Сунцзян мәсете
Сунцзян мәсете (ҡыт. ябайл. 松江清真寺, пиньин: Sōngjiāng Qīngzhēnsì) — Шанхайҙағы (ҠХР) иң боронғо мәсет. Сунцзян районында урынлашҡан[2].
Сунцзян мәсете | |
ҡыт. 松江清真寺 | |
Нигеҙләү датаһы | 1391 |
---|---|
Дәүләт | Ҡытай |
Административ-территориаль берәмек | Сунцзян[d][1] |
Һыйым | 200[1] |
Мираҫ статусы | культурное наследие Шанхая[d] |
Майҙан | 4900 квадрат метр |
Адрес | 中国上海市松江区岳阳街道中山中路365号 |
Сунцзян мәсете Викимилектә |
Тасуирлама
үҙгәртергәСунцзяндағы мәсеткә һәм мосолмандар мәхлләһенә Гао Кэгундың тоҡомдары нигеҙ һалған[3][4]. Мәсет төҙөлөшө 1364—1367 йылдарҙа Юань империяһы ахырында башлана[5]. Аҙаҡ ул 1391 йылда Мин империяһы заманында яңынан төҙөлгән. Бина Цин империяһы осоронда бер нисә реконструкцияны кисергән[2].
Шанхай Хөкүмәте Сунцзян мәсетен 1908 йылдың 26 авгусында махсус ҡурсалау аҫтында мәҙәниәт ҡомартҡылары исемлегенә индерҙе. 1985 йылда мәсет төп мәҙәни ҡомартҡылар исемлегенә индерелде. 1989 йылда мәсет халыҡ өсөн яңынан асыла[6].
Мәсет биләмәһенең майҙаны — 4900 м². Бинаның архитектураһында традицион ғәрәп һәм ҡытай мотивтары берләшкән. Мәсеттең фасады төньяҡҡа ҡарай, ул төп залдан, ғибәҙәтхананан, коридорҙан, вәғәздәр һәм ванна бүлмәһенән тора. Мәсеттең көнсығыш өлөшөндә ғәрәп стилендә эшләнгән арҡыры һырлы һәм көмбәҙле башня урынлашҡан. Намаҙ уҡыу залы мәсеттең көнбайыш өлөшөндәге башня ҡаршыһында урынлашҡан. Ул Юань һәм Мин дәүерҙәре архитектураһын сағылдырған ике өлөштән тора[2].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 https://www.islamichina.com/shanghai-masjid/shanghai-songjiang-mosque-detail.html
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Shanghai Songjiang Mosque (ингл.). Muslim2China. Дата обращения: 15 май 2015.
- ↑ Лейн, Джордж. Монголы. Краткая история = A Short History of The Mongols / Переводчик: Тимур Сафин. — Азбука-Аттикус, 2020. — 304 с. — ISBN 978-5-389-18056-7.
- ↑ The Phoenix Mosque and the Persians of Medieval Hangzhou / Edited by George A. Lane. — 1st Edition. — Gingko Library, 2016. — 276 p. — ISBN 978-1-909942-88-2.
- ↑ Songjiang Mosque (ингл.). China Highlights. Дата обращения: 15 май 2015.
- ↑ Songjiang Mosque (ингл.). Ministry of Culture, P.R.China (24 сентябрь 2003). Дата обращения: 15 май 2015. Архивировано из оригинала 23 сентябрь 2015 года. 2015 йыл 23 сентябрь архивланған.
Был мәсет тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |