Сәмәдова Вәжиһә Али ҡыҙы
Вәжиһә Али ҡыҙы Сәмәдова ((әзерб. Vəcihə Əli qızı Səmədova, 1924 йылдың 24 ноябре — 1965 йылдың 24 октябре) — рәссам, Әзербайжан ССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.
Сәмәдова Вәжиһә Али ҡыҙы | |
әзерб. Vəcihə Səmədova | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 24 ноябрь 1924 |
Тыуған урыны | Баҡы, Кавказ аръяғы Социалистик Федератив Совет Республикаһы[d], СССР |
Вафат булған көнө | 24 октябрь 1965 (40 йәш) |
Вафат булған урыны | Баҡы, Әзербайжан Совет Социалистик Республикаһы, СССР |
Хәләл ефете | Latif Fayzullayev[d] |
Балалары | Nicat Feyzullayev[d] |
Һөнәр төрө | рәссам |
Уҡыу йорто | В. И. Суриков исемендәге Мәскәү дәүләт академик художество институты |
Жанр | портрет[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы | эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d] |
Биографияһы
үҙгәртергәӘзербайжан ҡатын-ҡыҙҙарынан тәүге профессиональ рәссам Вәжиһә Сәмәдова 1924 йылдың 24 ноябрендә Баҡыла тыуған. Уның атаһы Карбалай Алиҙың ата-бабалары Карс ҡалаһынан. Карбалай Алиҙың ғаиләһе ул тыуғансы уҡ Ереванға, ә һуңынан Баҡыға күсеп килә. Әсәһе Рубаба Көньяҡ Әзербайжанда, Иран биләмәһендә тыуған. Вәжиһә Сәмәдованың ата-әсәһе Иҫке ҡалала (Баҡыла) таныша[1]. 1939-1944 йылдарҙа Вәжиһә Азим Азимзаде исемендәге һынлы сәнғәт мәктәбендә уҡый.
Һуңынан ҡыҙ Суриков исемендәге Мәскәү художество институтына ҡабул ителә. Уның уҡытыусыһы билдәле рус рәссамы Павел Корин була. Диплом эше итеп ул әзербайжан композиторҙары төркөмө портретын яҙа. 1951 йылда «Узеир Гаджибеков уҡыусылары» тигән темаға диссертацияһын уңышлы яҡлай.
Ире, рәссам Латиф Фәйзуллаев менән бергә Вәжиһә Сәмәдова Әзербайжан райондарына ижади сәфәрҙәргә сыға. Был сәфәрҙәрҙән һуң «Музыка», «Туйға әҙерлек», «Гой Гол», «Капаз», «Мамыҡ үҫтереүселәр», «Ләйлә Бәдирбәйле портреты», «Шама Хәсәнова портреты», «Минира Маммадбәйле портреты» һ.б. ижад итә.
Вәжиһә Сәмәдова һынлы сәнғәт мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй, йәмәғәт эштәре менән дә әүҙем шөғөлләнә.
Уның шәхси күргәҙмәһе Баҡыла 1962 йылда Болгарияға сәйәхәтенән һуң үтә. Вәжиһә Сәмәдованың күргәҙмәләре Баҡыла ғына түгел, Мәскәүҙә һәм Софияла ла була. Сәйәхәт тәьҫораттары буйынса «Оло болгар инәйҙәре», «Софияла баҙар», «Ямғырлы көн», «Ҡаяларҙағы йорттар» һәм башҡа картиналар ижад итә.
1963 йылда «Яңылыҡтарҙы көтөп» тигән һуңғы әҫәрен яҙа, ә картинаһы «Беҙҙең замандаш» күргәҙмәһендә күрһәтелә[1].
Важиха Самадова 1965 йылдың 25 октябрендә Баҡыла яман шештән вафат була[2].
2018 йылдың 14 июлендә Францияла Каннда Латиф Фәйзуллаев һәм Ваджиха Самадованың Гейдар Алиев фонды ойошторған картиналарынан торған «Тандем мөхәббәте» күргәҙмәһе асыла[3].
Баҡыла Вәжиһә Сәмәдова исемендәге Күргәҙмә салоны эшләй.
Латиф Фәйзуллаев менән Вәжиһә Сәмәдова ике бала тәрбиәләп үҫтерә: Нижат (1945)- режиссёр, Фатима (1955).
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Габибов Н., Наджафов М. Искусство Советского Азербайджана. — М.: Искусство (издательство), 1960. — С. 199.
- Нәҹәфов М. Вәҹиһә Сәмәдова (әзерб.). — Б., 1966.
- Расим Эфенди. Ваджия Самедова // Искусство (журнал). — 1967.
- Эфендиев Р. Ваджия Самедова. — М., 1970.
- Сәмәдова Вәҹиһә Əли гызы // Азербайджанская советская энциклопедия / Под ред. Дж. Кулиева. — 1984. — Т. VIII.