Сүп-сар банкы (индон. Bank sampah)[1] — Индонезияла барлыҡҡа килгән сүп-сарҙы, тәү сиратта ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын. йыйыу һәм бүлеү бизнес-моделе[2][3][4][5].

Индонезияла сүп-сар сүплеге

Бизнес-модель

үҙгәртергә

«Керем» рәүешендә сүп-сар банкттары төрҙәргә бүленгән ҡадыҡтарҙы ҡабул итәләр. Сүп-сар килтергәндәргә счёттар асыла, унда тапшырылған сүп-сарҙың ауырлығы һәм төрө яҙыла[3][2][4].

Бүленгән сүп-сарҙың күмәртәле партиялары эшкәртеүселәргә тапшырыла йәки башҡа ҡыҙыҡһынған кешеләргә (мәҫәлән, коллекционерҙарға, хәҙерге заман рәссамдарына һ. б.) һатыла[6][3]. Сүп-сарҙың хаҡы ғәҙәттә һәр көн һайын ихтыяж кимәленә ҡарап алышына[6].

Һатҡандан һуң «вкладчиктар» счёттарына уларҙың "керем"енең төрөнә, ауырлығына һәм тапшырылған сүп-сарҙың ағымдағы сауҙа хаҡына эквивалентлы булған аҡса күсерелә[6][3][4]. Шул уҡ ваҡытта яҡынса 85 % клиентҡа һәм 15 % — «банк»ҡа эләгә.

«Вкладчиктар»ға аҡсаларҙы алыу мөмкинлеге һатҡандан һуң күпмелер ваҡыт, мәҫәлән өс ай, уҙғас барлыҡҡа килә, был бизнес операторының хәүефлелеген кәметә[2][3].

Банктың клиенттары булып индивидуаль шәхестәр ҙә, шулай уҡ төркөмдәр ҙә, мәҫәлән йорт хужалыҡтары, мәктәптәр һ. б. була алалар[6].

Ҡалдыҡтарҙы ҡабул итеү һәм һатыуҙан башҡа ҡайһы бер сүп-сар банктары туранан-тура эшкәртеү менән шөғөлләнгән бүлектәр асҡандар[3].

Бизнесты үҫтереү барашында сүп-сар банктары органик ҡалдыҡтар ҡабул итә башлайҙар һәм уларҙы компостҡа эшкәртеп ауыл хужалығы предприятиеларына һаталар[4].

Эшмәкәрлек күрһәткестәре

үҙгәртергә

Bank Sampah Gemah Ripah тәүге сүп-сар банкы 2012 йылда айына 500—700 кг сүп-сар ҡабул итә[2].

Сүп-сар банктарының береһе — Bank Sampah Cahaya Partha Jaya 2012 йылда хәбәр итеүенсә, банк айына яҡынса 15 миллион рупий (1 590 АҠШ доллары) суммаһына 5 тонна төрлө сүп-сар ҡабул итә[6].

Баликпапан ҡалаһындағы сүп-сар банкы 2013 йылда айына 2—3 тонна ҡалдыҡтар йыйыуы хаҡында мәғлүмәт бирә[4]. Тағы ла уның мәғлүммәтәре буйынса урта хәлле ғаиләләргә ошо банк ярҙамында айына яҡынса 50 000 рупий (йәғни 5 АҠШ доллары) экономия итә алалар.

2012 йылға ҡарата сүп-сар банктары үҙ төбәктәрендә 30%-тан алып 40 %-ҡа тиклем пластик ҡалдыҡтары сауҙаһын контролдә тотҡандар[3].

Сүп-сар банкы концепцияһын 2008 йылда Бамбанг Суэрда (индон. Bambang Suwerda) уйлап сығара һәм Ява утрауындағы (Индонезия) Джокьякарта ҡалаһында Bank Sampah Gemah Ripah/Bank Sampah Bantul тәүге сүп-сар банкына нигеҙ һала[6][2]. Бамбанг Суэрдаға туған төбәктәге санитария мәсьәләләре сүп-сарҙы йыйыу һәм эшкәртеү буйынса предприятие ойоштороуына этәргес көс булып торған[3].

Артабан был идея бик тиҙ таралыу ала, бөтә Индонезия буйлап айырым сүп-сар банктары барлыҡҡа килә башлайҙар[4][6][3].

2010-сы йылдар башында Бамбанг Суэрда Таиландта сүп-сар банкы концепцияһын индереү тәҡдимен ала[6].

2012 йылдың июнь аҙағына ҡарата Индонезила 31 миллиард рупий суммалы дөйөм әйләнеш менән 782 сүп-сар банкы иҫәпләнгән[2].

2012 йылда бамбанг Суэрда үҙенең сүп-сар йыйыуҙың инновацион йүнәлеше өсөн Ашока фонды менән билдәләнә[3].

Индонезия властары сүп-сар банкы моделенә юғары баһа биреп, уны пропагандалауға, индереүгә һәм ярҙам итеүгә булышлыҡ итәләр[3][2][7].

Ҡала хакимиәттәре бүленгән сүп-сар өсөн өҫтәмә контейнерҙар урынлаштыра, һәм тағы ла һәр бер сүп-сар банкына йыл һайын ярҙам күрһәтә башлайҙар[6].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Также «банк отходов». В английском языке чаще waste bank, также trash bank и garbage bank.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 2,6 Sri Lestari. Bank Sampah, ubah sampah jadi uang (индон.). BBC (11 июль 2012). Дата обращения: 14 май 2015.
  3. 3,00 3,01 3,02 3,03 3,04 3,05 3,06 3,07 3,08 3,09 3,10 BAMBANG SUWERDA (ингл.). Ашока (фонд) (2012). Дата обращения: 14 май 2015.
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 4,5 Randy Salim. Waste Not, Want Not : “Waste Banks” in Indonesia (ингл.) (2013-19-12). Дата обращения: 14 май 2015.
  5. Mengenal Apa Itu Bank Sampah (индон.). Unilever. Дата обращения: 14 май 2015. 2015 йыл 18 май архивланған.
  6. 6,0 6,1 6,2 6,3 6,4 6,5 6,6 6,7 6,8 Ni Komang Erviani. Community solves its own trash problem (ингл.). The Jakarta Post (19 июль 2012). Дата обращения: 14 май 2015.
  7. http://www.menlh.go.id/from-trash-to-cash-dari-sampah-jadi-rupiah/ (индон.). Kementerian Lingkungan Hidup (14 апрель 2012). Дата обращения: 14 май 2015. 2015 йыл 18 май архивланған.

Һылтанмалар

үҙгәртергә