Таганрог автобусы

Таганрог автобусының йәмәғәт транспорты булараҡ бай тарихы бар.

Ҡала автобус кәсепханалары

үҙгәртергә

Таганрогта бер нисә предприятие пассажирҙар йөрөтөүҙе автобус транспортында башҡара. Улар араһында иң электән эшләүсе ААЙ «Автоколонна 1423» (2004 йылдың 11 ноябренә тиклем ФДУП «Автоколонна 1423»), ул ойошторола декабрь, 1955 йыл. Үткән быуаттың 90-сы йылдарына тиклем ул бер үҙе 100 % ҡала яны һәм ҡала-ара маршруттары пассажирҙарын хеҙмәтләндерә. Кәсепхана эшсәнлеген автомобиль (автобус) пассажир транспортында ҡала, ҡала яны һәм ҡала-ара маршруттарҙың расписаниеһына ярашлы рәүештә алып бара.

1990 — сы йылдар аҙағында Таганрогта шәхси капиталға нигеҙләнгән байтаҡ транспорт кәсепханалары ойошторола, улар пассажирҙар ташыу өлкәһенә көндәшлек керетә. Шуның нәтижәһендә дәүләт компанияһы тейешле финанс ярҙамы ала алмай һәм бөлгөнлөккә төшә башлай. 2004 йылдың 11 ноябрендә ФДУП «Автоколонна 1423» Асыҡ акционерлыҡ йәмғиәте тип яңынан ойошторола.

Бынан тыш ҡалала пассажирҙарҙы автобуста ташыу баҙарында ЯСЙ «Автолайн», ЯСЙ" Русский транзит-2" (ЯСЙ «Русский транзиттың» вариҫы) һәм ЯСЙ «Южный город» эшләй. Улар барыһы ла— яңы төҙөлгән предприятиелар. Шуларҙың ЯСЙ «Южный город» пассажирҙар йөрөтөүҙе маршрут таксиҙарҙа алып бара, ҡалған икеһе — автобустарҙа. Әммә яңы быуат башында ЯСЙ «Южный город» таксиҙар менән бер рәттән ҡала яны пассажирҙарын автобустарҙа хеҙмәтләндерә башлай , ә 2007 йылдан ҡала маршруттарын да үҙләштерә.

Ҡала -ара һәм халыҡ-ара автобустарында пассажирҙар ташыу менән Таганрогта ААЙ «Донавтовокзал» (сайт компаниян 2014 йыл 27 октябрь архивланған. ыҡы) шөғөлләнә, автобустар Таганрог автовокзалынан китә (: Восстание Майҙаны, йорт 2, картанан ҡарарға(недоступная ссылка)).

Хәрәкәт составы

үҙгәртергә

Автопредприятиелар россия (шул иҫәптән совет) автосәнәғәте автобустарын, шулай уҡ сит ил автобустарын, ҡағиҙә булараҡ, Европалағы илдәрҙә тотонолғандан һуң килтерелгән автобустарҙы үҙ составында тота.

  • ЛиАЗ-677
  • ЛиАЗ-5256
  • ЛАЗ-699
  • ЛАЗ-695
  • ЛАЗ-5252
  • ПАЗ-3205
  • ПАЗ-4234
  • Икарус-250
  • Икарус-256
  • Икарус-260
  • Икарус-263
  • SL MAN-200
  • Mercedes O305
  • O307 Mercedes

һәм башҡа бер нисә марка автобус. Маршрут таксиҙары тәҡдим иткән микроавтобустар — Hyundai County һәм Ford_Transit, шулай уҡ тағы «Газель» микроавтобустары.

Маршруттар

үҙгәртергә

Автобустар

үҙгәртергә

Таганрогта 35 маршрут автобустары һәм маршрут таксиҙары бар:

