Сухая (Быстрая ҡушылдығы)

Сухая (Ҡоро) - Рәсәйҙең Ростов өлкәһе биләмәләрендә ағыусы йылға.  Быстрая йылғаһы ҡушылдығы, уның  тамағынан 175 км өҫтәрәк һул яҡтан ҡоя. Йылға оҙонлоғо 35 км, уның һыу йыйыу бассейнының майҙаны — 674 км², үҙ исемендәге йырынды  барлыҡҡа килтергән.

Сухая
Характеристика
Оҙонлоғо 35 км
Бассейн 674 км²
Һыу ағымы
Тамағы Быстрая
 · Урынлашыуы йылға тамағынан 175 км өҫтәрәк
 · Координаталар 48°23′34″ с. ш. 41°39′51″ в. д.HGЯO
Урынлашыуы
Һыу бассейны Быстрая → Северский Донец → Дон → Азов диңгеҙе

Ил Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Регион Ростов өлкәһе
Район Морозов районы
РДҺР 05010400712107000014636
Сухая (Быстрая ҡушылдығы) (Ростов өлкәһе)
Точка
Точка
тамағы

Тасуирлама үҙгәртергә

Сухая йылғаһы  ҡыҙыл балсыҡлы тупраҡ араһында грунт һыуҙары бик аҙ сыҡҡан ерҙәрҙә аға. Уҙенең  үрге ағымында тын ғына аҡҡан сөңгөлдәрҙән тора,  түбәнге ағымда тәрән ағымлы, текә ярлы, далала бороло-боролоп аға һәм Быстрая  йылғаһына ҡушыла[1].

Морозов районындағы Сибирька утары янында йылға башланып китә. Бер  тармағы менән  Вольно-Донская станицаһына инә һәм Морозов районы Семеновка утары аша үтә, артабан  А-260  автомобиль юлын киҫеп үтә һәм Быстрая йылғаһына һөҙәк кенә килеп ҡушыла[2].

 Вольно-Донская станицаһы янындағы бер нисә ҡурған шулай уҡ  "Сухой" тип атала. Улар Морозов районының археологик ҡомартҡыһы булып тора һәм  дәүләт һаҡлауы ҡарамағында[3].

Һыу реестры мәғлүмәттәре үҙгәртергә

Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәттәре буйынса, Дон һыу бассейны округына ҡарай, һыу хужалығы участкаһы — Северский Донец йылғаһы. Йылға бассейны — Дон йылғаһы (һыу бассейнының Рәсәйҙәге өлөшө)[4].

Иҫкәрмә үҙгәртергә