Сыуаш буржуаз-милләтсел ойошмаһы эше
Сыуаш контрреволюцион буржуаз-милләтсел ойошмаһы эше — 1937 йылдан алып 1941 йылға тиклем РСФСР-ҙың Юғары судының енәйәт эштәре буйынса Суд коллегияһы (1937—1939), Волга буйы хәрби округының Хәрби трибуналы (1937—1939; 1941) , СССР-ҙың Юғары судының енәйәт эштәре буйынса Суд коллегия (1940), СССР-ҙың Юғары судының Хәрби коллегияһы (1941),СССР НКВД-һы янындағы Махсус кәңәшмәһе (ОСО, 1941) тарафынан ҡаралған Сыуаш АССР-ының партия, дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәрҙәренә ҡарата енәйәт эше.
Сыуаш буржуаз-милләтсел ойошмаһы эше |
Сыуаш АССР-ының НКВД тәфтишселәре версияһы буйынса, эш фигуранттары Сыуаш АССР-ында 1920 йылдарҙың уртаһынан ВКП(б)-ның Сыуаш обкомы яуаплы секретары С. П. Петров, ЧАССР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советы рәйесе В. И. Токсин һәм ЧАССР-ҙың Үҙәк башҡарма комитеты Президиумы рәйесе А. Н. Никитин етәкселегендәге «контрреволюцион буржуаз-милләтсел ойошмаға» ҡатнаштары булған.
Эш фигуранттары
үҙгәртергәСуд | Исеме | Милләте | Аҙаҡҡы эш урыны | Ҡулға алыу датаһы | Ҡарар сығарыу датаһы | Яза | Ҡарар сығарған орган | РСФСР-ҙың Енәйәт Кодексы статьяһы | Вафат булыу йылы |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
ВТ | Петров Сергей Порфирьевич | сыуаш | Силәбе юл бүлегенең район ауыл юлдары секторының өлкән инспекторы | 27 декабря 1938 | 1941.05.13 | 10 лет, төрмәгә ябыу | СССР-ҙың Юғары суды Хәрби коллегияһы | 58.11 | 1942 |
ВТ | Андреев Яков Андреевич | урыҫ | Ядрин районы йылҡы заводы мөдире | 1938.08.27 | 1941.05.13 | 10 йыл, төрмәгә ябыу | Военная коллегия ВС СССР | 58.10, 58.11 | 1975 |
ВТ | Кузнецов Иван Данилович | сыуаш | ВКП(б)-ның Сыуаш обкомы мәҙәни-ағартыу мәктәбе бүлегенең мөдире | 1937.11.29 | 1941.05.13 | 8 лет, төрмәгә ябыу | СССР-ҙың Юғары суды Хәрби коллегияһы | 58.10, 58.11 | 1991 |
ВТ | Зефиров Фёдор Маркович | сыуаш | ВКП(б)-ның Чебоксар ҡала комитеты беренсе секретары | 1937.07.24 | — | вафат булыуы сәбәпле эш туҡтатылған | — | — | 1941 |
ВТ | Токсин Василий Иванович | сыуаш | Чебоксар кирбес заводы директоры | 1937.10.22 | 1941.05.13 | 10 йыл, төрмәгә ябыу | СССР-ҙың Юғары суды Хәрби коллегияһы | 58.7, 58.8, 58.11 | 1942 |
ВТ | Яковлев Александр Яковлевич | сыуаш | Сыуаш АССР-ның Халыҡ Комиссарҙары Советы рәйесе урынбаҫары | 1938.05.04 | 1941.09.16 | 8 йыл, холоҡ төҙәтеү-хеҙмәт лагеры | СССР НКВД-һы ҡарамағындағы Махсус кәңәшмә | 58.7, 58.10, 58.11 | 1948 |
ВТ | Чернов Ефрем Семёнович | сыуаш | САССР-ҙың Халыҡ Комиссарҙы Советы мәғариф наркомы | 1938.08.27 | 1941.05.13 | 8 йыл, төрмәгә ябыу | СССР-ҙың Юғары суды Хәрби коллегияһы | 58.7, 58.10, 58.11 | 1965 |
