Сөләймәнов Рафаил Әнүәр улы
Сөләймәнов Рафаил Әнүәр улы (31 май 1952 йыл, Черемхово ҡалаһы) — гигиенист. Медицина фәндәре докторы (2001). Рәсәй Федерацияһының санитария‑эпидемиология хеҙмәте отличнигы (2001), Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2004), Рәсәй Дәүләт санитария‑эпидемиология хеҙмәтенең почётлы хеҙмәткәре (2015)[1].
Сөләймәнов Рафаил Әнүәр улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй Башҡортостан Республикаhы |
Тыуған көнө | 31 май 1952 (72 йәш) |
Тыуған урыны | Черемхов, Иркутск өлкәһе, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | гигиенист, ғалим |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт аграр университеты |
Ғилми дәрәжә | медицина фәндәре докторы[d] һәм профессор[d] |
Биографияһы
үҙгәртергәРафаил Әнүәр улы Сөләймәнов 1952 йылдың 31 майында Иркутск өлкәһенең Черемхово ҡалаһында эшсе ғаиләһендә тыуған. 1978 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтының санитар-гигиена факультетын тамамлай. 1978 йылдан Хеҙмәт медицинаһы һәм кеше экологияһы Өфө ғилми-тикшеренеү институтында эшләй. Кесе ғилми хеҙмәткәрҙән алып медицина экологияһы кафедраһы мөдиренә тиклем юл үтә.
1987 йылда «медицина фәндәре кандидаты» ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеп диссертация яҡлай. 2001 йылдың сентябрендә медицина фәндәре докторы ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеп «Гигиенические основы охраны здоровья населения в регионах размещения нефтехимических и нефтеперерабатывающих производств» темаһына диссертация яҡлай[2].
Фәнни эшмәкәрлеге
үҙгәртергәФәнни эшмәкәрлегенең төп йүнәлеше булып тирә-яҡ мөхиттең насар факторҙарының кеше һаулығына йоғонтоһон баһалау тора.
Уның етәкселегендә Башҡортостан Республикаһы өсөн генә түгел, тотош ил өсөн ҙур халыҡ хужалығы әһәмиәтенә эйә булған фәнни тикшеренеүҙәр үткәрелә.
Был тикшеренеүҙәр буйынса әҙерләнгән тәҡдимдәр тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өсөн уңайһыҙ булған райондарҙа урынлашҡан йөҙ меңдән ашыу кешенең йәшәү шарттарын һәм һаулығын яҡшыртырға мөмкинлек биргән.
Тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләре буйынса Сөләймәнов Р. А. тарафынан Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы раҫлаған 5 норматив-методик документ әҙерләнгән, тораҡ пункттарҙың һыу ятҡылыҡтары һыуында һәм атмосфераһында 10-дан ашыу химик матдәләрҙең рөхсәт ителгән концентрацияһы эшләнә, 100-ҙән ашыу яңы химик матдәгә токсикологик баһа бирә. Волга буйы иҡтисади төбәгендә нефть химияһы һәм нефть эшкәртеү үҫешкән ҡалаларҙы һауа бассейнының бысраныуы һәм халҡының һаулығының гигиеник карта-схемалары эшләнгән, Гигиена буйынса тәҡдимдәр һәм ҡарарҙар комплексы нигеҙләнә, уларҙы төрлө ведомстволар, предприятиелар, учреждениелар, хеҙмәттәр (Башҡортостан Республикаһының, Төньяҡ Осетияның, Коми Республикаһының дәүләт санитария-эпидемиология күҙәтеүе үҙәктәре, Ангарск хеҙмәт медицинаһы һәм кеше экологияһы ғилми-тикшеренеү институты, Волгоград гигиена ғилми-тикшеренеү институты, Башҡортостан Республикаһының Юғары Советы, Өфөнөң архитектура һәм ҡала төҙөлөшө буйынса баш идаралығы, Башҡортостан Республикаһының тәбиғәт ресурстары буйынса дәүләт комитеты, Башҡортостан Республикаһының Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр министрлығы һ. б.) эшенә индерелгән.
Сөләймәнов Р. А. әүҙем ғилми эшмәкәрлек алып бара — уның етәкселегендә 2 кандидатлыҡ диссертацияһы яҡланған, әлеге ваҡытта тағы дүрт кандидатлыҡ һәм бер докторлыҡ диссертацияһы буйынса тикшеренеүҙәр алып барыла. 180-дән ашыу ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән ике монография авторы. Р. А. Сөләймәнов педагогик эшмәкәрлеккә ҙур иғтибар бүлә, Өфө дәүләт нефть техник университетының Өфө дәүләт хеҙмәтләндереү институтының «Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау» кафедраһы профессоры.
Сөләймәнов Р. А. Рәсәй һәм Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының тәбиғәтте һаҡлау комиссиялары эшендә әүҙем ҡатнаша. Әстерхан, Төмән, Владикавказ, Чапаевск, Ҡурған, Сыктывкар, Салауат, Күмертау һ. б. ҡалаларында тирә-яҡ мөхиттәге ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе баһалау өсөн бер нисә тапҡыр гигиена буйынса эксперт сифатында Хөкүмәт комиссиялары составында сыға. Әлеге ваҡытта Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының биология, медицина һәм ауыл хужалығы фәндәре бүлегенең медицина фәндәре секторы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһы Тәбиғәт ресурстары министрлығының йәмәғәт һәм ғилми советтары ағзаһы. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[2]
үҙгәртергә- «Рәсәйҙең санитар-эпидемиологик хеҙмәте отличнигы» билдәһе,
- «Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы отличнигы» билдәһе,
- «Данлыҡлы ғалимдар» энциклопедияһы ҡатнашыусыһы СЕРТИФИКАТЫ/
- Рәсәй Дәүләт санитария‑эпидемиология хеҙмәтенең почётлы хеҙмәткәре.
Хеҙмәттәре[3]
үҙгәртергә- Нефть и здоровье: в 2 ч. Өфө, 1993 (авторҙаш);
- Оценка риска здоровью населения, проживающего в условиях сочетанного биологического и химического загрязнения. Өфө, 2011 (авторҙаш);
- Гигиеническая характеристика водоснабжения сельского населения в нефтедобывающих районах Республики Башкортостан. Өфө, 2014 (авторҙаш)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Сөләймәнов Рафаил Әнүәр улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Сулейманов Рафаил Анварович
- ↑ Сөләймәнов Рафаил Әнүәр улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.