Сударчикова Любовь Кузьминична

Сударчикова Любовь Кузьминична (18 апрель 1947 йыл — 13 декабрь 2006 йыл) — СССР һәм Рәсәйҙең цирк артисы, Рәсәйҙең халыҡ артисы, Рәсәй дәүләт циркы артисы.

Сударчикова Любовь Кузьминична
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 18 апрель 1947({{padleft:1947|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})
Вафат булған көнө 13 декабрь 2006({{padleft:2006|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (59 йәш) или 1 декабрь 2006({{padleft:2006|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (59 йәш)
Вафат булған урыны Санкт-Петербург, Рәсәй
Һөнәр төрө цирк артисы

Биографияһы үҙгәртергә

Любовь Кузьминична Сударчикова 1947 йылдың 18 апрелендә тыуған.

Цирк сәхнәһендәге партнеры артист Сударчиков Анатолий Александровичҡа кейәүгә сыға.

Ирле-ҡатынлы Сударчиковтар халыҡ цирк студияһында цирк оҫталығы менән шөғөлләнә. 1969 йылда тәүге тапҡыр профессиональ манежға «Танц-иллюзия» («Эҙләү» коллективында) номеры менән сығалар. Был номер күҙ асып-йомған арала (бик тиҙ генә) алты костюм алмаштырыу иллюзион трансформацияһы булыуы менән ҡыҙыҡлы. Был ваҡытта артистар бер туҡтауһыҙ бейей һәм бер үк ваҡытта костюмдарын алмаштырып өлгөрә, бының менән феериялы тамаша барлыҡҡа килтерә. Бигерәк тә ялтыраҡ ямғыр тамсылары аҫтында партнерҙарҙың тамашасылар күҙе алдында күлдәк һәм фрактарын алмаштырыу трюктары бик эффектлы күренеш булип тора[1].

Сударчиковтар 1995 йылда Монте-Карлолағы «Көмөш клоун» Халыҡ-ара конкурс лауреаты булалар. Донъяның бик күп илдәрендә ҙур уңыш менән гастроль турҙарын үткәрәләр.

Һуңғы йылдарҙа Сударчиковтар Мәскәү ҡалаһының Вернадский проспектындағы Ҙур Мәскәү циркы манежында, шулай уҡ Фонтанкалағы Петербург циркында эшләйҙәр.

Любовь Кузьминична Сударчикова 2006 йылдың декабрендә вафат була, ул Санкт-Петербургтың Богословский зыяратында ерләнгән[2].

Любовь Кузьминична Сударчикова цирк артисы Игорь исемле ул тәрбиәләп үҫтергән.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы (26.07.2000).
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1993).
  • Монте-Карлолағы Халыҡ-ара конкурс лауреаты (1995).

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Сударчикова Любовь Кузьминична. spb-tombs-walkeru.narod.ru. Дата обращения: 31 март 2020.
  2. Сударчикова Любовь Кузьминична - биография, фото места захоронения. nekropol-spb.ru. Дата обращения: 31 март 2020.

Һылтанмалар үҙгәртергә