ВТ | Чернов Лука Семёнович | сыуаш | сыуаш республика союзы ҡулланыусылар йәмғиәте идаралығы рәйесе (ваҡытлыса вазифаны башҡарыусы) | 1938.05.23 | 1941.09.16 | 5 йыл, холоҡ төҙәтеү-хеҙмәт лагеры | СССР НКВД-һы ҡарамағындағы Махсус кәңәшмә | 58.7 | 1942 |
ВТ | Харитонов, Ананий Харитонович | сыуаш | Шумерли район исполкомы рәйесе | 1937.10.10 | 1941.09.16 | 8 йыл,холоҡ төҙәтеү-хеҙмәт лагеры | СССР НКВД-һы ҡарамағындағы Махсус кәңәшмә | 19, 58.2, 58.6, 58.8, 58.11 | 1943 |
ВТ | Сымокин Александр Семёнович | сыуаш | Шихазан МТС директоры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы | 1938.11.21 | 1941.09.10 | 8 йыл, холоҡ төҙәтеү-хеҙмәт лагеры | СССР НКВД-һы ҡарамағындағы Махсус кәңәшмә | 19, 58.7, 58.8, 58.11 | 1980 |
ВТ | Ермаков Михаил Тимофеевич | сыуаш | САССР-ҙың Осоавиахим Үҙәк Советы рәйесе | 1937.10.15 | 1941.09.16 | 8 йыл, холоҡ төҙәтеү-хеҙмәт лагеры | СССР НКВД-һы ҡарамағындағы Махсус кәңәшмә | 19, 58.2, 58.7, 58.11 | |
ВТ | Хрисанфов Тихон Павлович | урыҫ | Чебоксары ҡалаһы «Чувашлеспромсбыт» контораһы идарасыһы | 1939.03.17 | 1941.09.10 | 8 йыл, холоҡ төҙәтеү-хеҙмәт лагеры | СССР НКВД-һы ҡарамағындағы Махсус кәңәшмә | 19, 58.2, 58.7, 58.10, 58.11 | 1974 |
ВТ | Иванов Григорий Иванович (сәйәсмән) | сыуаш | САССР Госпланы рәйесе | 1937.09.29 | 1937.12.05 | 10 йыл, холоҡ төҙәтеү-хеҙмәт лагеры | СССР НКВД-һы ҡарамағындағы Махсус кәңәшмә | 19, 58.8, 58.10, 58.11 | 1944 |
ВС | Юрьев Пётр Фёдорович | сыуаш | ВКП(б)-ның Сыуаш обкомы ауыл хужалығы бүлеге мөдире | 1938.08.05 | — | вафат булыуы сәбәпле эш туҡтатылған | — | — | 1940 |
ВС | Васильев Алексей Васильевич | сыуаш | Сыуш АССР-ы Үҙәк башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары | 1938.01.09 | 1941.09.16 | 8 йыл, холоҡ төҙәтеү-хеҙмәт лагеры | СССР НКВД-һы ҡарамағындағы Махсус кәңәшмә | 58.7, 58.10, 58.11 | 1983 |
ВС | Морозов Иван Якимович | сыуаш | Сталинград өлкәһендә комзаг вәкиле урынбаҫары | 1938.07.27 | 1941.09.22 | 8 йыл, холоҡ төҙәтеү-хеҙмәт лагеры | СССР НКВД-һы ҡарамағындағы Махсус кәңәшмә | 58.7, 58.10, 58.11 | 1944 |
ВС | Спиридонов Матвей Филиппович | сыуаш | ЧАССР-ҙың Игенселек наркоматы наркомы урынбаҫары | 1937.07.15 | 1941.09.10 | 8 йыл, холоҡ төҙәтеү-хеҙмәт лагеры | СССР НКВД-һы ҡарамағындағы Махсус кәңәшмә | 58.7, 58.10 | 1942 |
ВС | Михопаркин А. Т. | сыуаш | САССР-ҙың Игенселек наркоматы, ветеринария идаралығы начальнигы | 1937.07.31 | 1940.05.20 | 2 йылға иректән мәхрүм итеү | СССР Юғары судының Енәйәт эштәре буйынса суд коллегияһы | 111 | |
ВС | Павлов Д. Т. | сыуаш | САССР-ҙың Игенселек наркоматы, начальник ветеринарного управления | 1937.10.09 | — | вафат булыуы сәбәпле эш туҡтатылған | — | — | 1940 |
