә өҫтөнә урынлаштырылған талпан ҡояш нурҙарынан сәғәт-сәғәт ярымда үлә. Был талпанды беренсе тапҡыр Ява утрауында 1904 йылда осратҡандар. 1960 йылда уны Ҡытайҙа ла табалар. Бөгөнгө көндә был ауырыу бөтә донъяға таралған, тип әйтерлек. Уны бер ғаиләнән икенсеһенә аҙашҡан эшсе ҡорттар һәм әре ҡорттар күсерә. Сәскәнән сәскәгә ҡунып, бал һуты һәм һеркә йыйған ҡорттар аша ла тарала, сөнки һеркә йыйған ҡорттоң береһе талпанын юғалтһа, икенсеһенең уны алып китеүе бар.
Әлеге көндә умартасылыҡтарҙа бал ҡорто ауырыуҙарынан күрелгән зыяндың иң күбеһе талпан ауырыуына килә.