Һөйәрғолов Муллайән Зыяитдин улы

Һөйәрғолов Муллайән Зыяитдин улы (21 ноябрь 1934 йыл) — Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры артисы. 1984 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1986), Бөрйән районы Почётлы гражданы.

Сөйәрғолов Муллайән Зыяитдин улы
Тыуған ваҡыты:

21.11.1934

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы, Бөрйән районы,Байназар ауылы

Һөнәре:

артист

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Әүҙем йылдары:

1959 йылдан

Амплуа:

комик герой

Театр:

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры

Наградалары:

Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1986)

Биографияһы

үҙгәртергә

Муллайән (Мулаян) Зыяитдин улы Һөйәрғолов 1934 йылдың 21 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Байназар ауылында тыуған. 1959 йылда Рәсәй дәүләт театр сәнғәте институтын (педагогтары Борис Бибиков, Ольга Ивановна Пыжова) тамамлай. IШул уҡ йылдың 17 сентябрынан Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында эшләй башлай. Амплуаһы — комик герой.

Спектаклдәрҙә башҡарған ролдәре

үҙгәртергә

Проня ролендә тәү башлап сығыш яһай (Н. Ф. Погодиндың «Третья патетическая» пьесаһы буйынса «Ильич ғүмере» — «Жизнь Ильича» спектакле; 1959). Ролдәре: Муҡай («Еҙнәкәй» — «Зятёк», Хәбибулла Ибраһимов), Сәлим («Башмағым»), Шәрифйән («Тиле йәшлек» — «Озорная молодость» Ибраһим Абдуллин), Ябағаев («Айгөл иле»), Хөснулла («Аҫылйәр» — «Возлюбленная» М. Фәйзи), Бәҙретдин («Көнләш, Америка, көнләш!» — «Завидуй, Америка, завидуй!», С. Я. Латыпов һәм Х. Г. Фәтихова), Терешко («Трибунал», Андрей Егорович Макаёнок]).

Кинофильмдә башҡарған роле

үҙгәртергә

Мамед «Сарсау» (1960 йыл, Одесса киностудияһы)

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1986)
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1972)
  • СССР халыҡтарының театр сәнғәте драматургияһы Бөтә Рәсәй фестивале дипломанты (Мәскәү, 1972)

Аҙнабаева З. Яҙмыштар. Ролдәр. Яҙмыштар. — Өфө, 2008.

Һылтанмалар

үҙгәртергә