ВС | Шулов А. П. | русский | САССР-ҙың Игенселек наркоматы, управляющий «Чувашской племзаготконторы» | 1937.10.28 | 1941.09.16 | 8 йыл, холоҡ төҙәтеү-хеҙмәт лагеры | СССР НКВД-һы ҡарамағындағы Махсус кәңәшмә | 58.7, 58.11 | |
ВС | Петров Н. П. | сыуаш | САССР-ҙың Игенселек наркоматы, агроном-семеновод | 1937.10.29 | 1940.05.20 | 1,5 йыл, дөйөм тотоу урындары | 111 | ||
ВС | Кузьмин М. С. | сыуаш | САССР-ҙың тархан районы испоклмы, һаулыҡ һаҡлау бүлеге мөдире | 1937.05.21 | 1941.09.16 | 8 йыл, холоҡ төҙәтеү-хеҙмәт лагеры | СССР НКВД-һы ҡарамағындағы Махсус кәңәшмә | 58.7, 58.10 | |
ВС | Гаврилов И. Г. | сыуаш | САССР-ҙың Игенселек наркоматы, ашлыҡ буйынса нарком | 1937.10.28 | 1939.10.12 | аҡланған | СССР Юғары судының Енәйәт эштәре буйынса суд коллегияһы | — | 1944 |
ВС | Филиппов И. Ф. | сыуаш | САССР-ҙың Игенселек наркоматы, «Чувашкрахмалтрест» идарасыһы | 1937.12.25 | 1940.05.20 | 2 йылға иректән мәхрүм итеү | СССР Юғары судының Енәйәт эштәре буйынса суд коллегияһы | 109 | 1965 |
ВС | Дмитриев А. Д. | сыуаш | САССР-ҙың Яльчик районы исполкомы, рәйес | 1938.06.21 | 1940.05.20 | 2 йылға иректән мәхрүм итеү | СССР Юғары судының Енәйәт эштәре буйынса суд коллегияһы | 58.7, 58.11 | |
ВС | Гаврилов М. Г. | урыҫ | САССР-ҙың Яльчик районы исполкомы, әҙерләү ойошмаһы мөдире; заведующий Яльчик райземотдел мөдире | 1938.04.21 | 1940.05.20 | 2 йыл, дөйөм тотоу урындары | СССР Юғары судының Енәйәт эштәре буйынса суд коллегияһы | 109 | |
ВС | Липатов Павел Илларионович | сыуаш | СААСР-ҙың Траков район исполкомы, рәйес | 1939.10.12 | 1940.05.20 | 2 йыл, дөйөм тотоу урындары | СССР Юғары судының Енәйәт эштәре буйынса суд коллегияһы | 109 | 1945 |
ВС | Майрин Е. Я. | сыуаш | СААСР-ҙың Эске сауҙа наркоматы, нарком урынбаҫары | 1937.10.20 | 1940.05.20 | 4 йыл, холоҡ төҙәтеү-хеҙмәт лагеры | СССР Юғары судының Енәйәт эштәре буйынса суд коллегияһы | 58.10 | 1944 |
ВС | Ефремов К. М. | сыуаш | САССР-ҙың Игенселек наркоматы, «Союзплодовощ» берекмәһе шоферы өйрәнсеге | 1937.10.19 | 1940.05.20 | 2 йыл, дөйөм тотоу урындары | СССР Юғары судының Енәйәт эштәре буйынса суд коллегияһы | 109 | 1941 |
АР | Никитин Александр Никитич (сәйәсмән) | сыуаш | САССР-ҙың Үҙәк башҡарма комитеты Президиумы рәйесе | 1939.02.04 | — | вафат булыуы сәбәпле эш туҡтатылған | — | — | 1942 |
Эш башы
үҙгәртергә1936 йылда Мәскәүҙән Чебоксарыға ебәрелгән ВКП(б)-ның Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы партия контроле комиссияһы вәкиле Сахьянова Мария Михайловна һәм ВЛКСИ-дың Үҙәк Комитеты инструкторы О. П. Мишакова С. П. Петровҡа ышанып булмай һәм Сыуашстан партияға, советтарға ҡаршы, дошмансыл-шпион ояға әүерелгән тигән һығымтаға киләләр.
