Һыбыҙғы
Һыбыҙғы (башҡ. һыбыҙғы, ҡарас.-балҡ. сыбызгъы, нуғ. һыбыҙғы, ҡаҙ. сыбызғы, татар. сыбызгы) — ҡайһы бер төрки халыҡтарҙың ауыҙға ҡабып уйнай торған эсе ҡыуыш, тынлы музыка ҡоралы. Асыҡ, буй флейта төрө, башҡорт ҡурайына оҡшаған. Оҙонлоғо 600—650 мм. Һыбыҙғының тауыш сығара торған тишектәре ике төрлө. 4 тишеклеһе: d1 — е1 — fis1 — g1 — а1; 6 тишеклеһе: с1 — d1 — е1 — f1 — g 1 — а1 — h1. Хәҙер һирәк осрай[1].
Һыбыҙғы | |
Һыбыҙғы СССР почта маркаһында (1990) | |
Классификация |
Тынлы музыка ҡоралы, аэрофон |
---|---|
Туғандаш инструменттар |
Ҡаҙаҡ һыбыҙғыһы
үҙгәртергәҠаҙағстанда ике төрлө һыбыҙғы бар, уларҙа көйҙө төрлө ысул менән сығаралар. Мәҫәлән, көнсығыш һыбыҙғы конус һымағыраҡ, бер осо киңәйеп бөтә, көнбайыш төрөнә ҡарағанда ҡыҫҡараҡ та, бәләкәйерәк тә. Ҡаҙаҡтар һыбыҙғыны ҡыуыш талдан яһаған, өс тишек уйған. Ҡыу үләндән, ағастан, ҡайһы саҡ еҙҙән дә яһағандар.Ниндәй материалдан эшләнеүенә ҡарамаҫтан, һауа сығып тормаһын өсөн һыбыҙғыға нәҙек кенә һарыҡ йә кәзә эсәге (өнеш) кейҙерелә. Һыбыҙғы Ҡаҙағстанда XVIII быуатҡа тиклем был уйын ҡоралы киң таралған булған, уның менән бәйле легендалары, риүәйәттәре бик күп. Борон батырҙар, һунарсылар һәм яугирҙәр мотлаҡ һыбыҙғы йөрөтөргә тейеш булған. Был уйын ҡоралы ябай ғына эшләнелһә лә, башҡарыу ҡатмарлығы менән алдыра.
Һыбыҙғыны көтөүселәр уйын ҡоралы тип һанаусандар. Мәгәр музыка белгесе Омарова Г.Н. һыбыҙғыла башҡарыла торған борондан килгән көйҙәр булыуын билдәләй. «Был көй-легендалар күберәк көнсығыш һәм көньяҡ-көнсығыш Ҡаҙағстанда башҡарғандар, улар әле лә Алтай, Монголия һәм Ҡытай ҡаҙаҡтарында осрай. Уларҙың башҡарылыш үҙенсәлектәренән сығып, ошолай төркөмләп була: 1. Изге һаналған кейек-ҡоштар образы (тотем) тауыштарына оҡшатып уйнау; 2. Арбау өсөн ҡулланылған көйҙәр (яман көстәрҙе, йылан, аждаһаларҙы арбау; хайуандарға һәм кешеләргә тәьҫир итеү )» [2].
Төркмән һыбыҙғыһы ғарғы төйҙөк (гаргы туйдук)
үҙгәртергәҒарғы төйҙөк б.э.т. үк булған тип фараз итәләр. Көнсығыш халыҡтарында киң таралған был уйын ҡоралы беҙҙең көндәргәсә үҙгәрмәй килеп еткән. Ғарғы төйҙөк ҡурай үләненән, ҡамыштан эшләнә. Унда 5-6 тишек уйыла. Был тынлы уйын ҡоралы. Төрлө ҙурлыҡта эшләнә. Берәүҙәре соло өсөн генә ҡулланылһа, икенселәрен аккомпанемент өсөн файҙаланалар. Оҙонлоғон йырсының тауышына яраштырып һайлайҙар[3].
Башҡа халыҡтарҙа һыбыҙғы кеүек уйын ҡоралдары
үҙгәртергәҺыбыҙғыға оҡшаған музыка ҡоралдары байтаҡ евразия халыҡтарында осрай: кавал (ҡауал) — венгрҙа, молдаванда һәм болгарҙа, ҡурай — башҡортта, гаргы тюйдук — төркмәндә, цоор — монголда, шоор — алтайҙарҙа, чоор — ҡырғыҙҙа һәм башҡа күп халыҡтарҙа. Хәҙерге заманда һыбыҙғы барлыҡ ҡаҙаҡ музыка-этнографик коллективтарында ла ҡулланыла.
Һыбыҙғы һүҙе әҙәбиәттә
үҙгәртергәЮғары оста сыбыртҡы шартлауы, мөгөҙ һыбыҙғы тауышы, һыйырҙар мөңрәүе, һарыҡтар баҡырыуы ишетелә (И. Көҫәпҡол) - [4]
Был һөйләмдән күренеүенсә, башҡорттар һыбыҙғыны төрлө материалдан, шул иҫәптән, мөгөҙҙән дә эшләгән.
Башҡорт телендә һыбыҙғының икенсе мәғәнәләре
үҙгәртергәБашҡорт телендә һыбыҙғы тип һыҙғыртҡысты атаған урындар ҙа бар. Шулай уҡ бушбоғаҙ, һүҙендә тормаҫ, шапыртыусан кешеләргә лә «һыбыҙғы» тигән ҡушамат биреүсәндәр.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Левин, 1981
- ↑ Омарова Г.Н. Казахский кюй: культурно-исторический контекст и региональные стили. Автореферат диссертации на соискание ученой степени доктора искусствоведения, Ташкент, 2011. – 38 с.
- ↑ http://ashga.sitecity.ru/ltext_1609133433.phtml?p_ident=ltext_1609133433.p_1110123027 2009 йыл 26 март архивланған.
- ↑ Башҡорт теленең һүҙлеге,2-се том - Мәскәү, 1993.-616-сы бит
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Левин С. Я. Сыбызгы // Музыкальная энциклопедия / под ред. Ю. В. Келдыша. — М.: Советская энциклопедия, Советский композитор, 1981. — Т. 5.
- «Қазақстан»: Ұлттық энцклопедия / Бас редактор Ә. Нысанбаев – Алматы «Қазақ энциклопедиясы» Бас редакциясы, 1998 ISBN 5-89800-123-9, VIII том.
- Энциклопедиялық анықтамалық. Алматы: “Аруна Ltd.” ЖШС, 2005 ISBN 9965-26-095-8