Сталин һыҙығы (комплекс)
«Сталин линияһы» тарихи-мәҙәни комплексы — Беларусь территорияһындағы «Сталин һыҙығы» тип аталған Минск нығытмалар районының тергеҙелгән фортификация ҡоролмалары нигеҙендә тарихи комплекс. Комплекс Минск районында Лошана ауылы эргәһендә, Минсктан 20 км төньяҡ-көнбайышта урынлашҡан.
Тарихи комплекс 2005 йылдың 30 июнендә Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 60-йыллығына асыла. «Афган хәтере» белорус хәйриә фонды тәҡдим иткән комплекс төҙөү башланғысын Белоруссия президенты А. Лукашенко хуплай. Комплексты төҙөүҙә дәүләт һәм йәмәғәт ойошмалары, предприятиеләр, шулай уҡ Беларусь Республикаһы Ҡораллы Көстәренең инженер ғәскәрҙәре подразделениелары ҡатнаша.
Асыҡ һауалағы хәрби-тарихи музейҙан ғибәрәт. Музейҙың тарихи нигеҙендә — «Сталин һыҙығы» Минск нығытма районының оҙаҡ ваҡытҡа иҫәпләнгән ут нөктәләре (доттар). Нығытма районының рота участкаһы тергеҙелгән һәм йыһазландырылған; ике пулемёт ДОТ-ы, артиллерия полукапониры, команда-күҙәтеү пункты тергеҙелгән. Һуғышҡа тиклемге һыҙмалар буйынса урындығы инженер ҡоролмалары яңынан барлыҡҡа килтерелгән. Экспозицияла — окоптарҙың бөтә төрҙәре, траншеялар һәм танкка ҡаршы соҡорҙар, уҡсылар отделениеһы өсөн позициялар, шәхси состав йәшеренеү өсөн блиндаж, орудие өсөн окоптар, ҡоймалар — ағас, бетон, металл, төрлө типтағы сым кәртәләр.
Музейҙа хәрби техника, артиллерия, танктар, авиация, атыу ҡоралы экспозицияһы тупланған. Комплекс территорияһында шулай уҡ Беларусь Республикаһындағы Сталин һәйкәлдәренең береһе урынлашҡан.
Галерея
үҙгәртергә-
Үҙйөрөшлө пушка 2С7 «Пион» -
Бронетранспортер БТР-152 -
Залп уты реактив системаһы БМ-14 -
Истребитель-перехватчик МиГ-25 -
Зенит пушкаһы КС-19 -
Үҙйөрөшлө гаубица 2С1 «Гвоздика»
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Сталинға һәйкәлдәр
- Барбаросс операцияһы
Һылтанмалар
үҙгәртергә- На Викискладе есть медиафайлы по теме Линия Сталина
- Официальный сайт музея
- Видео боев на Линии Сталина (реконструкция сражений «Германия против СССР» времен Второй мировой войны
- Фотографии комплекса 2013 йыл 27 сентябрь архивланған.