Сахьянова М. М. «Сыуаш АССР-ының партия, совет, профсоюз һәм хужалыҡ аппараттарында оялаған» Совет власының дошмандарын фашлауҙы талап итә, ә Мишакова О. П. ВЛКСМ-дың өлкә комитеты аппаратындағы «халыҡ дошмандарын» фашлай.
1936 йылдың мартынан 1937 йылдың декабренә тиклем Сахьянова М. М., Сыуаш АССР-ы буйынса партконтроле комиссияһы вәкиле булараҡ, Чебоксарҙа партия таҙартыуы менән шөғөлләнә.
Уның башланғысы менән Сыуашстандың юғары етәкселек ҡатламы алмаштырыла, шул иҫәптән ВКП(б)-ның Сыуаш обкомы беренсе секретары Сергей Петров.
Сыуаш АССР-ының прокуроры Элифановҡа Сахьянова «ауыр енәйәтсел эштәрҙе һәм социалистик законлылыҡты систематик рәүештә йәшереп ҡалдырыуҙа», шулай уҡ «халыҡ дошмандарын язанан ҡурсалауҙа» ғәйепләй. 1937 йылдың мартында Мария Сахьянова Чебоксарҙа партактив йыйылышында «вайымһыҙлыҡҡа бирелгәнлек ауырыуы» тураһында хәбәр итә һәм «революцион һиҙгерлеккә» саҡыра. Шунда уҡ Сәнғәт эштәре идаралығы начальнигы Аркадий Золотов тәнҡиткә дусар ителә.
1937 йылдың июнендә үткәрелгән XVIII өлкә партконференцияндағы сығышында Сахьянова «Сыуаш АССР-ының партия, совет, профсоюз һәм хужалыҡ аппараттарында оялаған Совет власы дошмандарының фашлауын көсәйтеүҙе» талап итә.
Сыуашстандағы партия таҙартыуы барышында төп ғәйепләү «милләтселек» була. Республика етәкселеге составынан милли сыуаш кадрҙарын алып ташлағандан һуң төп вазифаларҙы оҙайлы йылдар дауамында урыҫ етәкслерә биләй. ВКП(б)-ның сыуаш обкомының беренсе секретары итеп 1937 йылдың ноябрендә ҡыҫҡа ваҡытҡа сыуаш Герасим Иванов һайлана. Әммә репрессияларҙы туҡтатырға тырышҡан Иванов та тиҙҙән ҡулға алына һәм атып үлтерелә. Һөҙөмтәлә Сыуашстанда төп вазифаны Алексей Волков биләй, ә Сыуашстан Халыҡ комиссарҙары Советы рәйесе итеп Александр Сомов тәғәйенләнә. Сыуашстанда ысынында совет һәм партия аппаратында «тамырлаштырыу» («коренизация») сәйәсәте юҡҡа сығарыла.
