Станка Златева
Станка Златева (болг. Станка Златева Христова; 1 март 1983 йыл) — Болгария спортсыһы, ирекле стиль көрәшсеһе, Олимпия уйындарында (2008 и 2012) ике тапҡыр көмөш миҙал яулай, күп тапҡырҙар донъя, Европа һәм Болгария чемпионы. 2004 йылда Афинала булып үткән Олимпия уйындарында ҡатын-ҡыҙҙар көрәшендә ҡатнашҡан берҙән-бер болгар спортсы ҡатын-ҡыҙы.
Станка Златева | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | Болгария |
Спортта ил өсөн сығыш яһай | Болгария |
Тыуған көнө | 1 март 1983 (41 йәш) |
Тыуған урыны | Крушаре[d], Сливен (община), Сливенская область[d], Болгария |
Һөнәр төрө | көрәшсе |
Спорт командаһы ағзаһы | Levski Sofia[d][1] |
Масса | 72 килограмм[1] |
Спорт төрө | Спорт көрәше[d] |
Ҡатнашыусы | Йәйге Олимпия уйындары 2004[d], Вольная борьба на летних Олимпийских играх 2008 — до 72 кг[d] һәм wrestling at the 2012 Summer Olympics – women's freestyle 72 kg[d] |
Бейеклеге/буйы | 163 сантиметр[1] |
Станка Златева Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергәСтанка Златева Христова 1983 йылдың 1 мартында Болгарияның Сливен өлкәһендәге Крушаре ауылында тыуа.
1997 йылдан ирекле көрәш менән шөғөлләнә. Ямбол ҡалаһында «Пьер де Кубертен» спорт мәктәбен тамамлай. Демир Демирев уның тәүге тренеры була, артабан —танылған болгар тренеры Симеон Штеревта шөғөлләнә. «Борба һәм самбо» (Ямбол), «Васил Илиев» (Кюстендил), «Левски» (София) клубтары өсөн сығыш яһай.
Ирекле көрәш буйынса биш тапҡыр донъя һәм алты тапҡыр Европа чемпионы. 2008 йылда Пекинда һәм 2012 йылда Лондонда[2] үткән Олимпия уйындарының көмөш призеры. 2012 йыл Олимпия уйындарын ябыу тантанаһында Болгария флагын тотоп бара.
2007, 2010 һәм 2011 йылдарҙа Болгарияның Йыл спортсыһы тип таныла. 2016 йылда спортсы карьераһын тамамлай һәм тренер булып эшләй башлай.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Hristova, Stanka Zlateva (BUL) 2016 йыл 5 март архивланған. (инг.)
- Bulgaria’s Top Wrestler Zlateva Deserved Olympic Gold — Coach 2017 йыл 6 декабрь архивланған. (инг.)