Супрасль
Супрасль (пол. Supraśl) — Польшалағы ҡала, Подляский воеводствоһының Белосток повятында урынлашҡан. Супрасль ҡалаһының майҙаны — 5,68 км² . Халҡы — 4526 кеше (2004 йыл мәғлүмттәр буйынса).
Супрасль | |
Байраҡ[d] | |
Нигеҙләү датаһы | 1500 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Supraśl |
Дәүләт | Польша |
Административ-территориаль берәмек | Супрасль[d] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+1:00[d] һәм UTC+2:00[d] |
Халыҡ һаны | 4427 кеше (31 март 2021)[1] |
Ир-егеттәр | 2125[2] |
Ҡатын-ҡыҙҙар | 2302[3] |
Туғандаш ҡала | Згеж[d] һәм Августов[d] |
Майҙан | 5,68 км² |
Почта индексы | 16-030 |
Рәсми сайт | suprasl.pl |
Урындағы телефон коды | 85 |
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы | Category:Burials in Supraśl[d] |
Супрасль Викимилектә |
Тарих
үҙгәртергәСупраслдың нигеҙләнеүе 1500 йылда Супрасль Благовещен монастырының уның эргәһендәге Грудектан күсерелеүе арҡаһында килеп сыҡҡан. XVI быуат башында бында Супрасль Благовещен сиркәүе төҙөлгән, аҙаҡ ул иконостас һәм фрескалар менән биҙәлгән. XVII—XVIII быуат буйы Супрасль фәнни һәм мәҙәни үҙәк булып тора, бында бай китапхана, типография була. Шул осорҙа типографияла һәм китапханала эшләгән байтаҡ хеҙмәткәрҙәрҙең исемдәре билдәле: Чернявский Антон китап баҫыусы, Крестомский, Генрих Адам Подебраньский, король Понятовский рәссамы һәм Краков сәнғәт академияһының профессоры[4] Антоний Грушецкий, гисер Алексей Заводский[5].
ХІХ быуат башында монастырь ҡаҡшаған, китапхана Супраслдан ситкә, күпселек өлөшө — Вильняға күсерелгән. Шул ваҡытта ХІ быуатта кириллица менән яҙылған ҡиммәтле Супрасль ҡулъяҙмалары юғалтылған.
ХІХ быуат уртаһында Супрасль ҙур туҡыу сәнәғәте үҙәге була, тик ХХ быуаттың башында туҡыу предприятиелары ҡаланың тимер юлынан алыҫ торғанлығы арҡаһында бөтөрөлгән. Супраслдың архитектура һәйкәлдәре фашист оккупанттарынан 1944 йылда етди зыян күргән, һуғыштан һуң — өлөшләтә тергеҙелгән. 1980-се йылдарҙа Супрасль Благовещен монастыры эшмәкәрлеген яңыртыра, 1996 йылда Польша хөкүмәте бөтә монастырь комплексын Поляк православие сиркәүенә тапшыра һәм унда реставрация эштәре алып барыла.
Иҡтисади үҫеш
үҙгәртергәҠаланың матур урманлы урында тороуы хужалыҡ эшмәкәрлегенең төрлө тармаҡтарын үҫтереүгә булышлыҡ итә. Супраслда Кнышинский шырлығының ландшафтлы паркы дирекцияһы бар. Ҡала ағас эшкәртеү сәнәғәте үҙәге булып тора. Бында рекреация өлкәһе үҫешә, 2001 йылдан алып Супрасль курорт статусына эйә. Ҡала аша туристик маршруттар үтә, 2006 йылдан алып иконалар музейы бар. Супрасль физик тәрбиә һәм туризм юғары мәктәбе эшләй.
Иҫтәлекле урындар
үҙгәртергә- Супрасль Благовещен монастыры — XVI-XX быуаттарҙың архитектура комплексы, шул иҫәптән Благовещен ғибәҙәтханаһы (1505—1510, емерелә — 1944, тергеҙелә — 1999), Иоанн Богослов сиркәүе (XIX быуат, тергеҙелә -1958 йыл), архимандрит палатаһы (XVII быуат, тергеҙелгән).
- Корчма (Karczma, ul. Konarskiego, 3, бина (XVIII—XIX быуат).
- Буххолец һарайы (1892—1903).
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Супрасль (йылға)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ https://bdl.stat.gov.pl/api/v1/data/localities/by-unit/062013702094-0923472?var-id=1639616&format=jsonapi
- ↑ https://bdl.stat.gov.pl/api/v1/data/localities/by-unit/062013702094-0923472?var-id=1639617&format=jsonapi
- ↑ https://bdl.stat.gov.pl/api/v1/data/localities/by-unit/062013702094-0923472?var-id=1639618&format=jsonapi
- ↑ Antoni Gruszecki (1734—1798)
- ↑ Супрасльская типография