Такасаки (кенәзлек)
Такасаки кенәзлеге (япон. 高崎藩Такасаки-хан ) — Японияның Эдо дәүерендәге (1590—1871 йылдар) феодаль кенәзлеге. Такасаки-хан Хонсю утрауындағы Кодзукэ провинцияһында (хәҙерге Гумма префектураһында) урынлашҡан.
Такасаки | |
Нигеҙләүсе | Наомаса Ии[d] |
---|---|
Дәүләт | Япония |
Административ үҙәк | Такасаки |
Административ-территориаль берәмек | Кодзукэ[d] |
Штаб-фатирҙың урынлашыуы | Takasaki Castle[d], Такасаки, Гумма (префектура)[d], Япония |
Алмаштырылған | Гумма (префектура)[d] |
Хандың административ үҙәге: Такасаки замогы (Кодзукэ провинцияһында — хәҙерге Гумма префектураһында, Такасаки ҡалаһында).
Тарих
үҙгәртергәХэйан осоро аҙағында Такасаки замогы тирә-яғындағы өлкәне Вада ырыуы контролдә тота. Муромати осоронда Вада ырыуы Канто төбәгенең канрэйы вазифаһын үтәүсе Уэсуга ырыуына хеҙмәт итергә күсә. 1561 йыл Вада Нарисигэ, Уэсуги Кэнсиндың Канто канрэйы итеп ҡуйылғанына асыуланып, Такэда ырыуы яғына күсә. Уның улы, Вада Нобунори Одавара замогындағы Го-Ходзё ырыуына күсә. 1590 йылда Одавара замогы янындағы алышта Уэсуги Кагэкацу һәм Маэда Тосииэ командалығы аҫтындағы ғәскәр командирҙарының бойороғо буйынса Вада замогын емерә.
1590 йылда Токугава Иеясу Канто төбәген үҙ контроле аҫтына алғас, ул Ии Наомасаны, үҙенең иң ышаныслы дүрт генералдарының береһен, Минова замогының хакимы итеп ҡуя, уға 120 000 килем коку дөгөһө тәғәйенләнә. Шуға ҡарамаҫтан, 1597 йылда Токугава Иеясу бойороғо буйынса Ии Наомаса Накасэндонан Микуни-Кайдоға барған стратегик юлды контролдә тотоу маҡсатында емерелгән Вада замогы урынында яңы замок төҙөй. 1598 йылда Ии Наомаса яңы замокка күсеп килә, уны яңы, Такасаки, исеме менән атай һәм Минова замогынан унда йәшәгән кешеләрҙе яңы замокка күсереп алып килә.
1600 йылда Ии Наомаса Хиконэ-ханға (Оми провинцияһына) 180 000 коку дөгө килеме менән күсерелә. 1604 йылда Такасаки-хан элек Усуи-хандың (1590—1604 йылдарҙа) хакимы булған Сакаи Иэцугуға (1564—1618) тапшырыла. Уның килеме 50 000 коку дөгөгә тиклем түбәнәйә. 1616 йылда Сакаи Иэцугу Такада-ханға, Этиго провинцияһына күсерелә (1616—1618).
1616—1617 йылдарҙа Такасаки-хандың хужаһы Мацудайра Иэнагу (1562—1633) була. Һуңынан 1617—1619 йылдарҙа кенәзлек менән Мацудайра Нобуеси (1580—1620) идара итә. 1619 йылда уны Сасаяма-ханға күсерәләр (1619—1620).
1619 йылда Такасаки-ханға Омигава-хандан Андо Сигэнобу (1557—1621) күсерелә. 1621—1657 йылдарҙа кенәзлек менән уның тәрбиәгә алынған улы Андо Сигэнага (1600—1657) идара итә, шунан уның улы Андо Сигехиро (1640—1698) кенәзлекте үҙ контролендә тота. 1695 йылда Андо Сигэхиро Мацуяма-ханға (Биттю провинцияһына) күсерелә.
1695 йылда Такасакиҙың яңы даймё итеп Мацудайра Тэрусада (1665—1747) тәғәйенләнә, элек ул Мибу-ханда (1692—1695) хакимлыҡ иткән була. 1710 йылда ул Мураками-ханға (1710—1717) күсерелә. Мацудайра шулай уҡ Токугава Цунаеси һәм Токугава Иэнобу сёгундары ваҡытында бер нисә мөһим вазифалар башҡара, уның килеме 75 000 коку дөгөгә тиклем арта.
1710—1717 йылдарҙа Такасаки-хан менән Манабэ Акифуса (1666—1720) идара итә, ул Токугава Иэнобу сегундың фавориты була. 1717 йылда Мацудайра Тэрусада яңынан Такасаки-ханға ҡайтарыла. Уның вариҫтары Мэйдзи реставрацияһына тиклем кенәзлек менән идара итә.
Бакумацу осоронда Такасаки-хан отрядтары Мито провинцияһы ихтилалын (1864—1865) баҫтырыуҙа ҡатнаша. Һуңғы даймё, Мацудайра Тэруна (1860—1871), сегунат бойороғо буйынса Босин һуғышында Кофу замогын һаҡлай.
1871 йылда Такасаки-хан кенәзлеге территорияһында Такасаки префектураһы булдырыла, һуңғараҡ ул хәҙерге Гумма префектураһының бер өлөшөнә әйләнә.
1870 йылда халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса Такасакиҙа 3 654 самурай һәм 916 йорт хужалығы теркәлгән.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә
Сығанағы
үҙгәртергә- Papinot, E (1910). Geographic and Historical Dictionary of Japan. Tuttle (reprint) 1972. (инг.)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Эдо дәүерендәге йөҙ хандың исемлеге 2014 йыл 5 ноябрь архивланған. (яп.)