Сәйет ауыл Советы (Мәләүез районы)
Сәйет ауыл Советы ( 17.12.2004 тиклем Сәйет ауыл Советы) — Мәләүез районы составында 2008 йылда бөтөрөлгән административ-территориаль берәмек һәм ауыл биләмәһе (муниципаль берәмек тибы. Почта индексы — 453864. ОКАТО коды — 80241872000. ИФНС коды: 263.
Сәйет ауыл Советы | |
Рәсми атамаһы | Саитский сельсовет |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ үҙәк | Сәйет (Мәләүез районы) |
Административ-территориаль берәмек | Мәләүез районы |
Сәғәт бүлкәте | YEKT һәм UTC+05:00[d] |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 19 ноябрь 2008 |
Почта индексы | 453864 |
2004 йылдың 16 декабрендәге «Башҡортостан Республикаһы муниципаль берәмектәренең сиктәре, статусы һәм административ үҙәктәре тураһындағы Законына» ярашлы ауыл биләмәһе статусына эйә[1]. 2008 йылда Денис ауыл Советы менән берләштерелә.
Ауыл Советы составы
үҙгәртергә1989 йылда Нордовка ауыл Советының Петропавловка ауылы Мәләүез районы Сәйет ауыл Советы составына тапшырыла ( «Нордовка ауыл Советының Петропавловка ауылын Сәйет ауыл Советы составына тапшырыу тураһында» Башҡортостан Республикаһының Юғары Советы Президиумының 06.09.94 Н 6-2/130 һанлы указы).
Сәйет ауылы — административ үҙәк, Яңы Казанковка, Петропавловка ауылдары[1].
Тарихы
үҙгәртергә«Башҡортостан Республикаһы административ-территориаль ҡоролошондағы үҙгәреүҙәр, Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәрҙе ҡайтанан үҙгәртеү һәм сиктәрҙе үҙгәртеү тураһындағы» Башҡортостан Республикаһының 2004 йылдың 17 декабрендәге 125-з һанлы Законы (2004 йылдың 16 декабрендә Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай тарафынан ҡабул ителә)хәбәр итә:
Статья 1. Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошондағы үҙгәрештәр
150. Мәләүез районының Сәйет ауыл Советының 18 га майҙан менән биләмә өлөшөн Федоровка районы Пугачев ауыл Советы составына тапшырып, Мәләүез районы, Мәләүез районының Сәйет ауыл Советы, Федоровка районы, Федоровка районы Пугачев ауыл Советының сиктәрен тәҡдим ителгән схема картаһына ярашлы үҙгәртергә.
151. Мәләүез районының Сәйет ауыл Советы биләмәһе өлөшөн тапшырып, Мәләүез районының Сәйет ауыл Советы, Мәләүез районы, Федоровка районы Разин ауыл Советы, Федоровка районы сиктәрен тәҡдим ителгән схема картаһына ярашлы үҙгәртергә.— http://www.gsrb.ru:88/MainLeftMenu/ZakonoTvorch/Zakoni/125-2004.php?month=05&year=2012
Башҡортостан Республикаһының 2008 йылдың 19 ноябрҙәге 49-3 һанлы «Айырым ауыл советтарын берләштереү һәм тораҡ пункттарҙы тапшырыу менән бәйле Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошондағы үҙгәрештәр тураһында» Законы белдерә[2]:
Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошонда түбәндәге үҙгәрештәрҙе индерергә:
33) Мәләүез районы буйынса:
а) Богородский ауылында административ үҙәге менән, "Денис" атамаһын һаҡлап, Денис һәм Сәйет ауыл Советтарын берләштерергә.
Сәйет ауыл Советының Яңы Казанковка, Петропавловка, Сәйет ауылдарын Денис ауыл Советы составына индерергә.
Денис ауыл Советының сиктәрен тәҡдим ителгән схема картаһына ярашлы раҫларға.
Иҫәп мәғлүмәттәренән Сәйет ауыл Советын алып ташларға;
Географик урыны
үҙгәртергә2008 йылда Федоровка районы, Денис ауыл Советы, Ергән ауыл Советы, Нордовка ауыл Советы, Партизан ауыл Советы муниципаль берәмектәре менән сиктәш[3].
Географияһы
үҙгәртергәБиткинәш шишмәһе
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Закон о границах, статусе и административных центрах муниципальных образований в Республике Башкортостан (в ред. Законов РБ от 20.07.2005 N 211-з, от 21.06.2006 N 329-з, от 29.12.2006 N 404-з)
- ↑ Закон Республики Башкортостан от 19.11.2008 № 49-з «Об изменениях в административно-территориальном устройстве Республики Башкортостан в связи с объединением отдельных сельсоветов и передачей населённых пунктов»
- ↑ 16.07.2008-о границах, статусе и административных