С. Т. Аксаковтың мемориаль йорт-музейы
С. Т. Аксаковтың мемориаль йорт-музейы — музей, Башҡортостан Республикаһы Милли музейы филиалы. С. Т. Аксаковтың Өфөләге йортонда урынлашҡан. Музейға 1978 йылда нигеҙ һалынған.
С. Т. Аксаковтың мемориаль йорт-музейы | |
Нигеҙләү датаһы | 1978 |
---|---|
Менеджер/директор | Чванов Михаил Андреевич |
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Башҡортостан Республикаhы һәм Өфө |
Мираҫ статусы | Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d] |
Рәсми сайт | aksakov.info |
С. Т. Аксаковтың мемориаль йорт-музейы Викимилектә |
Бинаһы
үҙгәртергәС. Т. Аксаковтың йорт-музейы Өфөлә, Ағиҙел йылғаһы ярында, урынлашҡан.
Музей бинаһы XVIII быуат аҙағындағы ағас архитектураһының өлгөһө — тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы. Йорт Урал ҡарағасынан күтәртелгән, хәҙерге ваҡытта бүлмәләрҙең анфилада төҙөлөшө һаҡланып ҡалған.
Йорттоң хужаһы Сергей Тимофеевич Аксаковтың ҡартатаһы Николай Степанович Зубов була. Николай Степанович коллегия советнигы булып эшләгән һәм наместник иптәше етәксе вазифаһын башҡарған. Уның ҡулында административ-хөкөм хакимлығы тупланған була. Был өйҙә уның ҡыҙы Мария Николаевна Зубова йәшәгән һәм тәрбиәләнгән, ул 1978 йылда земство суды прокуроры Тимофей Степанович Аксаковҡа кейәүгә сыға, һәм улар айырым йәшәй башлайҙар.
1795—1797 йылдарҙа йортта Сергей Тимофеевич Аксаковтың ғаиләһе йәшәгән. Уның «Багров — ейәндең баласағы» китабында ошо йорт ата-бабалар төйәге тип тасуирлана.
Музей асылғанға тиклем бинала мәғариф хеҙмәткәрҙәре профсоюзының китапханаһы урынлашҡан була.
Музей экспозицияһы
үҙгәртергә1980 йылдарҙың аҙағынан реставрация башлана, был эш архитектура-реставрацион проекты авторы З. М. Хатмуллина етәкселегендә бара. Художество-экспозицион проектты Мәскәү рәссам-архитекторҙары Е. Н. Лаврова һәм В. С. Таукина башҡарҙылар. Экспонаттарҙы, һынлы һәм әҙәби материалдарҙы йыйыу музей хеҙмәткәрҙәре Э. Д. Тереғолова һәм Т. Е. Замятина елкәһенә төштө.
1991 йыл ЮНЕСКО инициативаһы менән «Аксаков йылы» тип иғлан ителә, һәм яҙыусының 200 йыллыҡ юбилейына музейҙа экспозиция асылды. Экспозиция 14 залда урынлашҡан. Музей фонды 3 меңгә яҡын һаҡлау берәмәген тәшкил итә.
Аксаков музейының экспозиция мемориаль өлөшөндә XVIII быуаттың икенсе яртыһы интерьеры күрһәтелә, Өфө һәм Өфө наместниклығы тарихы, шулай уҡ Зубов — Аксаковтарҙың «ғаилә хроникаһы» менән таныштыра.
Экспозицияның әҙәби бүлеге С. Т. Аксаковтың Ҡаҙанда уҡыған осоро, уның театр-тәнҡит эшмәкәрлеге, XVIII—XIX быуаттар контекстында яҙыусының ижады, уның иң яҡын даирәһе тураһында һөйләй. Экспозицияның бер бүлеге славянофиллыҡ идеологтары Константин һәм Иван Аксаковтарҙың тормошона һәм эшмәкәрлегенә бағышланған.
Әҙәби-музыкаль ҡунаҡ бүлмәһендә XIX быуаттың икенсе яртыһының губернатор йорто интерьеры сағылдырылған. Был залдың документаль материалдары Сергей Тимофеевич Аксаковтың улы — Григорий менән бәйле, ул 60-сы йылдар урталарында Өфө губернаһының губернаторы була. бында Г. С. Аксаковтың губернатор йортонан мебель гарнитурын күреп була. Ошо уҡ бүлмәлә С. Т. Аксаковтың иҫтәлегенә арналған материалдар бар: яҙыусының шәжәрәһе, Аксаков халыҡ йортоноң һыҙмаһы[1], ошо йортҡа нигез һалған саҡта изгеләндереү мәлдәрен сағылдырған фоторәсемдәр, 1856 йылдағы Өфө күренештәре, Өфө губернаһы гербы, XIX—XX быуаттарҙағы гравюралар һәм Өфө фоторәсемдәре, С. Т. Аксаковтың «Ал сәскә» әкиәтенә Н. Богатовтың рәсемдәре.
Йыл һайын музей Аксаков фонды менән берлектә Халыҡ-ара Аксаков байрамын, фәнни уҡыуҙар, күргәҙмәләр, әҙәби-музыкаль кисәләр, боронғо һәм классик музыка камера концерттарын үткәрә.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Ныне здание Башкирского государственного театра оперы и балета.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Иванова Г. О., Петрова Т. Е. Аксаковский музей // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- http://www.aksakov.info/index.php?id=15 2020 йыл 1 май архивланған.
- Официальный сайт музея 2014 йыл 17 май архивланған.