Степанов Яков Никитович

легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, медицина хеҙмәтенең гвардия өлкән сержанты

Степанов Яков Никитович (1901 йыл — ?) — легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, медицина хеҙмәтенең гвардия өлкән сержанты.

Степанов Яков Никитович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 1901
Тыуған урыны Яңы Андреевка, Шайморатов ауыл Советы (Ҡырмыҫҡалы районы), Ҡырмыҫҡалы районы
Һөнәр төрө хәрби хеҙмәткәр
Хәрби звание өлкән сержант һәм Санинструктор[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР)

Биографияһы

үҙгәртергә

Степанов Яков Никитович 1901 йылда хәҙерге Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районы Новоандреевка ауылында тыуа. 1942 йылда Боҙаяҙ районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла. 16-сы гвардия каваелрия дивизияһы 60-сы гвардия кавалерия полкының 3-сө эскадронында санинструктор булып хеҙмәт итә[1].

3-сө эскадрон санинструкторы гвардия өлкән сержанты Степанов Яков Никитович, Сталинград янында һуғышта дошмандың көслө уты аҫтында һуғыш яланынан дүрт ҡаты яралы һалдатты алып сыға.

СССР Юғары Советы Президиумы исеменән 1944 йылдың 20 ноябрендә 16-сы гвардия кавалерия дивизияһының 6-сы гвардия кавалерия полкы буйынса 31/н бойороғо менән гвардия өлкән сержанты Степанов Яков Никитович «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) менән бүләкләнә[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

үҙгәртергә

«Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) (1944)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • ЦАМО Картотека: Картотека награждений Расположение документа: шкаф 83, ящик 4