Сьюэлл (Чили)
Сьюэлл шахтёрҙар ҡаласығы — Чилилағы кеше йәшәмәгән шахтерҙар ҡалаһы, ул Анд тауҙарында 2000—2250 метр бейеклектә ята, һәм илдең баш ҡалаһы Сантьягонан көньяҡҡа табан 85 км алыҫлыҡта Либертадор-Хенераль-Бернардо-О’Хиггинс өлкәһе Качапоаль провинцияһының Мачали коммунаһында урынлашҡан. XX быуаттың йыл әйләнәһенә файҙаланыу өсөн төҙөлгән берҙән-бер эре тау сәнәғәте шахтерҙарының тораҡ пункты.[2] 2006 йылда ЮНЕСКОның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелә.
Шахтёрский городок Сьюэлл* | |
---|---|
Sewell Mining Town** | |
ЮНЕСКО Бөтә донъя мираҫы | |
Sewell.jpg | |
Ил | Чили |
Тип | Культурный |
Критерий | ii |
Һылтанма | 1214 |
Регион*** | Латинская Америка и Карибские острова |
Иҫепкә алынған | 2006 (30-я сессия)
|
* Рәсми исемлектә русса атамаһы ** Рәсми исемлектә инглизсә атамаһы *** ЮНЕСКО квалификацияһында регион |
Сьюэлл | |
ингл. Sewell | |
Дәүләт | ba |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Мачали |
Халыҡ һаны | 0 кеше |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 2150 метр |
Мираҫ статусы | Бөтә донъя мираҫы[1] |
Майҙан |
17,2 гектар[1], 33 гектар |
Рәсми сайт | sewell.cl/english/index.… |
Бөтә донъя мәҙәни мираҫы исемлегенә индереү критерийы | (ii)[d] |
Сьюэлл Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергәҠалаға нигеҙ Braden Copper Co компанияһы тарафынан 1904 йылда һалына. Компания донъялағы иң ҙур Эль-Теньенте шахтаһынан баҡыр сығарыуҙы ойоштороуҙы маҡсат итеп ҡуя. Ҡала тәгәрмәсле транспорт йөрөй алмаған текә тау битләүҙәрендә төҙөлә һәм тимер юл станцияһынан тау башына табан йүнәлгән ҙур үҙәк баҫҡыс тирәләй урынлаша. Баҫҡыс ситендә дөрөҫ булмаған формалағы майҙансыҡтар урын ала, ҡаланы йәшелләндереү өсөн баҫҡыс буйлап декоратив ағастар һәм ҡыуаҡтар ултыртыла. Үҙәк баҫҡыстан ике яҡҡа ла горизонталь үткәүелдәр эшләнә. Улар ҡаланың төрлө кимәлдәрҙә ятҡан өлөштәрен бәйләгән бәләкәйерәк майҙансыҡтар һәм баҫҡыстар менән тоташа. Йорттар ағастан эшләнә, уларҙың күбеһе — йәшел, һары, ҡыҙыл һәм күк төҫтәргә буяла.[2]
Биналар архитектураһы, нигеҙҙә, Американың XIX быуат өлгөләренә эйәрә. Әммә ҡайһы бер объекттар, мәҫәлән, 1936 йылда төҙөлгән Сәнәғәт мәктәбе — модернизм архитектураһы ҡомартҡыһы.
Ҡала 1915 йылда Сьюэлл компанияһының беренсе президенты Бартон Сьюэлл хөрмәтенә шулай атала. 1918 йылда унда 14 000 кеше йәшәй. Бик күп йылдар буйы шахталарҙы ҡулланғандан һуң компания 1977 йылда эшселәр һәм уларҙың ғаилә ағзаларын ҡаланан күсерә башлай, шулай итеп тиҙҙән ҡала бөтөнләй бушап ҡала.
1998 йылда Чили хөкүмәте Сьюэлл ҡалаһын милли ҡомартҡы тип иғлан итә, ә 2006 йылда ЮНЕСКО уны, урындағы эшсе көстәрен файҙаланып, сәнәғәт компаниялары тарафынан тәбиғәт байлыҡтарын сығарыу һәм эшкәртеү маҡсатында, донъяның төпкөл өлөштәрендә булдырылған ҡалаларҙың күренекле өлгөһө булараҡ Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерә.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 всемирное наследие
- ↑ 2,0 2,1 UNESCO. Sewell Mining Town (ингл.). Дата обращения: 27 июнь 2009. Архивировано 3 апрель 2012 года.