Сәғәт манараһы (Ботевград)
Ботевградтағы сәғәт манараһы (болг. Часовниковата кула в Ботевград) — Ботевград ҡалаһының төп символы булған сәғәт манараһы, Болгарияның 100 милли туристик объекттарының рәсми исемлегенә инә. 1866 йылда төҙөлә, сәғәт механизмы яңыртылғанлыҡтан һәр саҡ үҙенең саңы менән теүәл ваҡытты хәбәр итә.
Сәғәт манараһы | |
болг. Часовникова кула в Ботевград | |
Нигеҙләү датаһы | 1866 |
---|---|
Дәүләт | Болгария |
Административ-территориаль берәмек | Ботевград |
Урын | Ботевград |
Архитектор | Вуно Марков[d] |
Архитектура стиле | Ғосман архитектураһы |
Мираҫ статусы | 100 туристических объектов Болгарии[d] |
Бейеклеге/буйы | 30 метр |
Сәғәт манараһы Викимилектә |
Тарих
үҙгәртергәМанара, Самунджиево ауылында төҙөлөш эштәре ныҡлап алып барылып, ауыл ҡалаға әйләнгән саҡта, 1866 йылда, төҙөлә. Манара Миҙхәт паша тәҡдиме менән Врачештағы оҫта Вуно Марков тарафынан төҙөлгән, тимерсе Генчо Наков сәғәт механизмын эшләгән, ҡыңғырауын — Бансконан Лазар Димитров тигән оҫта ҡойған. Тәүҙә манара башындағы ағас өйҙән һәр сәғәт һайын башына феска кейгән төрөк фигураһы сыҡҡан һәм, сәғәт саң һуҡҡан һайын, баш эйгән. Болгария азат ителгәс, ул фигураны, төрөк оккупацияһы символы итеп күреп, манаранан алып ташлағандар[1].
1924 йылда манара янында китапхана төҙөйҙәр. Киләһе 50 йыл дауамында манараны реставрациялағанда китапхананы һүтеп, манара янына псевдотсуга ағасы ултырталар. Ваҡыт үтеү менән ағас манара бейеклеге булып тиерлек үҫкән. Ағас ҡала кешеләренең иң яратҡан урыны булып иҫәпләнгән, байтаҡ йылдар уны Раштыуа һәм Яңы йыл байрамы алдынан матур итеп биҙәгәндәр. Ағас манараға бик яҡын торғанлыҡтан, уның тамырҙары, урмансы Йордан Кюрпанов әйтеүенсә, манараны емерә башлаған, шунлыҡтан ағасты төбө-тамыры менән ерҙән һөйрәп сығарғандар, артабан майҙандың икенсе башында өс яңы ағас ултыртҡандар.
Үҙенең бер быуатлыҡ тарихында архитектура ҡомартҡыһы стилен һәм күренешен тергеҙеү буйынса төҙөлөш-ремонт, консервация-реставрация һәм сәнғәт эштәрен кисерә. Манара Болгарияның 100 милли туристик объекттарына инә һәм Ботевград ҡалаһының тарихи музейы булып иҫәпләнә.
Тасуирлама
үҙгәртергәСәғәт манараһы — Ботевград ҡалаһының һәм уның йәмғиәтенең Яңырыу осоро архитектура ҡомартҡыһы. Ҡаланың үҙәк өлөшөндә урынлашҡан, уның күп юлдарын перспективалы ҡаплап тора.
Архитектура
үҙгәртергәМанараның бейеклеге — 30 метр, һөҙөмтәлә ул — Болгарияның иң бейек сәғәт манараһы[2]. Айырылып торған үҙенсәлеге — гофрирлы кәрнизде биҙәп торған барокко элементтары һәм фрескалар. Манара архитектураһында Пловдив һәм Копривштица төҙөлөштәрендәге архитектура элементтарына оҡшаш, куб һәм түңәрәкләнгән, мосолман архитекура формаһын хәтерләткән элементтар бар. Манара күк төҫтәге фрескалар менән биҙәлгән. Уның аҫҡы өлөшө — таштан һалынған, ишегенең механизмы сәғәт механизмын хеҙмәтләндереүгә һәм эшләтеп ебәреүгә мөмкинлек бирә. Артабан тулҡынлы һәм алты мөйөшлө диаметры кәмей барған өҫтәлмә төҙөлөшлө ҡоролмалары бар.
Манараны төҙөү өсөн Боженица ауылындағы карьерҙан сығарылған эре таштар һәм Врачеш ауылынан алынған ағастар ҡулланылған. Манара дөйөм бейеклеге 30 м булған манара өс пропорциональ өлөштән тора. Нигеҙе — яҡтары 11 метр булған квадрат, ул эзбизташтан яһалған. Киләһе билбауы тарайған, сиктәре ярым колонналар менән һыҙатланған, улар кәрниз менән тамамланған, стеналары тулҡынлы формала. Был форма, кәрнизе менән бергә, бинаға нәфислек биреп тора. Өҫкө өлөшө кәрниздән күтәрелә һәм өҫкә табан тағы ла нығыраҡ ослайып торған алты мөйөш формалы. Унда ҡыңғырау ҡуйылған. 1870 йылда бина ҡыйығына флюгер ҡуйыла.
Манара ишегенән алып түбәһенә тиклем, сәғәт механизмы торған урынға табан спираль формалы ағас баҫҡыс алып бара. 3 км радиусҡа тиклем тирә-йүнгә ҡыңғырау моңо ишетелә.
Сәғәт механизмы
үҙгәртергәҮҙенсәлекле сәғәт механизмы Генчо Наков эшләгән «Кантарджията» предприятиеһы тарафынан эшләнгән. Хәҙер ул Ботевград музейының экспонаты булып тора. Һәр сәғәт һайын һуғыусы сәғәттең яңы механизмы «Етъра» компанияһы тарафынан эшләнгән.
Галереяһы
үҙгәртергә-
Манара һәм майҙан
-
Сәғәт манараһы төшөрөлгән Ботевград гербы
-
Сәғәттең эшләү механизмы
-
Үҙенсәлекле сәғәт механизмы
-
Механизмдағы ауырлыҡтар