Сурб Акоб сиркәүе (Таганрог)
Әрмән-григориан ғибәҙәтханаһы | |
Изге Иаков әрмән сиркәүе
Сурб Акоб сиркәүе (арм. Սուրբ Հակոբ եկեղեցի) | |
Сурб Акоб сиркәүе | |
Ил | Рәсәй |
Ҡала | Таганрог |
Конфессия | Әрмән апостол сиркәүе |
Төҙөлөшө | 1900—1901 йылдар |
Бөгөнгө хәле | емерелгән |
Сурб Акоб сиркәүе — Ростов өлкәһе Таганрог ҡалаһында. Әрмән апостол сиркәүенә ҡарай.
Адресы: Рәсәй, Ростов өлкәһе, Таганрог ҡалаһы, Грек урамы. 62-се йорт.
Тарих
үҙгәртергәДон ерҙәренә әрмәндәрҙең күсеп ултырыуы ике быуаттан артыҡ элек, 1779 йылдың 14 ноябрендә Екатерина II христиан халҡын Ҡырымдан Приазовьеға күсереү тураһындағы Указы иғлан ителгәндән һуң, башланған. 1779 йылда меңәрләгән әрмәндәр яңы йәшәү урыны Дондағы Нахичеванға, Таганрогҡа , Дон ауылдарына күсеп килгәндәр. ХХ быуат аҙағына Таганрогта меңгә яҡын әрмән йәшәгән. Уларҙың рухи ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү өсөн әрмән сиркәүҙәрен төҙөү кәрәк булған.
1895 йылда урындағы әрмән халҡы үҙҙәре өсөн сиркәү төҙөргә ҡарар иткән. Сиркәү өсөн ерҙе уларға тәмәке фабрикаһы хужаһы, әрмән милләтле сауҙагәр Яков Михайлович Серебряков хәйер иткән[1]Әрмән-григориан сиркәүен төҙөү мсьәләһен тикшереүҙә мәскәү сауҙагәре Шорников та ҡатнашҡан. Я. М. Серебряков Грек урамындағы үҙ утарын йорт ҡорамалары менән бергә төҙөлөш өсөн биргән (хәҙер Грек урамы, 60 -сы йорт).
1897 йылдың ноябрендә сиркәү төҙөү мәсьәләһе ҡабул ителгән һәм уны төҙөү өсөн аөса йыйыу башланған. Был ваҡытта ҡалалағы әрмәндәрҙең һаны һигеҙ йөҙ кешегә тулған. Күп итеп аҡса биреүселәр араһында бер туған Адабашевтар, Багдасаровтар, Мардиросов, Тер-Арутюнов, Оганесянц, Хальдрымянц һ.б. булған.
1897 йылда Нахичеван-Бессарабия консисторияһы Эчмиадзе Изге Синодына Таганрогта хоҙайға табыныу йортон төҙөтөүҙе һорап мөрәжәғәт иткән. 1899 йылдың 12 авгусында Рухи эштәр Департаменты Таганрогта Серебряков бүләк иткән ерҙә сиркәү һалырға рөхсәт биргән. Сиркәүгә нигеҙ ташын 1900 йылдың 21 майында һалып, урынын изгеләндергәндәр.
1901 йылдың октябрь айында сиркәү йорто төҙөлөп бөткән. Сиркәү боронғо әрмән-григориан стилендә эшләнгән булған. Сиркәүҙең ҡыйығы һәм ҡыңғырауҙар манараһы конус формаһындағы көмбәҙле.
Сиркәүҙе Изге Иаков хөрмәтенә бағышлағандар. 1908 йылдың апрелендә барлыҡ әрмәндәрҙең күҙ алдында сиркәүгә тәреләр ҡуйғандар, ә 1904 йылда иконостас ҡоролған. Аҡса етешмәү сәбәпле сиркәүҙең эсен йыһазландырыу бер аҙ туҡталып ҡалғылаған шулай ҙа был эш 1906 йылдың 19 мартында тамамланған. Сиркәүҙе изгеләндерергә Нахичевандан архимандрит Муше, дин әһелдәре, хор йырсылары килгән. Беренсе сиркәү старостаһы С. К. Адабашев, беренсе руханийы— Ованес Оксентьянц.
1913 йылдың бирле храмда сиркәү-мәхәллә мәктәбе эшләгән.
Совет власы йылдарында сиркәү мөлкәтен иҫәпкә алғандар. 1922 йылда Сурб Акоб сиркәүенең тәреһен, көмөш рамлы биш иконаһын, лампадаларын хөкүмәткә тартып алғандар.
1929 йылдың октябрь айында ҡала Советының 1151 ҡарары буйынса Таганрог ҡалаһындағы барлыҡ сиркәүҙәрҙе лә клубтарға һәм ашлыҡ һаҡлағыстарға әйләндергәндәр. Сиркәү 1930 йылдың авгусында емерелә башлаған. Аҙаҡтан йорт һүтелгән һәм уның урынында өс ҡатлы торлаҡ йорт төҙөлгән.
Әҙәбиәте
үҙгәртергә- Вартанян В. Г., Казаров С. С. Армянская-Апостольская Церковь на Дону // Ростов н/Д., 2001 Е. И.
- Российская и Ново-Нахичеванская епархия Армянской Апостольской Церкви. Исторический путь. М., 2013
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Церковь Сурб Акоб (Таганрог)
- Армянская церковь Таганрога 2017 йыл 12 февраль архивланған.
- Армянские храмы Нахичевани на Дону 2017 йыл 21 апрель архивланған.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Гаврюшкин О. П. «По старой Греческой». д. 63 2017 йыл 11 февраль архивланған.