Сөнәев Заһиҙулла Исхаҡ улы

(Сюняев Заһиҙулла Исхаҡ улы битенән йүнәлтелде)

Сөнәев Заһиҙулла Исхаҡ улы (10 декабрь 1929 йыл — 7 ғинуар 2001 йыл) — ғалим-химик-технолог, юғары мәктәп эшмәкәре. 1962 йылдан Өфө нефть институтының нефть һәм газ технологияһы кафедраһы мөдире, 1970—1976 йылдарҙа — институт ректоры. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы (1991), техник фәндәре докторы (1970), профессор (1970). РСФСР-ҙың (1974) һәм Башҡорт АССР-ының (1967) атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре. СССР‑ҙың нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте отличнигы, СССР‑ҙың почётлы нефтехимигы (1984). И. М. Губкин исемендәге премия лауреаты (1996). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1971).

Сөнәев Заһиҙулла Исхаҡ улы
татар. Заһидулла Исхак улы Сөнәев
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 10 декабрь 1929({{padleft:1929|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})
Тыуған урыны Татарская Велязьма[d], Торбеевский район[d], Мордовский округ[d], Урта Волга крайы[d], РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 2001[1]
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Һөнәр төрө ғалим
Эшмәкәрлек төрө нефтехимия[d]
Эш урыны ӨДНТУ
Рәсәй дәүләт нефть һәм газ университеты
Биләгән вазифаһы ректор[d]
Уҡыу йорто Рәсәй дәүләт нефть һәм газ университеты
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре

Биографияһы

үҙгәртергә

Заһиҙулла Исхаҡ улы Сөнәев 1929 йылдың 10 декабрендә Татар Велязьмаһы ауылында тыуған (хәҙер Мордовияның Атюрьев районы).

1953 йылда И. М. Губкин исемендәге Мәскәү нефть институтын тамамлай. Институтты тамамлағандан һуң Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводында оператор, әкренәйтелгән кокслауҙың установка начальнигы, өлкән инженер, цех начальнигы. Бер үк ваҡытта нефть техникумында аналитик химия һәм нефть эшкәртеү курсы уҡытыусыһы булып эшләй. Һуңынан нефть коксы өлкәһендәге фән меннә шөғөлләнә башлай, был өлкәлә ҙур белгес була — техник фәндәр докторы, профессор, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының Почетлы академигы.

Заһиҙулла Сөнәев 1959 йылдан Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводында цех начальнигы булып эшләй, ә 1962 йылдан — Өфө нефть институтында нефть һәм газ технологияһы кафедраһы мөдире, ә 1970 йылдан — ректор.

Заһиҙулла Сөнәевтың фәнни эштәре әкренәйтелгән кокслауҙың интенсификация һәм технология процестарын камиллаштырыуға, нефть кокстарын ҡайнар ҡатлам менән күп баҫҡыслы аппараттарҙа ҡыҙҙырыу процесын әҙерләүгә арналған. Ул кокс сифатына баштағы сеймалында асфальтендарҙың, көкөртлө ҡатнашмаларҙың һәм көл компоненттарының йоғонтоһо тураһында мәғлүмәттәр ала. Был юғары ағыулаусан ташкүмер ыҫмалаһын әҙ ағыулы нефтлеһе менән алмаштырырға мөмкинлек бирә.

1976 йылда Заһиҙулла Сөнәев — Губкин исемендәге Мәскәү нефть һәм газ институты кафедраһы мөдире.

Хеҙмәттәре

үҙгәртергә

Заһиҙулла Сөнәев — 450 тирәһе ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән 10 китап авторы.

  • Сюняев З. Производство, облагораживание и применение нефтяного кокса. — М., 1973.
  • Сюняев З. Нефтяной углерод. — М., 1980.
  • Сюняев З. Дисперсные состояния в каталитических системах нефтепереработки. — М., 1992.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • БАССР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1967)
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1971)
  • СССР Миннефтехимпром алдынғыһы
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1974).

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Zagidulla Ishakovič Sjunjaev // https://plus.cobiss.net/cobiss/bg/bg/conor/40474213

Һылтанмалар

үҙгәртергә