1937 йылда репрессияланған Сыуашстан эшмәкәрҙәре Сталин үлгәндән һуң тулыһынса аҡлана. Сыуаш лидерҙары, Сахьянова республикаға килгәнгә тиклем үк, үҙҙәре репрессияларҙа әүҙем ҡатнаша. Әйткәндәй, партияһыҙ сыуаш интеллигенцияһы, мәҙәниәт, сәнғәт, эшмәкәрҙәре, дин әһелдәре 30-сы йылдарҙың беренсе яртыһында уҡ репрессиялана, ә 1937 йылда обком секретары Петров һәм республика прокуроры Элифанов эске эштәр министры менән берлектә Сыуаш АССР-ы буйынса судтан тыш хөкөм сығарған тройкаға инәләр. Шуға ҡарамаҫтан, 1953 йылда Сергей Петров тулыһынса аҡлана һәм «золом ҡорбаны» тип иҫәпләнә. 1956 йылдың октябрендә КПСС-тың Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы партконтроль комиссияһы Сыуаш обкомының беренсе секретары Семен Илюковтың Мария Сахьянованың Сыуашстандағы бөтә йәмһеҙ ҡыланыштарын тасуирлаған яҙыуын ҡарай. Комиссия ул саҡта түбәнге ҡарар сығара: «Ебәрелгән хаталары өсөн М. М. Сахьянова иптәш КПСС сафтарынан сығарыуға лайыҡлы. Сахьнова ның үҙенең партияғ а ҡаршы ҡылыҡтарын иҫәпкә алып, шулай уҡ уның элек революцион эштә ҡатнашыуын иғтибарға алып, Сахьянова иптәшкә Сыуаш АССР-ы буйынса КПСС-тың Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы КПК вәкиле булараҡ партияға ҡаршы ҡылыҡтары өсөн учет карточкаһына индереп ҡаты шелтә иғлан итергә».
1937 йылдың көҙөндә ВЛКСМ-дың XIV өлкә конференцияһында Мишакова О. П. «ВЛКСМ-дың өлкә комитетында дошман оялаған» тип белдерә. Уның талабы буйынса конференция ваҡытында 7 кеше комсомолдан сығарыла, 36 кеше делегат мандаттарынан мәхрүм ителә, уларға сәйәси ышанмаусанлыҡ белдерелә. Конференциянан һуң бер аҙҙан сыуаш комсомолы етәкселәре А. С. Сымокин һәм И. Т. Терентьев һәм өлкә комитеттың башҡа хеҙмәткәрҙәре «халыҡ дошмандары» тип иғлан ителә. Бер нисә көндән ВКП(б) обкомы ҡарамағындағы партия контроле комиссияһы коллегияһы яңыраҡ обкомдың беренсе секретары вазифаһынан бушатылған А. С. Сымокиндың «эше» менән шөғөлләнә башлай. 1937 йылдың 8 декабрендә «бер нисә тупаҫ сәйәси хатаһы, дошмандарҙы ҡурсалауы өсөн ВКП(б)-нан сығарырға» тигән вердикт сығарыла. Обкомдың яңы секретары Герасим Иванович Иванов әлеге ҡарарҙы юҡҡа сығарыуға өлгәшә.
1937 йылдың декабрь айы башында Сыуашстандағы ҡара эшен тамамлағандан һуң Сахьянова Мәскәүгә әйләнеп ҡайта.
Ҡулға алыуҙар
үҙгәртергәПетров 1938 йылдың 28 декабрендә Силәбе УНКВД-һы тарафынан ҡулға алына[1]
Г. И. Ивановты ҡулға алғандан һуң А. С. Сымокин 1938 йылдың 3 декабрендә «НКВД органдары тарафынан тартып алынған» сифатында партиянан сығарыла. Сымокинды 1938 йылдың 1 ноябрендә ҡулға алалар.
Суд тикшереүе
үҙгәртергәРСФСР-ҙың Юғары суд тарафынан эште тикшереү
үҙгәртергә1939 йылдың 19 сентябренән 12 октябренә тиклем Сыуашстандың игенселек наркоматы һәм башҡа ойошмалар хеҙмәткәрҙәренең бер төркөмөн «контрреволюцион буржуаз-милләтсел ойошмала» ҡатнашыуҙа ғәйепләнеү буйынса суд процесы үтә. Яуаплылыҡҡа 16 кеше йәлеп ителә, улар араһында ЧАССР-ҙың Үҙәк башҡарма комитеты рәйесе А. В. Васильев, игенселек наркомы П. Ф. Юрьев, ЧАССР буйынса тәьмин итеү наркоматы вәкиле И. Я. Морозов, ЧАССР-ҙың игенселек наркоматы ның малсылыҡ идаралығы начальнигы М. Ф. Спиридонов, ВКП(б)-ның Сыуаш обкомының мәктәп бүлеге инструкторы М. С. Кузьмин һәм башҡалар.
