Сылбырлы күпер (Кутаиси)
Сылбырлы күпер - (груз. ჯაჭვის ხიდი) - Имеретияның административ үҙәге Кутаиси (груз. ქუთაისი) ҡалаһындағы Риони йылғаһы аша һалынған иң боронғо күпер.
Сылбырлы күпер | |
Дәүләт | Грузия |
---|---|
Мираҫ статусы | Культурные памятники национального значения Грузии[d] |
Тарихы
үҙгәртергәКүпер Кутаиси ҡалаһының боронғо өлөшөндә – Джачвисхиди (Сылбырлы күпер) тигән биҫтәһендә урынлашҡан. Ҡала үҙе Риони йылғаһының ике ярына, ҡая ташлы урында урынлашҡан һәм бер нисә күпере бар. Уның атамаһы «куато» - «ташлы» тигән һүҙҙән килеп сыҡҡан да инде. Ҡала шартлы рәүештә боронғо һәм яңы өлөштәргә бүлеп йөрөтөлә [1].
Был тарихи ҡала урынлашҡан урында күперҙең боронғо - бишенсе быуаттан ҡалған өлөштәре табылған.
Төп терәк өлөштәре 1770 йылда төҙөлгән булған, ул саҡта күперҙе Аркиели тип атап йөрөткәндәр.Сылбырлы тип күперҙе 1850 йылдан атай башлағандар, шул йылда нәүбәттәге реконструкциянан һуң уның ағастан эшләнгән өлөштәрен сылбырлап тағып ҡуйғандар.
1869 йылда фургон үтеп, күпер емерелеп төшә. 1884-85 йылдарҙа күперҙе тергеҙәләр. Ағас өлөштәрен алып ташлап, металл конструкциялар ҡуялар [2] Металл өлөштәрен Англияла эшләтеп алалар.
Хәҙерге күпер 1995 йылда тергеҙелгән. Ул Риони йылғаһы аша йәйәүлеләр һәм автомобилдәр үтеп йөрөгән күпер булып тора, йылғаның ике яғында йәйрәп ятҡан ҡала биҫтәләрен тоташтыра. тора.
Шулай уҡ ҡара
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергәСығанаҡтар
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- 24 интересные достопримечательности Кутаиси 2019 йыл 11 июль архивланған.