Талипов Нәжип Талип улы
Талипов Нәжип Талип улы (1912 — 23 февраль 1943) — Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусыһы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, рядовой, ҡыҙылармеец[1][2].
Талипов Нәжип Талип улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР |
Тыуған көнө | 1912 |
Тыуған урыны | Мәүлит, Мәүлит ауыл советы, Мишкә районы |
Вафат булған көнө | 23 февраль 1943 |
Вафат булған урыны | Луганск өлкәһе, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР |
Хәрби звание | рядовой һәм ҡыҙылармеец[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы | хәбәрһеҙ юғалған[d] |
Биографияһы
үҙгәртергәТалипов Нәжип Талип улы 1912 йылда Башҡорт АССР-ның Мишкә районы Мәүлит ауылында тыуған. Өйләнгән, тормош иптәше Зөбәржәт Мөхәмәтзыя ҡыҙы[3]
Хәрби юлы
үҙгәртергәҠыҙыл Армия сафына Мишкә районы хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла. Данлыҡлы 112-се һанлы башҡорт кавалерия дивизияһына эләгә. Ул 60-сы ҡылыссылар гвардия кавалерия полкында хеҙмәт итә. 1943 йылдың февралендә Украинаның Луганск өлкәһе Юлино Ворошиловград станцияһы (хәҙерге Днепропетровск өлкәһе) янында рейдта ҡатнаша. Был рейд та күп кенә ҡыҙылармеецтар хәбәрһеҙ юғала. Улар араһында Талипов Нәжип Талип улы ла була[4]. Башҡорт кавалерия дивизияһын ойоштороусы, уның командиры Шайморатов Миңлеғәле Минһажетдин улы ла ошо ҡаты бәрелештә һәләк була. 1943 йылдың 23 февраленән хәбәрһеҙ юғалғандар исемлегенә индерелә[5].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәСығанаҡтар
үҙгәртергә- Талипов Нажип Талипович (Тикшерелеү көнө: 6 июль 2021)
- Донесение о потерях. Талипов Нажип Талипович (Тикшерелеү көнө: 6 июль 2021)