Сурб Арутюн сиркәүе (Дондағы Ростов)
Әрмән-григориан ғибәҙәтханаһы | |
Святое Воскресение сиркәүе
Сурб Арутюн сиркәүе (арм. Սբ Հարություն եկեղեցի) | |
Ил | Рәсәй |
Ҡала | Дондағы Ростов |
Конфессия | Әрмән апостол сиркәүе |
Нигеҙләүсе | Казарян Владимир Павлович, Карапетян Саак Альбертович |
Төҙөлгән ваҡыты | 2011 |
Бөгөнгө хәле | эш итеүсе |
Святое Воскресение сиркәүе Викимилектә |
Сурб Арутюн сиркәүе (Святого Воскресения)— Дондағы Ростов ҡалаһындағы ғибәҙәтхана. Әрмән апостол сиркәүенә ҡарай.
Адресы: Рәсәй, Дондағы Ростов ҡалаһы, Лев Толстой майҙаны, 2В һанлы йорт.
Тарих
үҙгәртергәДондағы Ростовта яҡынса 41 550 (2010 йыл иҫәбе буйынса) әрмән кешеһе йәшәй, ул ҡала халҡының 3,4 % тәшкил итә.
Әрмән Апостол сиркәүе кешеләренең дини ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү өсөн һәм В. П. Казаряндың ейәне —2001 йылда Дондағы Ростовта һәләк булған Артур Карапетян хөрмәтенә ҡалала Сурб Арутюн (Святое Вознесение ғибәҙәтханаһы) Әрмән Апостол Сиркәүе төҙөлгән. Сиркәү Лев Толстой майҙанында урынлашҡан. Элек бында «Сурб Григор Лусарович» әрмән кафедраль соборы торған. Был собор Совет власы йылдарында ҡалалағы башҡа ғибәҙәтханалар кеүек үк емерелгән.
Яңы сиркәү төҙөү 2005 йылдың октябрендә башланып, 2011 йылда төҙөлөп бөткән. Уны 2011 йылдың 19 майында Бөтөн Әрмәндәрҙең Католикосы (Сиркәүҙәге иң мөһим һәм абруйлы рухани, Әрмән Апостол Сиркәүенең рухи етәксеһе) Гарегин Икенсе изгеләндергән.
Сурб Арутюн сиркәүенә мәрхәмәт күрһәтеүсе меценаттар: РФ Генераль прокуратураһының тулы хоҡуҡлы вәкиле Саак Альбертович Карапетян[1] һәм ЯСЙ «АРДТ-7» Генераль директоры III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры, сиркәү попечителдәр советы рәйесе Казарян Владимир Павлович[2] — хәйриә аҡсаларына төҙөлгән. Башта храмға Изге Григорий Просветитель (Сурб Григор Лусарович) исемен бирергә нийәтләгәндр.
Йорт әрмән культ ҡоролмалары стилендә төҙөлгән. Йорттоң бейеклеге көмбәҙе менән бергә — яҡынса 40 метр. Йорт бер юлы сиркәүгә йөрөүселәрҙең 300 кешеһен һыйҙырмалы итеп төҙөлгән.
Сиркәүҙең тышы-эсе Әрмәнстандан махсус килтерелгән алһыу туф ташы менән биҙәлгән. Миһрабы һәм һыуға манып суҡындырыу урыны әрмән оҫталары тарафынан ҡатлы-ҡатлы семәрләп биҙәлгән аҡ мәрмәрҙән эшләнгән. Стеналарында бер ниндәй һүрәттәр ҙә юҡ. Йорт ҙур люстра менән яҡтыртыла. Сиркәү өҫтөнә алтын менән ялатылған тәре баҫтырып ҡуйылған.
Сиркәү ишегенең ике яғында ике хачкар ташы тора. Улар, алһыу туфтан эшләнеп, рус-әрмән дуҫлығы хөрмәтенә ҡуйылған.
Ғибәҙәтхана алдында мәңге йәшел туя ағастары ултыртылған эскәмйәле аллея бар. Сиркәү территорияһы селтәрле металл рәшәткә менән уратып алынған.
Сиркәү-мәхәллә советының ултырышында сиркәүҙең старостаһы итеп Гарик Николаевич Хачатурян һайланған.