Суд коллегияһы ҡарары буйынса А. В. Васильев, П. Ф. Юрьев һәм И.Я Морозов атып үлтереүгә (эш ҡабаттан ҡаралғандан һуң оҙайлы сроктарға алмаштырыла), ун ике хөкөм ителеүсе— төрлө сроктарға хөкөм ителәләр, бер кеше аҡлана).
1939 йылда Волга буйы Хәрби трибуналы тарафынан эште тикшереү
үҙгәртергәЭш фигуранттарына суд процесы 1939 йылдың октябрь-ноябрендә үткәрелә.
1939 йылдың 19 ноябрендә сығарылған хөкөм ҡарарына ярашлы, улар«ЧААСР-ҙың халыҡ хужалығында бер нисә йыл дауамында ҡоротҡос емергес эшмәкәрлек алып барған һәм совет ҡоролошон ҡолатыуҙы аҙаҡҡы маҡсат итеп ҡуйған контрреволюцион буржуаз-милләтсел ойошмаһын ойоштороуҙа» ғәйепләнә. Шулай уҡ уларға «Коммунистар партияһы лидерҙарына һәм Совет власына ҡаршы терактар ойоштороуҙы бурыс итеп ҡуйып, троцкистар һәм уң троцкист блогы етәкселәре менән тығыҙ бәйләнештәр булдырыуҙа» ғәйеп тағыла.
Тикшереү органдары версияһы буйынса, ойошманы С. П. Петров, Я А. Андреев һәм В. И. Токсин етәкләгәндәр һәм унда «тройка» рәүешендә етәкселек үҙәген булдырғандар.
С. П. Петров,Я. А. Андреев, В. И. Токсин, Г. И. Иванов һәмМ. Т. Ермаков атып үлтереүгә хөкөм ителәләр, ҡалғандарына 10 йылдан 20 йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү сроктары бирелә[2].
СССР-ҙың Юғары судының Хәрби коллегияһында эште ҡарау
үҙгәртергә1940 йылдың 20 майында СССР-ҙың Юғары судының Хәрби коллегияһы хөкөм ҡарарын ҡайтанан ҡарау һәм эште ҡабаттан тикшерергә ебәреү буйынса ҡарар сығара.
Волга буйы Хәрби трибуналы тарафынан 1941 йылда эште ҡабаттан ҡарау
үҙгәртергә1941 йылдың февралендә Волга буйы Хәрби трибуналы тарафынан эш ҡабаттан ҡарала. Суд Петровты, Токсинды, Андреевты, Ивановты — 10 йылға лагерь эштәренә; Кузнецов һәм Чернов — 8 йылға, артабан 5 йылға һөргөнгә хөкөм ителә.
Һөҙөмтәләре
үҙгәртергәПетров С. П. 1942 йылдың 15 февралендә Ҡаҙаҡ ССР-ының Долинское ҡасабаһында вафат була (башҡа мәғлүмәттәргә ярашлы 1942 йылдың 10 мартында Ҡаҙаҡ ССР-ының Караганда өлкәһе Доменское ауылында[1]). КПСС-тың Үҙәк Комитеты ҡарамағында парктконтроль комиссияһының 1956 йылдың 24 мартындағы ҡарары буйынса Петров Сергей Порфирьевич үлгәндән һуң аҡлана.
Үрҙә күрһәтелгән кешеләрҙән тулыһынса срогын тултырып И. Д. Кузнецов ҡына ҡайта, профессор дәрәжәне тиклем үҫә. 1991 йылда вафат була.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Петр Сергей Порфириевич 2016 йыл 10 июнь архивланған.
- ↑ М. и. Иванов Эльмень Даниил: әсе яҙмыш сигендә. — Чебоксар: Сыуаш. кн. изд-во, 2009. — С. 215.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Работа аспиранта 2017 йыл 7 ноябрь архивланған.
- Сахьянова и другие 2018 йыл 11 октябрь архивланған.