Стальная Анастасия Викторовна

Стальная Анастасия Викторовна (6 ғинуар 1998 йыл, Ростов өлкәһенең Песчанокопская станцияһы) — Рәсәй волейболсыһы, һөжүм итеүсе. 2019 йылдың Йәйге универсиадаһы чемпионы. Волейбол буйынса спорт мастерлығына кандидат.

Стальная Анастасия Викторовна
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 6 ғинуар 1998({{padleft:1998|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (23 йәш)
Тыуған урыны Рәсәй, Ростов өлкәһе
Рәсәй

БиографияһыҮҙгәртергә

Анастасия Викторовна Стальная 1998 йылдың 6 ғинуарында Ростов өлкәһендә тыуған. Туғыҙ йәшендә волейбол менән шөғөлләнә башлай. Алты йыл дауамында Мәскәү ҡалаһының 65-се балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе «Никала» күнекмәләр ала (2007—2013). 2013 йылда йәштәр йыйылма командаһында әүҙем уйнай. 2014, 2015, 2016 йылдарҙа төрлө йәш категориялары составында Европа чемпионы була[1].

Беренсе миҙгелде өлкәндәр командаһында урындағы Факел менән Яңы Уренгойҙа үткәрә. Һуңынан ике йыл Мәскәүҙең «Нур» клубында уйнай. 2016/2017 миҙгелендә Череповецк ҡалаһының «Северянка» клубы өсөн сығыш яһай[2], юғары А лигаһының алтынын яулай. 2018—2019 йылдарҙа миҙгелде Силәбенең «Динамо-Метар» составында үткәрә.

2019 йылда Калининград «Локомотивына» күсә[3].

Италияла йәйге Универсиада, 2019 йылда, Рәсәй милли йыйылма составында турнир еңеүсеһе була.

ҠаҙаныштарыҮҙгәртергә

Йыйылма командалар менәнҮҙгәртергә

  • Европа чемпионы (үҫмерҙәр) 2014 йыл;
  • 2015 йылда йәштәр араһында Европа чемпионы;
  • 2016 йылда йәштәр араһында Европа чемпионы;
  • 2019 йылда Йәйге универсиада чемпионы.

Клубтар менәнҮҙгәртергә

  • А юғары лигаһының Рәсәй чемпионаты алтыны

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. Новости: Анастасия Стальная – в «Локомотиве» (ru-RU). ЖК «Локомотив - Калининградская область». 19 март 2020 тикшерелгән.
  2. Стальная волейболистка усилила «Северянку»  (рус.). 35media.ru. 19 март 2020 тикшерелгән.
  3. Игрок: Стальная Анастасия Викторовна Локомотив (ru-RU). ЖК «Локомотив - Калининградская область». 19 март 2020 тикшерелгән.

ҺылтанмаларҮҙгәртергә