Сурб Торос сиркәүе (Дондағы Нахичеван)
Әрмән-григориан ғибәҙәтханаһы | |
Изге Феодор сиркәүе
Сурб Торос сиркәүе (арм. Սուրբ Թորոս եկեղեցի) | |
Сурб Торос сиркәүе Сурб Торос сиркәүе | |
Ил | Рәсәй |
Ҡала | Дондағы Ростов |
Конфессия | Әрмән апостол сиркәүе |
Төҙөлөшө | 1783—1786 йылдар |
Бөгөнгө хәле | һүтелгән |
Сурб Торос сиркәүе(Изге Феодор сиркәүе) — Дондағы Нахичеван сиркәүе. Әрмән апостол сиркәүенә ҡарай. Ҡорам юҡҡа сыҡҡан.
Тарих
үҙгәртергәДондағы Нахичеванда Сурб Торос сиркәүен Изге Сурб Геворк сиркәүе (Дондағы Нахичеван)ҡалаһының Георгий Победоносец сиркәүе менән бер үк ваҡытта тейерлек 1783—1786 йылдарҙа төҙөгәндәр. Сиркәүҙе Изге Торос байрамы көнө 1783 йылда төҙөй башлағандар. Ул ҡаланың көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә һалынған. 1786 йылдың 22 ноябрендә сиркәү төҙөлөп бөткән һәм изгеләндерелгән.
Сиркәү византия стилендә төҙөлгән, көнсығыш — көнбайышҡа һуҙып һалынған, майҙаны бәләкәй булған. Сиркәүҙә яҡтылыҡ өсөн барабан көмбәҙ менән тоташып торған, апсидлы миһрап һәм ҡыңғыраү бүлмәһе булған. Унда унлаған тәре таш-хачкар ҡуйылған.
1863 йылдан алып сиркәүҙә сиркәү-мәхәллә мәктәбе эщләгән. Сиркәү янында урынлашҡан урамының исемендәге Федоровский" зыяраты бар.
Сиркәү 1930-сы йылдарҙа ябылған, шул уҡ йылдарҙа бер өлөшө һүтелгән. Һаҡланып ҡалған стеналарын 1941 йылдың көҙөндә шартлатҡандар. Бөтөн килеш ҡалған төҙөлөш материалдарынан немецтарға ҡаршы баррикадалар яһағандар.
Әлеге мәлдә Федоровский сиркәүе урынындағы бушлыҡта шәхси металл гараждар тора.
Дин әһелдәре
үҙгәртергәСурб Торос сиркәүендә 1843 йылдан алып эшләгән руханийҙар:
- Татеос Тер-Татеосьянц;
- Протоиерей Геворг Балабаньянц (Петросьян);
- Мовсес Зарифьян;
- Протоиерей Саркис Максимаджиян;
- Анания Тиральян;
- Христофор Танкаян.
Изге ҡомартҡылар
үҙгәртергә- Үҙ ваҡытында был сиркәүҙә Феодосия (Ҡырым) ҡалаһынан килтерелгән таш тәре торған.
- Сиркәүҙә пергаментта ҡулдан яҙылған дини китаптар һаҡлана.
- Көмөш шкатулкала Изге Феодорҙың һөйәктәре бар.
Әҙәбиәте
үҙгәртергә- Вартанян В. Г., Казаров С. С. Армянская-Апостольская Церковь на Дону // Ростов н/Д., 2001.
- Малаховский Е. И., Лаптев Г. Ф. Храмы и культовые сооружения Ростова-на-Дону, утраченные и существующие // Ростов-на-Дону, АКРА, 2003.
- Шахазиз Е. Новый Нахичеван и новонахичеванцы. Перевод с армянского Ш. М. Шагиняна // Ростов-на-Дону, 1999.
- Халпахчьян О. X. Архитектура Нахичевани-на-Дону // Ер., 1988.
- Российская и Ново-Нахичеванская епархия Армянской Апостольской Церкви. Исторический путь. М., 2013.