Сулак һыуһаҡлағысы
Сулак һыуһаҡлағысы — Рәсәйҙең Һарытау өлкәһендә, Оло Ырғыҙ йылғаһындағы һыуһаҡлағыс.
Сулак һыуһаҡлағысы | |
Күлгә ҡойоусы йылғалар | Оло Ырғыҙ |
---|---|
Күлдән аҡҡан йылғалар | Оло Ырғыҙ |
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Һарытау өлкәһе |
Һыу өҫтө майҙаны — 20 км², күләме — 0,115 км³. Һыуһаҡлағыс оҙонлоғо 150 км, иң ҙур киңлеге 0,2 км, уртаса киңлеге 133 м, максималь тәрәнлеге 9 м, уртаса тәрәнлеге 5,7 м, яр буйы оҙонлоғо 345 км[1].
Һыуһаҡлағыс аша 1967—1972 йылдарҙа төҙөлгән Е. Е. Алексеевский исемендәге Һарытау һуғарыу-һыу үткәреү каналы үтә. Һыуһаҡлағыстың (йылғаның) режимына ҡоролоҡло континенталь климат ҙур тәьҫир яһай. Сулак һыуһаҡлағысын тулыландырыу урындағы ағып төшкән һыу һәм Һарытау каналының үҙағышлы өлөшө менән килтерелгән Волга һыуы иҫәбенә бара. Һарытау каналы Һарытау һыуһаҡлағысынан Балаково ҡалаһы янында башлана, Балаково районы ерҙәре буйлап үтә һәм Сулак һыуһаҡлағысына ҡоя.
Каналдың был 42 км оҙонлоҡтағы үҙағышлы өлөшө Уң яр буйы тип атала. Артабан Сулак һыуһаҡлағысынан каналдың 35 км оҙонлоҡтағы Һул яҡ яр буйы башлана, ул артабан үҙенең юлын Волга аръяғы далалары буйлап дауам итә. Һыуһаҡлағыста һыуҙың иң түбән кимәле ғәҙәттә август-сентябрь айҙарына тура килә. Ҡышҡы осорҙа һыу кимәленең үҙгәреше һиҙелерлек түгел. Көҙ сентябрь уртаһында башлана һәм ноябрь башына тиклем дауам итә. Һыуһаҡлағыста боҙ туңыуҙың уртаса оҙайлылығы 120-150 көн. Боҙҙоң иң ҙур ҡалынлығы февраль-март айҙарында күҙәтелә һәм 80-100 см тәшкил итә. Һыу ятҡылығы апрелдең беренсе декадаһы башында асыла. Боҙ китеү оҙайлылығы — иң күбе 14 көн (Пугачев ҡалаһы), башлыса 1 көндән 8 көнгә тиклем. Яҙғы ташҡын боҙ торғанда ҡайһы берҙә йылға асылыуҙан күп алда башлана. Ташҡындың уртаса оҙайлылығы ай самаһы.
Ихтиофауна (йыл миҙгеленә бәйле рәүештә) 8 ғаиләгә ҡараған 25-30 төрҙән тора. Күпселеген һаҙандар ғаиләһе (ҡорман, сабаҡ, опто, ажау, ҡарабалыҡ, алтын табан балыҡ, көмөш табан балыҡ, аҡ сабаҡ һәм башҡалар) һәм алабуғалар ғаиләһе (һыла, алабуға, шырт балыҡ) тәшкил итә, ҡалған ғаиләләрҙең (суртан һымаҡтар, йәйен һымаҡтар, үгеҙбалыҡ һымаҡтар, эт балығы, энәбалыҡ һымаҡтар, сельдтар ғаиләһе) һәр береһенән 1-2 төр бар.
Сулак һыуһаҡлағысы балыҡтарҙың ыуылдырыҡ сәсеү һәм селбәрәләрҙең көрәйеү урыны https://www.tursar.ru/page-joy.php?j=2410.