  • 1 — Вокзал «Таганрог-I» — Үҙәк баҙар;
  • 2 — Рембаза — Порт;
  • 3 — Ит комбинаты — Порт;
  • 4 — Тимер юл вокзалы «Таганрог-I» — Марцево станцияһы
  • 5 — Авиаторҙар майҙаны — Кирбес цехы;
  • 6 — 1-се Крепостной тыҡрыҡ — ПМК;
  • 7 — Үҙәк баҙар — Никольская сиркәүе;
  • 8 — «Таганрог-I» вокзалы— Марцево станцияһы
  • 9 — Вокзал «Таганрог-I» — «Красный котельщик» заводы (үҙәк проходная);
  • 11 — «Таганрог-I» вокзалы— Микрорайон «Рус яланы»;
  • 13 — Авиаторҙар майҙаны — Микрорайон «Рус яланы»;
  • 15 — Маяк (ТРТУ) — Мариуполь зыяраты;
  • 17 — Итальян тыҡрығы— Ит комбинаты;
  • 19 — Мариуполь зыяраты — Порт;
  • 25 — Дачная урамы — «Красный котельщик» заводы (үҙәк проходная);
  • 26 — Дачная урамы —"Красный котельщик" (көнсығыш проходная);
  • 27 — Микрорайон «Рус яланы» — "Красный котельщик"заводы (үҙәк проходная);
  • 28 — «Таганрог-I» вокзалы — 12-се микрорайон (Михайловка);
  • 29 — Үҙәк баҙар — 12-се микрорайон (Михайловка);
  • 30— Микрорайон «Рус яланы» — Порт;
  • 31 — Микрорайон «Рус яланы» — «Таганрог-I вокзалы»;
  • 34 — «Таганрог-I вокзалы» — Авиаторҙар майҙаны;
  • 35 — ПМК — Авиаторҙар майҙаны;
  • 36 — Дачная урамы — Үҙәк баҙар;
  • 50 — Мариуполь зыяраты — ПМК;
  • 56 — Көнбайыш — Порт;
  • 58 — Аквапарк — Рус яланы;
  • 60 — Рус яланы — Порт;
  • 68 — маршрут № 19 менән берләштерелгән;
  • 73 — ПМК — Балалар дауаханаһы;
  • 74 — Дачная урамы — Порт;
  • 77 — Дачная урамы — Үҙәк баҙар
  • 117 — Грек роталары — Николаевский кисеүе (26-сө магазин);
  • 117А — Грек роталары — Үҙәк баҙар.

Маршрут таксиҙары

үҙгәртергә
  • 14 — Дачная урамы — Авиаторҙар майҙаны
  • 15 — ТРТ — Яңы ҡала зыяраты;
  • 17— Ит комбинаты — Итальян тыҡрығы;
  • 19 — Порт — Яңы зыярат (Мариуполь шоссеһы);
  • 29 — 12-се микрорайон (Михайловка) — Үҙәк баҙар;
  • 34 — Яңы вокзал (ҡала-ара) — Авиазавод;
  • 50 — Парк Таганрогтың 300 йыллығы — ПМК;
  • 56 — Самолет (Көнбайыш микрорайоны) — Аквапарк ;
  • 58 — Микрорайон «Рус яланы» — Хужалыҡ, көнкүреш йорто — Аквапарк;
  • 60 — Микрорайон «Рус яланы» — Аквапарк;
  • 73 — Ҡала балалар дауаханаһы — ПМК;
  • 74 — Порт — 10-сы Яңы.

Ҡала яны бәйләнеше

үҙгәртергә

Ҡала яны бәйләнеше Таганрогта ҡаланың Үҙәк баҙары янындағы ҡала яны автостанцияһы (Адресы: Чехов урамы, йорт 126 А, картанан ҡарарға(недоступная ссылка)). Ҡала яны автобустары Таганрогты тирә-яҡ торлаҡ пункттары: Николаевка , Греческие Роты, Покровское, Красный Десант һ. б., шулай уҡ ҡаланан алыҫыраҡ торған Матвеев-Курган, Лакедемоновка, Натальевка ауылдары- менән тоташтыра..

Алынған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, 1 март, 2013 йыл:

  • Тулы хаҡ— 14 һум
  • Уҡыусылар өсөн (студенттар, мәктәп уҡыусылары) — 11 һум
  • Пенсионерҙар өсөн (махсус таныҡлыҡтары булған осраҡта) — 8 һум
  • Багаж хаҡы (60×60×30 (×*Ш×Г зурлығындағы ҡул йөгө) — 24 һум

Билеттарҙы ҡала маршруттары автобустарында кондукторҙар һата, был ҡала халҡы өсөн эш урындарын һаҡлап ҡалырға һәм уларҙы яңы эш урындары менән тәьмин итергә мөмкинлек бирә

Маршрутлы ҡала таксийында йөрөү хаҡы — 16 һум.

Белешмә мәғлүмәт

үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Таганрогский трамвай;
  • Таганрогский троллейбус;
  • Железнодорожный транспорт в Таганроге.