Сыйҙым - (рус. Шуга) — нормаль шарттарҙа шыйыҡ хәлдә булған матдәнең ҡаты тупланмалары, йәғни, көҙгө һыу өҫтөндә туңа башлаған ҡар ҡатыш боҙ[1]. Сыйҙым яҙғыһын боҙ киткәндә лә барлыҡҡа килә [2]

Сыйҙым
Алдағы снежура[d]
Ләмәз йылғаһындағы сыйҙым

Боҙ миҡдарына ярашлы рәүештә, сыйҙым шыйыҡсала аға алыу һәләтен һаҡлай йәки тығын барлыҡҡа килеү арҡаһында был һәләтен юғалта. Ниндәй миҡдарҙа булһа ла сыйҙымдың шыйыҡлыҡта ағыусанлығы кәмей. Сыйҙым хасил булһын өсөн, билдәле бер температурала матдәнең шыйыҡ фазанан ҡаты фазаға алмашыныуын тәьмин итә торған шарттар кәрәк.

Һыу сыйҙымы

үҙгәртергә

Һыу сыйҙымы ғәҙәттә, ағым йәки һыу ятҡылыҡтарында һауа температураһының һыу туңыуға яҡын (0 °C) мәлендә барлыҡҡа килә һәм боҙҙан тора[3][4].

Ҡағиҙә булараҡ, сыйҙым боҙ шыяһынан (ледяное сало) һәм һыулы ҡарҙан (снежура) барлыҡҡа килә[4]. Сыйҙым төрҙәре:

  • өҫкө сыйҙым — һыу өҫтөндә йөҙә;
  • төпкөл сыйҙым — тәрәндәге боҙ кристалдарынан һыу эсендә барлыҡҡа килә .

Сыйҙым боҙ торор алдынан һыу температураһы 0 °C -тан түбән булғанда барлыҡҡа килә. Сыйҙым йыш ҡына йылыуҙарҙан түбән яҡта һәм һыуһаҡлағыстарҙың түбәнге бьефында килеп сыға[4].

Һыу өҫтөндә һәм эсендә йылға түбәненә аҡҡан сыйҙым бер урынға йыйылып, сыйҙым тығыны (рус. зажор) хасил булыуы мөмкин. Был осраҡта һыу кимәле күтәрелеүе ихтимал.

Гидротехник ҡоролмаларҙы эксплуатациялауҙа сыйҙым, ҡоролма өлөштәренә тулып, ҙур ғына ҡыйынлыҡтар тыуҙыра, уны таҙартырға һәм йылытып иретергә тура килә.

  • YouTube сайтында Видео Ледоход--(Шуга) в Уфе на р.Белая.Ағиҙелдә боҙ ҡатнаш сыйҙым аға
  • YouTube сайтында Видео Томь йылғаһында сыйҙым аға

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. - 2-се том, 260-сы бит
  2. ШУГА -и; ж. Мелкий рыхлый лёд. появляющийся перед ледоставом или идущий весной во время ледохода// Большой толковый словарь русского языка Кузнецова
  3. Марк Софер Как замерзают реки и озёра (рус.) // Наука и жизнь. — 2018. — № 1. — С. 24—32.
  4. 4,0 4,1 4,2 Е. А. Бессонов. Шуга // Энциклопедия гидромеханизированных работ. Словарь-справочник. — М.: 1989.ру, 2005. — С. 488. — 520 с. — ISBN 5-98789-001-2.