Сулпы (биҙәүес)

ҡатын‑ҡыҙҙың ике яҡтан төшөп торған суҡ рәүешендәге традицион биҙәүесе.

Сулпы (биҙәүес) — ҡатын‑ҡыҙҙың ике яҡтан төшөп торған суҡ рәүешендәге традицион биҙәүесе.

Сулпы
Рәсем

Тарихы үҙгәртергә

Башҡорт милли биҙәүестәре башҡорттарҙың эстетик ҡарашын сағылдырған, талисман, бетеү булып хеҙмәт иткән, ниндәй ырыуға ҡарауҙарын, ғаилә статусын күрһәткән. Сулпылар, йәки сәсмәүер, сәсбау — башҡорт ҡыҙҙарының айырылғыһыҙ биҙәүестәре булып тора, был суҡ рәүешендәге парлы биҙәүес[1]. Сулпылар коллекцияһында башҡарыу оҫталығы һәм матурлығы менән сәс биҙәүестәре айырылып тора. Селтәрләп эшләнгән көмөш сулпылар сәсҡаптың аҫҡы өлөшөнә нығытылған һәм һәр бер хәрәкәттә моңло сың сығарған. ХIХ быуат аҙағы — ХХ быуат башында уҡ әле сәс биҙәүестәренең бындай төрө ҡыҙҙарҙың һәм йәш ҡатындарҙың байрам костюмында мотлаҡ булған. Иң ябай сулпылар бауға бәйләнгән өс-биш тәңкәнән торған[2].

Көньяҡ-көнсығышта, Силәбе һәм Ҡурғанда улар йыш ҡына түшелдеректәргә һәм баш кейемдәренә беркетелгән йәки байрамса өҫ кейемдәренә тегелгән[3]

Башҡортостандың төньяҡ, көнбайыш һәм үҙәк райондарында сәс биҙәүестәре ҡушылған сулпы булған, көньяҡ‑көнсығыш төбәктәрҙә һәм Урал аръяғында сулпы түшелдереккә, ҡашмауға ҡушымта итеп файҙаланғандар. Татар, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ һәм башҡа халыҡтарҙа осраған.

Көмөш сулпылар башҡорттарҙа бөтә ерҙә лә осрай, ләкин төньяҡта, көнбайышта һәм үҙәк райондарҙа иһә улар сәс биҙәүесе булып хеҙмәт итә. Көмөш биҙәүестәр — сулпылар һәм муйынсаҡтар — М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы йыйылмаһында тәҡдим ителгән башҡорт халыҡ сәнғәте коллекцияһының биҙәге.

Яһалышы үҙгәртергә

Башҡорттарҙа сулпы күп осраҡта көмөштән, һирәгерәк баҡырҙан йә башҡа металдан эшләнгән. Түңәрәк, ромб йә өсмөйөш формаһындағы бер нисә пластинанан, Башҡортостандың төньяҡ һәм көнбайыш райондарында филигранлы медальондарҙан (улар дүңгәләк йә нәҙек сылбырҙар менән тоташтырылған) торған сулпы киң таралған. Металл дуға менән тоташҡан 2 суҡлы (көйәнтәле) сулпы осраған. Һирәк осрай торған халыҡ биҙәүестәрен, шулар иҫәбендә сулпыларҙы һүрәт баҫыу алымдарын, гравёрлау, сүкеү, сымбиҙәк зәръярма, ҡайһы берҙә ҡарайтыуҙы ҡулланып үҫемлек орнаменттары, семәрле ғәрәп яҙыуы менән биҙәгәндәр; ярым аҫыл таштар, мәҫәлән, аҡыҡ, фирүзә һ.б., ҡырланған төҫлө быяла, тәңкәләр менән матурлағандар.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Мастер-класс по изготовлению накосника «Сулпы»
  2. СУЛПЫ И ОЖЕРЕЛЬЕ. Рампа. Культура Башкортостана. Дата обращения: 20 февраль 2024.
  3. С. Н. Шитова, 125,128-се б.б.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә